Воронеж ҡурсаулығы

Воро́неж ҡурсаулығы (В. М. Песков исемендәге Воронеж дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, рус. Воронежский государственный природный биосферный заповедник имени В. М. Пескова) — Воронеж һәм Липецк өлкәләрендәге ҡурсаулыҡ. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында[1].

Воронеж дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
Усмань (йылғаһы
Усмань (йылғаһы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны31 053 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты3 декабрь 1923 йыл 
Идара итеүсе ойошмаРәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
51°52′40″ с. ш. 39°39′20″ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаВоронеж 

zapovednik-vrn.ru
Рәсәй
Точка
Воронеж дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
 Воронеж ҡурсаулығы Викимилектә

Төп мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ урман-дала зонаһында урынлашҡан. Воронеж дәүләт ҡурсаулығының майҙаны 31 мең гектарҙан саҡ ҡына күберәк. Липецк һәм Воронеж өлкәләре территорияһында урынлашҡан һәм бай флоралы һәм фауналы Усман ҡарағай урманының уникаль тәбиғәтен һаҡлай. Ҡоштарҙың 228, һөтимәрҙәрҙең 61 төрө бар, шул иҫәптән бүре, төлкө, енот һымаҡ эт, ҡырағай ҡабан, мышы, ҡоралай, Европа боланы тереклек итә. Ҡурсаулыҡ территорияһындағы йылға һәм күлдәрҙә 39 төр балыҡ, ер-һыу хайуандарының — 9, һөйрәлеүселәрҙең — 7 һәм миногаларҙың 1 төрө осрай[2].

Урманы имән ҡатыш ҡарағайлы, әммә таҙа имән урмандары ла бар. Ҡарағай — 32 %, имән — 29 %, уҫаҡ — 19 %, ҡайын — 6 % һәм ерек — 5 % үҫә. Үҫемлектәрҙең 1000-дән ашыу, һөтимәрҙәрҙең 60 төрө үҫә.

Маҡсаттары һәм бурыстары

үҙгәртергә
  • биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм һаҡланыусы тәбиғи комплекстарҙы һәм объекттарҙы тәбиғи хәлдә тотоу маҡсатында тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау;
  • ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу һәм үткәреү, шул иҫәптән тәбиғәт йылъяҙмаһын алып барыу;
  • тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү;
  • экологик белем биреү;
  • иҡтисади һәм башҡа объекттар урынлаштырыу схемалары һәм проекттары буйынса дәүләт экологик экспертизаһында ҡатнашыу;
  • тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә ғилми кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ итеү.

Воронеж ҡурсаулығы Рәсәйҙең иң боронғо ҡурсаулыҡтарының береһе, Воронеж ҡалаһы үҙәгенән 40 км төньяҡта Краснолесный ауылы менән сиктәш урынлашҡан. 1923 йылда Воронеж губерна башҡарма комитетының 66-сы ҡарары менән ойошторола. 1927 йылда РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы «Һунарсылыҡ дәүләт ҡурсаулығы» тураһында положениены раҫлай. Майҙаны — 31 053 га.

2013 йылдың 23 авгусында Воронеж тәбиғәт ҡурсаулығы билдәле яҙыусы һәм журналист В. М. Песков исемен йөрөтә. Хәҙер ҡурсаулыҡ В. М. Песков исемендәге Воронеж дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы тип атала.

Воронеж ҡурсаулығы объекттары

үҙгәртергә

Воронеж ҡурсаулығы 1923 йылда юғалыу хәүефе янаған хайуандар төрөн — йылға ҡондоҙон һаҡлау маҡсатында ойошторола.

Ҡурсаулыҡта 1934 йылда тәбиғәт музейы асыла. Заманса экспозицияның майҙаны 822 м² тәшкил итә, биш залы бар.

 
2023 года почта блогы . В. М. Песков исемендәге Воронеж дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығына 100 йыл
 
Ҡурсаулыҡ почта маркаһында
 
Ҡурсаулыҡ почта маркаһында

Тәбиғәт музейынан тыш, ҡурсаулыҡтың Үҙәк усадьбаһында дендропарк, 418 йәшлек имән, Рәсәйҙә берҙән-бер эксперименталь ҡондоҙ питомнигы урынлашҡан. 2020 йылда бында яҙыусы һәм журналист Песков Василий Михайловичҡа һәйкәл ҡуйыла[3].

Ҡурсаулыҡ ҡунаҡтары бөгөн:

  • Тәбиғәт музейы;
  • «Таныш булығыҙ — Воронеж ҡурсаулығы!» мәғлүмәт үҙәге;
  • Өс экскурсия объекты булған ҡондоҙ ҡаласығы;
  • «Ҡурсаулыҡ әкиәте» һәм «Ташбаҡа» экологик һуҡмаҡтары;
  • «Терпе юлдары» арҡан паркы;
  • В. М. Песков музейы;
  • Янғындар музейы менән таныша ала.

Ҡоштар ҡурсаулыҡтағы умыртҡалылар араһында иң күбе: уларҙың 200-гә яҡын төрө бар, шуларҙың 130-ға яҡын төрө оя ҡора, күпселек өлөшө — күсмә. Рәсәй Федерацияның Ҡыҙыл китабына ҡурсаулыҡ биләмәһендә һәм уның һаҡлау зонаһында теркәлгән 10 ҡош-ҡорт төрө индерелгән: көсөгән, бөркөт, аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө, ялан көйгәнәге, ҡарағош, кәлмәргән, йылан ыласыны, өкө, Европа тумыртҡаһы, ваҡ һайыҫҡан.

Контакттары

үҙгәртергә
  • Адресы: 394080, г. Воронеж, Госзаповедник, Центральная усадьба

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Воронежский заповедник. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.). Дата обращения: 15 август 2023.
  2. Животный мир. ФГБУ «Воронежский государственный природный биосферный заповедник имени В.М. Пескова». Дата обращения: 3 июль 2018. Архивировано 3 июль 2018 года.
  3. В Воронежском заповеднике появился памятник Василию Пескову. Официальный сайт Русского географического общества (28 декабрь 2020). Дата обращения: 12 ғинуар 2021. Архивировано 20 ғинуар 2021 года.
  • Л. С. Лавров, В. А. Семёнов, В. В. Трегубов. Воронежский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 164—187.

Һылтанмалар

үҙгәртергә