Википедия:Төҙәтеүҙәр һуғышы
Ҡыҫҡаса: әгәр кемдер һеҙҙең төҙәтеүҙәргә ҡаршы булһа, уның менән һөйләшеп аңлашырға һәм уртаҡ фекергә килергә тырышығыҙ йә аралашсыға мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙ һүҙегеҙҙе һүҙ итәм тип, төҙәтеүҙәр һуғышы асмағыҙ. |
Ҡатнашыусылар йә ҡатнашыусылар төркөмө берәй биттә йә ҡатнаш темалағы бер нисә биттә бер-береһенең төҙәтеүҙәрен кире ҡаға (йәки «сигендерә») башлаһа, был күренеш төҙәтеүҙәр һуғышы тип атала. Википедияла бындай ҡапма-ҡаршы тороу тыйыла һәм тәртип нормаларын боҙоу тип ҡарала, сөнки бәхәстә «тупаҫ көс» ҡулланып, консенсус эҙләгәндә өҫтөнлөк алырға тырышыуҙы аңлата.
Википедияла мәҡәлә предметына төрлө ҡарашта булған кешеләр уртаҡ телгә килә алһа, эш һөҙөмтәле бара (ҡарағыҙ: Википедия: Консенсус). Мәҡәләнең йөкмәткеһе өҫтөндә эшләгәндә бөтә ҡатнашыусылар бер тиң (ҡарағыҙ: Википедия:Ҡатнашыусыларҙың тиңлеге). Нейтраль ҡарашта булыу ҡағиҙәһенә ярашлы, мәҡәләлә бөтә әһәмиәтле фекерҙәр бер сама сағылырға тейеш. Төҙәтеүҙәр һуғышы ғәҙәттә ҡапма-ҡаршы маҡсатта — низағлашыусыларҙың бер яғына отошло булған фекергә нисбәтһеҙ рәүештә ҙур урын биреү (хатта уны ғына урынлаштырыу) маҡсатында башлана.
Нимә ул төҙәтеүҙәр һуғышы?
үҙгәртергәТөҙәтеүҙәр һуғышы тигәндә яңғыҙ эш итеүҙе генә түгел, ә ҡатнашыусының мәҡәлә йөкмәткеһенә ҡағылышлы киң күләмле алыш башлауын аңларға кәрәк. Төҙәтеүҙәр һуғышы — мәҡәлә йөкмәткеһе тураһындағы бәхәстә төҙәтеүҙәр механизмын һөжүм ҡоралы итеп файҙаланыу ул.
Конфликттарҙы көйләгәндә хакимдарға йыш ҡына теге йәки был ғәмәлдәрҙе төҙәтеүҙәр һуғышы тип квалификациялау тураһында үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Ҡатнашыусының төҙәтеүҙәр һуғышына ҡағылышын күрһәтә торған бер нисә билдә бар.
Төҙәтеүҙәр һуғышының иң сағыу билдәләренең береһе — ҡатнашыусының өс тапҡыр кире ҡағыу ҡағиҙәһен боҙоуы. Уға ярашлы, ҡатнашыусы 24 сәғәт эсендә бер мәҡәләлә өс тапҡырҙән артыҡ кире ҡағыу яһаһа, был төҙәтеүҙәр һуғышы тип баһалана. Был сикләүҙе үтә формаль аңларға һәм ҡатнашыусының билдәләнгән сиккә етеүен һәр ваҡытта ла тәртип ҡағиҙәһен боҙоу тип ҡарарға ла ярамай. Шул уҡ ваҡытта өс тапҡыр кире ҡағыу ҡағиҙәһе, формаль рәүештә уны боҙмаған осраҡта, теләгән бер кире ҡағыуҙы яһарға рөхсәт итә тип тә ҡарарға ярамай: төҙәтеүҙәр һуғышы бер нисә көнгә йә унан да оҙағыраҡҡа һуҙылыуы, бер юлы бер нисә битте солғауы ихтимал, ә ҡатнашыусының ғәмәлдәре «норма» сиктәрендә ҡалырға мөмкин; һәм, ниһайәт, ҡатнашыусының үҙенә оҡшамаған һәр төҙәтеүҙе кире ҡағыу ғәҙәте булыу ихтималлығын да күҙҙән ысҡындырырға ярамай.
Төҙәтеүҙе кире ҡағыуҙы ҡабаттан кире ҡағыу консенсус эҙләү тәртибен боҙоу тип иҫәпләнергә, шуға һаҡ ҡулланылырға тейеш.
Төҙәтеүҙәр һуғышын алып барыу йыш ҡына кешенең ыҙғышҡа әүәҫлеге эҙемтәһе була. Бындай тәртип килеп тыуған хәл буйынса фекер алышып, консенсус эҙләү рухына ҡаршы килә.
Вандализмды йә бикләнгән ҡатнашыусыларҙың төҙәтеүҙәрен кире ҡағыу төҙәтеүҙәр һуғышы тип иҫәпләнмәй — шул уҡ ваҡытта конфликт барышында мәҡәлә йөкмәткеһенә индерелгән төҙәтеүҙәр (хатта улар НҠ-ны асыҡтан-асыҡ боҙоу булһа ла) һәм изге ниәттән эшләнгән башҡа ғәмәлдәр вандализм булмай.
Төҙәтеүҙәр һуғышы тураһында һөйләгәндә, беҙ башлыса ҡатнашыусының тәртибен күҙҙә тотабыҙ, ә уның билдәле бер ваҡыт эсендә ниндәйҙер биттәрҙә яһаған кире ҡағыуҙары һанын түгел.
Төҙәтеүҙәр һуғышының зарары ниҙә?
үҙгәртергәТөҙәтеүҙәр һуғышы башҡаларҙың төҙәтеүҙәрен дошмандарса һәм ҡат-ҡат кире ҡағыуҙан торған, эшкә ҡамасаулыҡ иткән тәртип арҡаһында башлана. Википедияның төп принцибы асыҡ интернет берләшмәһе нейтраль ҡарашҡа нигеҙләнгән сифатлы энциклопедия төҙөргә һәләтле булыуына ышаныуҙан тора. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн дискуссия алып барыуға айыҡ ҡараш, түҙемлелек, берләшмәлә сәләмәт шарттар кәрәк, ә этика нормаларын боҙоу һәм төҙәтеүҙәр һуғышы быға ҡамасаулай. Изге ниәттән эшләнгән төҙәтеүҙәрҙе кире ҡағыу бәхәсле мәлдәр тураһында фекер алышыуҙан һәм эшлекле хеҙмәттәшлек булдырыуҙан баш тартыу тип һанала, ә бындай тәртипкә Википедияла юл ҡуйылмай. Ҡағиҙәләрҙе аңлатыуға, иҫкәртеүҙәргә һәм бикләүҙәргә ҡарамаҫтан төҙәтеүҙәр һуғышы алып барыуҙы дауам иткән ҡатнашыусылар берләшмәләге мөхитте боҙа һәм мөҙҙәтһеҙ бикләнә ала.
Бынан тыш, төҙәтеүҙәр һуғышы барғанда мәҡәләләр даими үҙгәрә, һәм был үҙгәртеүҙәр ҡайһы берҙә бер-береһенә ҡаршы килә. Был мәҡәләнең дөрөҫлөгөндә сағылмай ҡалмай.
Нимә эшләргә?
үҙгәртергәТөҙәтеүҙәр һуғышы барғаны асыҡланһа, бөтәһенән элек, ҡатнашыусыға (айырыуса ул яңы килгән кеше булһа) Википедияла эшләү принциптарын аңлатырға һәм уның дөрөҫ эш итмәүен белдерергә кәрәк.
Төҙәтеүҙәр һуғышы барғанын күргән, конфликтта ҡатнашмаған һәм «һуғышыусы» яҡтарҙы татыулаштыра йәки уларҙы уртаҡ фекер эҙләргә күндерә алмаған хаким ыҙғышты алып барған ҡатнашыусыларҙы бер ни тиклем ваҡытҡа бикләргә йә битте һаҡ аҫтына ҡуйырға мөмкин.
Битте һаҡ аҫтына ҡуйыу яҡтар ҡапма-ҡаршылыҡтар тураһында һөйләшер һәм консенсусҡа килер тигән өмөт булғанда һөҙөмтәле.
Ҡатнашыусы үҙ ҡарашынан баш тартмаһа, кире ҡылығын дауам итһә, бикләү ҡулланыла.
Төҙәтеүҙәр һуғыштарында йыш ҡатнашҡан ҡатнашыусыларға ҡарата бикләү мөҙҙәтенең — торған һайын оҙоная, ә берләшмәнең түҙемлеге бөтә барыуына әҙер булырға кәрәк. Төҙәтеүҙәр һуғышында үтә йыш ҡатнашыусыларға иртәме-һуңмы мөҙҙәтһеҙ бик һалынырға йә билдәле бер тематикалы мәҡәләләрҙе мөхәррирләүгә тыйыу һалынырға мөмкин (бер нисә хаким йә Юғары шура ҡарары менән), йә булмаһа улар үҙҙәре проектҡа ҡыҙыҡһыныуын юғалта һәм уны ташлап китә.
Үҙеңде нисек тоторға?
үҙгәртергәҺуғышырға әүәҫ ҡатнашыусыларға ғәҙәттәрен үҙгәртергә һәм беренсе кире ҡағыуҙан һуң уҡ күҙгә салынған фекер айырымлыҡтары буйынса оппоненттары менән консенсус табырға тырышырға кәрәк. Төҙәтеүҙәр һуғышына аяҡ баҫҡанға тиклем үҙегеҙ тәҡдим иткән үҙгәртеүҙәрҙе мәҡәләнең фекер алышыу битендә йә оппонентығыҙҙың фекер алышыу битендә бергәләп тикшерегеҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: Интернетта башҡа кеше менән бәйләнеш мөмкинлектәренең сикләнгән булыуы шарттарында уның ниәттәрен яңылыш аңларға йә уның дошмансыллыҡ дәрәжәһен үтә арттырып баһаларға мөмкин. Оппонентығыҙҙың «хаҡлы түгеллегенә», «эшлекле эш итмәүенә» йә үҙенең тарафлы ҡарашын үткәрергә тырышыуына ышаныу (POV-pushing) төҙәтеүҙәр һуғышын аҡламай.
Төҙәтеүҙәр һуғышын башларлыҡ ғәмәлдәр ҡылмау өсөн үҙегеҙ эшләгән бөтә кире ағыуҙарҙы асыҡ аңлатып барырға тәҡдим ителә. Асыҡтан-асыҡ булған осраҡтарҙа (ҡағиҙәне боҙған төҙәтеүҙе кире ҡағыу) төҙәтеүгә комментарий яһау ҙа етә, ләкин ҡатмарлыраҡ осраҡтарҙа мәҡәләнең фекер алышыу битендә кисекмәҫтән асыҡлама яҙырға кәрәк (шуның менән бергә төҙәтеүгә биргән комментарийҙа быны күрһәтергә, мәҫәлән, «фекер алышыуҙы ҡарағыҙ» тип өҫтәргә кәрәк). Кире ҡағыуҙарға комментарийҙарҙа репликалар алмашыу төҫөндәге бәхәстәр алып бармаҫҡа тырышығыҙ, сөнки бындай бәхәстәрҙең форматы бик сикләнгән. Мәҡәләнең фекер алышыу битендә һөйләшеп килешеү һәм шунан һуң килешелгән төҙәтеүҙе индереү иң яҡшы юл булып тора.
Әгәр яңы төҙөлгән биттең беренсе версияһы уҡ фекер айырымлыҡтары тыуҙырһа, ул һуғышҡа тиклемге версия тип һаналмай. Бындай биттең йөкмәткеһенә дәғүәләре булған ҡатнашыусылар мәҡәләнән үҙҙәренә бәхәсле булып күренән бөтә өлөштәрен юйҙырырға хоҡуҡлы. Бынан һуң версия консенсуслы тип һанала, ә бәхәсле төҙәтеүҙәр буйынса алдан фекер алышыу булырға тейеш.
Йыш ҡына бәхәсле мәсьәләлә компромисс табыуға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү ярҙам итә. Бәхәскә өсөнсө яҡты йәлеп итеү мөмкинлеген ҡарағыҙ йә форумда башҡа ҡатнашыусыларҙың комментарий биреүен һорағыҙ. Нейтраль ҡатнашыусылар конфликттың үҫеүен туҡтатырға, НҠ-ны ысынлап та боҙоуҙарҙы булдырмаҫҡа, консенсусҡа килергә ярҙам итә ала.
Әгәр был ысулдар уңыш килтермәһә, хакимдарға һорауҙар битен йә конфликттарҙы хәл итеү процедураларын файҙаланығыҙ.