Википедия:Вандализм
Википедияла вандализм — энциклопедияның дөрөҫлөгөнә һәм абруйына хилафлыҡ килтереү маҡсатында аңлы рәүештә йөкмәткене үҙгәртеү, юйҙырыу йә өҫтәү. Вандализм нигеҙҙә Википедия биттәренә әрләү һүҙҙәре йә мәғәнәһеҙ символдар йыйылмаһы индереүҙән, мәҡәләлә яҙылған факттарҙы алмаштырыуҙан тора. Белмәгәнлектән яңылыш үҙгәрештәр индереү вандализмға ҡарамай.
Вандализм Википедия өсөн ҙур проблема түгел, сөнки мәҡәләгә индерелгән бөтә үҙгәртеүҙәр махсус бирелмәләр базаһында һаҡлана, — шунлыҡтан енәйәтселәр мәғлүмәттәрҙе тулыһынса юҡ итә алмай. Мәҡәләнең боҙолғанын күргән ҡатнашыусының зыян яһалған версияны кире алыуы мөһим, был ҡатмарлы түгел. Вандалға иҫкәртеү яһар өсөн уның битенә {{вандализм}} тигән ҡалыпты йә {{uw-vandalism1}}, {{uw-delete1}} (мәғлүмәтте юйҙырыусылар өсөн) йәки {{uw-joke1}} (шаян вандализм өсөн) ҡалыптар төркөмөнән береһен ҡуйырға кәрәк.
Википедияла вандализм эҙемтәләренең күбеһе бер нисә минут эсендә бөтөрөлә.
Вандализм типтары
үҙгәртергәВандализм маҡсаты, ысулдары һәм уны асыҡлауҙың ҡатмарлылығы буйынса бер нисә төргә бүленә.
Маҡсаты буйынса
үҙгәртергә- Шаян вандализм — шаян мәҡәләләр йәки мәҡәләләргә шаян үҙгәрештәр индереү.
- Иғтибарын йәлеп итеү маҡсатындағы вандализм — мәҡәләләргә хурлағыс өҫтәмәләр индереү, «бәйләнгес мәҡәләләр» яҙыу.
- Спам-вандализм — (үҙ)реклама маҡсатында яраҡһыҙ тышҡы һылтанмалар өҫтәү.
- Идеологик вандализм — тарафһыҙлыҡҡа зыян килтергән «бәйләнгес мәҡәләләр».
- Ялғанлау — Википедияның абруйын боҙоу һәм уны файҙаланған кешеләрҙе уңайһыҙ хәлгә ҡуйыу, шулай уҡ ҡатнашыусы яҡлаған фекергә ялған нигеҙләмә булдырыу маҡсатында ялған мәғлүмәт өҫтәү.
- Үсле вандализм — берләшмәнән йә уның ҡатнашыусыларынан үс алыу ысулы.
- Робингудса вандализм — «яҡшылыҡ хаҡына яуызлыҡ», ҡағиҙәләрҙе мәғәнәһеҙ тип күрһәтеү маҡсатында боҙоу, мәҡәләләрҙәге әҙәпһеҙ лексика, натуралистик һүрәтләүҙәр һ.б. булған өлөштәрен юйҙырыу (ентекләберәк: Википедия:Абсурдҡа еткермәгеҙ).
Ысулдары буйынса
үҙгәртергә- Балалар вандализмы — ҡат-ҡат граффитиҙар өҫтәү йә биттәрҙе таҙартыу. Википедия мөмкинлектәрен тикшереү йә протест тыуҙырған өлөштәре булған мәҡәләләрҙе юйҙырырға тырышыу маҡсатында эшләнә.
- Күренеп бармаған вандализм (йыш ҡына ҡәбәхәт вандализм тип тә атайҙар) — әҙ-әҙләп кенә ялған мәғлүмәт өҫтәү, булған мәғлүмәтте һиҙҙермәй генә боҙоу (һылтанмаларҙы, даталарҙы, һандарҙы, айырым символдарҙы алмаштырыу; разметканы боҙоу һ.б.).
- Күҙгә күренмәҫ вандализм — биттәрҙең сығанаҡ кодына Web-бит буйлап йөрөгәндә күренмәй торған кәмһеткес өҫтәмәләр йә ялған өҫтәмәләр ҡуйыу.
- Исемдәрҙе үҙгәртеү ҡулланған вандализм — мәҡәләләрҙең исемен хурлаусы, мәғәнәһеҙ йә мәҡәлә йөкмәткеһенә тап килмәгән исем менән алмаштырыу.
- Йүнәлтеүҙәр ҡулланған вандализм — мыҫҡыллы мәҡәләләргә йә һүрәттәргә йүнәлтеүҙәр ҡуйыу, шулай уҡ ахмаҡ йә һүгенеү һүҙле йүнәлтеүҙәр яһау.
- Һүрәт йөкләүгә бәйле вандализм — ризаһыҙлыҡ тыуҙырыусан йә провокацион һүрәттәр йөкләү.
- Copyvio-вандализм — авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланған текстарҙы авторҙың рөхсәтенән башҡа ныҡышмалы рәүештә ҡат-ҡат өҫтәү.
- Бот ярҙамы менән вандализм — бик күп (йөҙҙәрсә, меңдәрсә) битте махсус бот-программа ярҙамында үҙгәртеү (ғәҙәттә бындай вандализм автоматик рәүештә кире алына).
- Кире алыу юлы менән эшләнгән вандализм — файҙалы төҙәтеүҙәрҙе йә вандидализмды кире алыу.
- Ҡалыптар һәм юзербокстар вандализмы. Бер юлы был ҡалыптар ҡуйылған бөтә биттәрҙең вандализмға дусар булыуы менән хәүефле.
- Машина тәржемәһе ярҙамында вандализм — автотәржемәсе ярҙамында яһалған, тупаҫ мәғәнәүи хаталары булған текстар ҡуйыу.
Мәҡәләләр ҙә, фапйҙаланыусы биттәре лә, ҡалыптар ҙа, ярҙамсы биттәр ҙә вандализм ҡорбаны булырға мөмкин.
Асыҡлау ҡатмарлылығы буйынса
үҙгәртергә- Ябай хулиганлыҡ. Ғәҙәттә, бындай вандализм бөтәһенә лә күренеп тора һәм теләгән бер ҡатнашыусы тарафынан юйҙырыла. Миҫалдар: бөтә мәҡәләне юйҙырыу, текстың берәй өлөшөн хурлағысҡа алмаштырыу алмаштырыу, мәғәнәһеҙ тамғалар йыйылмаһы өҫтәү.
- Шым вандализм. Мәҡәлә тексында күренеп бармай, ләкин күҙәткәндә һәм патрулләгәндә яҡшы күренә. Миҫалдар: тексты ҡапма-ҡаршы мәғәнәлегә үҙгәртеү һәм сығанағын шул көйө ҡалдырыу, сығанаҡын үҙгәртмәйенсә цифрлы бирелмәләрҙе үҙгәртеү.
- Ҡатмарлы фальсификация. Асыҡлау өсөн тема менән танышыу һәм сығанаҡтарҙы ентекле уҡып сығыу талап ителә. Миҫалдар: йөкмәткене фальсификациялау йә дөрөҫлөккә тап килмәгән тезисты берәй еңел табылмай торған ҡағыҙ сығанаҡҡа һылту.
Вандалдарға ҡарамаған ғәмәлдәр
үҙгәртергәҠайһы бер ғәмәлдәр вандализмға оҡшаған, тик уға ҡарамай. Атап әйткәндә:
Яңы килеүсенең тексы. Яңы килеүселәр «төҙәтергә» тигән төймәне күргәс тә, ысынлап та төҙәтә алырмынмы тип, уйлай. Төймәгә баҫалар һәм тексҡа берәй нәмә яҙалар. Был вандализм түгел! Киреһенсә, уларҙы йылы ҡаршы алырға һәм һынау урынына һылтанма бирергә кәрәк. Бының өсөн махсус {{test}} һәм {{userpagewarn}} ҡалыптарын ҡулланырға була (һуңғыһы — яңы килеүсе яуыз ниәтһеҙ башҡа файҙаланыусының биттәрен төҙәткән осраҡтар өсөн).
Яңы килеүсенең киңәйтелгән һынау үткәреүе. Ҡайһы берҙә яңы килеүселәр мәҡәләне мәғәнәһеҙ йә уҡығыһыҙ итеп булмаҫмы тип тикшереп ҡарай. Уларға викиҙа нимәләр эшләп булғаны ҡыҙыҡ. Үҙгәртеүҙәрен алып ташлаһаң, ул башҡа быны эшләмәй; әгәр уға хәбәр ебәрһәң, уңайһыҙлана. Әммә яңы килеүсе һынауҙарын дауам итһә, бында инде вандаллыҡ башлана.
Вики мөмкинлектәрен өйрәнеү. Ҡайһы бер файҙаланыусылар вики-разметкаға тиҙ генә өйрәнә алмай. Уларға тышҡы һәм эске һылтанмалар, таблицалар һ.б. менән эш итеп ҡарарға кәрәк. Был яңы килгәнде вандаллыҡта ғәйепләгәнсе вики-разметканың ул аңлап етмәгән яҡтарын аңлатығыҙ һәм/йәки белешмә биттәренә һылтанмалар бирегеҙ (бигерәк тә Википедия:Нисек мәҡәләне төҙәтергә битенә).
Нейтраллекте боҙоу. Нейтраль ҡарашлы мәҡәләләр яҙыу еңел түгел, хатта ҡайһы берҙә википедия ветерандары ла камил булмаған текстар яҙып ҡуя. Уның ҡараштары һәр кемде әҙме-күпме кимәлдә һуҡырайтырға мөмкин. Хәйер, кешенең был һыҙаты ҡыҙғаныс булһа ла, был вандализм түгел.
Ҡыйыу төҙәтеүҙәр. Википедия сәйәсәте: «Ҡыйыу төҙәтегеҙ!» Ҡайһы бер википедистар мәҡәләләрҙе яҡшыртыу маҡсатында ҙур төҙәтеүҙәр индерә. Һеҙ яҙған тексты ныҡ үҙгәртеүҙәре һеҙгә оҡшап етмәһә лә, — был вандаллыҡ түгел. Аҡыллы википедистар ҡыйыулыҡты мөхәббәт менән бер нисбәткә килтерә.
Оригиналь тикшеренеүҙәр индереү — ҡағиҙәләр менән тыйыла, ләкин вандаллыҡ түгел.
Хаталар. Хаталар вандаллыҡ булмай. Әгәр һеҙ мәҡәләлә дөрөҫ булмаған бар тип иҫәпләһәгеҙ, ысынлап та шулаймы икәнен тикшерегеҙ һәм/йәки факттар буйынса автор менән фекер алышығыҙ. Әгәр авторҙар һеҙҙең аңлатыуҙарҙы ҡабул итмәһә һәм хаталы төҙәтеүҙәр дуам итһә, бындай төҙәтеүҙәрҙе ниңә индергәндәрен асыҡларға тырышығыҙ.
Бәйләнеү йәки шәхсән кәмһетеүҙәр Википедияла тыйыла, әммә, ғәҙәттә, был вандаллыҡ түгел.
Көтөлмәгән үҙгәрештәр. Төҙәтеүҙәрҙең ғәҙәти булмаған стиле файҙаланыусыны вандал итмәй. Әгәр кемдер яҡшы төҙәтеү эшләһә, ләкин ҡыҫҡаса тасуирламала «Сәләм, был Вася!» тип яҙһа, ул — вандал түгел. Ул яңы килеүсе. Уға ҡыҫҡа тасуирламаны нисек яҙырға дуҫтарса аңлатығыҙ. Уны бикләмәгеҙ һәм индергән үҙгәртеүҙәрен юйҙырмағыҙ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Википедия: Вандалдарҙы мәңгеләштермәгеҙ
- Википедия: «Вандал» һүҙен урынһыҙ ҡулланмағыҙ
- Википедия: Вандалдар
- Категория: Википедия: Эссе: Вандализм