Википедия:Биттәрҙең исемен үҙгәртеү
Биттәрҙең исемен үҙгәртеү — биттең исемен үҙгәртеүҙән торған техник ғәмәл, исем үҙгәртеүҙәр журналында теркәлеп бара.
Ошо ҡағиҙә башҡорт Википедияһы бүлеге биттәренең исемен үҙгәртеүҙең дөйөм принциптарын һәм процедураһын билдәләй; исем үҙгәртеү буйынса фекер алышыуҙар һәм дискуссиялар йомғаҡтары нигеҙләнә торған нормалар башҡа ҡағиҙәләрҙә һәм ҡулланмаларҙа ентекле һүрәтләнә. Был ҡағиҙә файлдарҙың исемен үҙгәртеүгә ҡарата исем үҙгәртеү форумында фекер алышыу процедураһын ғына күҙҙә тота; ҡалғандары махсус ҡағиҙә менән билдәләнә
Белешмә мәғлүмәт
үҙгәртергәИсем үҙгәртеү «векторлы» биҙәлеш темаһын ҡулланғанда эҙләү тәҙрәһенән һулда сыҡҡан менюҙағы «исемен үҙгәртергә» һылтанмаһы ярҙамында эшләнә. Менюҙа ҡалҡҡан формала кәрәкле исемдәр мөхитен (битте башҡа исемдәр мөхитенә күсереү кәрәк булғанда) һайлағыҙ, биттең яңы исемен яҙығыҙ, исем үҙгәртеү сәбәбен күрһәтегеҙ, шунан «Исемен үҙгәртергә» төймәһенә баҫығыҙ. Биттең иссеме үтә оҙон булһа, биттең исемен үҙгәртеү сәбәбе логҡа һыймаҫҡа мөмкин; был осраҡта (әгәр сәбәп үҙенсәлекле булһа) уны фекер алышыу битендә күрһәтеү яҡшы.
Автоматик раҫланған һәр ҡатнашыусы исем үҙгәртә ала, түбәндәге осраҡтарҙарҙа ғына был мөмкин түгел:
- исем үҙгәртеүсе ҡатнашыусы исемен үҙгәрткән йә маҡсатлы биттә төҙәтеүҙәр яһарға хоҡуҡһыҙ (был битте һаҡлау йә биттең автоматик теркәлгәндәрҙең береһенә лә төҙәтеү мөмкинлеге бирелмәүе менән аңлатыла (мәҫәлән, әгәр бит mediawiki исемдәр мөхитендә булһа йәки скрипттар йә стилдәр файлы булып торһа));
- файлдар исемен үҙгәртергә хаким, инженер йәки файл исемдәрен үҙгәртеүсе флагына эйә булған ҡатнашыусылар ғына хоҡуҡлы;
- әгәр маҡсатлы бит булһа, ул төҙәтеүҙәр тарихында бер генә яҙмалы исеме үҙгәртелеүсе биткә йүнәлтелгән булһа ғына, уның исемен бирергә була (ентеклерәк - түбәндә).
Исеме үҙгәртелеүсе биттең ярҙамсы биттәре булһа, бер ыңғайҙан уларҙың да исемен үҙгәртеү дөрөҫ булыр. Хакимдар, инженерҙар, файлдар исемен үҙгәртеүселәр быны автоматик рәүештә эшләй ала, бының өсөн исем үҙгәрткәндә ҡулланыла торған опция бар. Ә башҡа ҡатнашыусылар бындай биттәрҙең исемен үҙгәртеү өсөн үрҙә аталған флаглы ҡатнашыусыларға йә бот тотоусыларға мөрәжәғәт итә ала.
Исемде үҙгәрткәндә биттең төҙәтеүҙәр тарихы тулыһынса һаҡлана.
Исем үҙгәрткәндә йүнәлтеүҙәр
үҙгәртергәИҫке исем автоматик рәүештә яңыға йүнәлтеү булып тора, «йүнәлтеүгә ҡалдырмау» техник мөмкинлеге ҡулланылһа, был эшләнмәй, ул хакимдарға, инженерҙарға, йомғаҡ яһаусыларға, файлдарҙың исемен үҙгәртеүселәргә һәм йүнәлтеүһеҙ исем үҙгәртеүселәргә генә рөхсәт ителә һәм ғәҙәттә хаталы исемдәрҙе үҙгәрткәндә йә исемде бушатыу маҡсатында ҡулланыла. Исемде «йүнәлтеүгә ҡалдырмайынса» үҙгәрткән осраҡта үҙгәртеү барышында уҡ йә үҙгәрткәс тә иҫке исемгә илткән дөрөҫ һылтанмаларҙың бөтәһен дә төҙәтеп ҡуйырға кәрәк. Файлдар һәм категориялар исеме йүнәлтеүгә ҡалдырмайынса үҙгәртелергә тейеш (бындай мөмкинлек булһа), юғиһә йүнәлтеүҙе критерий буйынса тиҙ юйҙырыуға ҡуйырға кәрәк була {{db|категорияларҙа йүнәлтеү}}.
Исем үҙгәрткәндә ике ҡатлы йүнәлтеүҙәр барлыҡҡа килеүе мөмкин. Уларҙы ҡул менән төҙәтеүҙең кәрәге юҡ — боттар эшләй. Был ҡалыптарға ғына ҡағылмай, уларға ике ҡатлы йүнәлтеүҙәрҙе шунда уҡ төҙәтеү яҡшы — юғиһә бик күп биттәр дөрөҫ күренмәҫкә мөмкин.
Биттәрҙең айырым төрҙәренең исемен үҙгәртеү
үҙгәртергәКатегория битенең исемен үҙгәрткәндә уға ингән бөтә биттәрҙә категория исеме автоматик рәүештә үҙгәрмәй, шуға категория исемен үҙгәрткәс, шунда уҡ уға ингән биттәрҙә үҙгәртеп сығырға кәрәк (биттәр үтә күп булһа, уны боттан эшләтәләр.). Йүнәлтеүһеҙ исем үҙгәртергә техник хоҡуғы булған ҡатнашыусылар ғына категория исемен үҙгәртә ала.
Техник яҡтан, ҡатнашыусының шәхси бите исемен үҙгәртеү ғәҙәти тәртиптә башҡарыла. Ләкин был иҫәп яҙмаһының исемен үҙгәртеүгә килтермәй. Уныһын үҙгәртеү өсөн үтенестәр битендә бейҙәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Йүнәлтеүҙең исемен үҙгәртергә техник йәһәттән мөмкин, ләкин мәғәнәһеҙ. Исем үҙгәртеү өсөн урын бушатырға, ләкин биттең төҙәтеүҙәр тарихын һаҡларға кәрәк булғанда ғына фәтеүәһе бар (бындай йүнәлтеүҙәрҙең фекер алышыу битенә {{сохранить историю правок}} ҡалыбы ҡуйылырға тейеш).
Булған биттең исеменә үҙгәртеү
үҙгәртергәИсемде булған биттең исеменә үҙгәртеү яңы исем төҙәтеүҙәр тарихында бер генә яҙмаһы булған биткә йүнәлтеү булып торған осраҡта ғына мөмкин. Шулай иткәндә, биттең элекке исемен ҡайтарып, исем үҙгәртеүҙәрҙе кире алыу еңел була.[1]
Исемде булған бит исеменә үҙгәртеү ниәте алда һөйләнелгән пунктҡа тап килмәһә, ҡатнашыусы был турала иҫкәртеү ала. Әгәр яңы исемдә иғтибар итерлек төҙәтеүҙәр тарихы булмаһа (мәҫәлән, йүнәлтеү булараҡ яһалған, унан һуң ике ҡатлы йүнәлтеүҙәрҙе төҙәткән саҡта боттар тарафынан төҙәтелгән), уға тиҙ юйҙырыу ҡалыбы {{db-move|<исемен үҙгәртә торған бить>|<аңлатыу>}} ҡуйырға кәрәк (икенсе параметры — мотлаҡ түгел), юйҙырылғанын көтөргә, шунан биттең исемен үҙгәртергә кәрәк. Иғтибар: әгәр бит икенсе биткә индерелгән булһа (ҡалыптарҙа һәм ҡайһы бер күп мәғәнәлелекте хәл итеү биттәрендә осрай), тиҙ юйҙырыу ҡалыбы мотлаҡ <noinclude></noinclude>
тегына индерелергә тейеш.
Боҙоҡлоҡ: исемде үҙгәртеү урынына тексты күсереү
үҙгәртергә
Исемде үҙгәртеү урынына тексты күсереү (биттең йөкмәткеһе йүнәлтеүгә алмаштырылған, ә текст тулыһынса яңы биткә йә йүнәлтелгән биткә күсерелгән саҡта) тупаҫ хата була, сөнки был төҙәтеүҙәр тарихын өҙә һәм биттең элекке авторҙарының авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа — Википедия лицензияһы текст авторҙарын мотлаҡ күрһәтеүҙе талап итә.
Тексты күсереүҙәге был боҙоҡлоҡто төҙәтеү өсөн:
- һуңғы төҙәтеүҙе кире алып, тексты беренсел биткә ҡайтарырға;
- яңы исемен юйҙырыуҙы һорарға (ҡарағаҙ: юғарыла);
- исем үҙгәртеүҙе дөрөҫ итеп эшләргә.
Боҙоп күсергәндән һуң файҙалы төҙәтеүҙәр эшләнеп өлгөрһә, ике биттең төҙәтеүҙәр тарихтарын берләштереү өсөн хакимдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Исем үҙгәртеү сәбәптәре
үҙгәртергәБиттәрҙең исемен үҙгәртеү түбәндәге сәбәптәр буйынса эшләнергә мөмкин (исемлек тулы түгел):
- элекке исеме мәғәнәһе буйынса яраҡлы түгел, тап килмәй йә яңылыш аңлауға килтерә (мәҫәлән, мәҡәләләр өсөн — абруйлы сығанаҡтарҙа осрамай;
- элекке исеме башҡорт теле нормаларын боҙа (мәҫәлән, орфографик хатаһы бар);
- элекке исеме берләшмәнең бындай төр биттәргә исем биреү тураһындағы консенсусына тура килмәй (мәҫәлән, мәҡәләләргә исем биреү ҡағиҙәһенә);
- битте ҡатнашыусының шәхси мөхитендәге ҡараламаһынан йә инкубаторҙан төп мөхиткә күсереү талап ителә;
- ҡыҙыҡһыныу күрһәткән ҡатнашыусылар консенсусы ярҙамсы биттәрҙең (мәҫәлән, порталдарҙың, проекттарҙың һәм уларҙың айырым ярҙамсы биттәренең) исемен үҙгәртеү яҡлы.
Ҡалыптарҙың исеме башлыса техник әһәмиәт йөрөткәнгә уларҙың исемен «шулай дөрөҫөрәк» булғанға ғына үҙгәртеүҙең кәрәге юҡ.
Исем үҙгәртеү процедураһы
үҙгәртергәИсем үҙгәртеү алдынан ҡайһы осраҡтарҙа фекер алышыу кәрәк?
үҙгәртергә
Исем үҙгәртеү өсөн фекер алышыу талап ителгәндә фекер алышыу — ВП:Исемен үҙгәртеүгә ярҙамсы биттәрендә, ә категориялар өсөн — ВП:Категориялар буйынса фекерләшеү ярҙамсы биттәрендә үтә.
«Ҡыйыу булығыҙ» принцибына ярашлы, биттең исеме дөрөҫ түгеллеген күрһәгеҙ, уны төҙәтә алаһығыҙ, тик яңы исемде уйлап һайларға кәрәк — һеҙ һайлаған исем ҡағиҙәләргә тап килмәһә, һеҙҙе төҙәтәсәктәр. Шулай ҙа исем үҙгәртер алдынан, дөрөҫ булмаған йә берләшмә ҡаршы төшөрлөк исем һайламаҫ өсөн, ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе эшләргә кәрәк:
- Фекер алышыу биттәрен ҡарағыҙ — бәлки, исем буйынса фекерләшеү булғандыр йә унда фекер алышыуға һылтанған ҡалып торалыр.
- Биттең төҙәтеүҙәр тарихын ҡарағыҙ — бәлки, биттең исеме элек үҙгәртелгән булғандыр.
- Оҡшаш биттәрҙең исемдәрен ҡарағыҙ (бының өсөн категориялар механизмдарын файҙаланығыҙ); мәҡәләләр өсөн — был тематика мәҡәләләренә исем биреү ҡағиҙәләрен табырға тыршығыҙ.
Әгәр элек был биттең исемен үҙгәртеү ВП:Исемен үҙгәртеүгә битендә тикшерелгән һәм формаль йомғаҡ яһалған булһа, исемде ҡабат үҙгәртеү шунда уҡ фекер алышҡандан һуң ғына мөмкин. Сығарма бар: яңы ҡағиҙәләр ҡабул ителгәндән йә яңы шарттар килеп тыуғандан һуң (мәҫәлән, фамилияны рәсми үҙгәртеү) ҡағиҙәләр исем үҙгәртеүҙе һис һүҙһеҙ талап итә.
Башҡа бәхәсле осраҡтарҙа (элек оҡшаш исем үҙгәртеүҙәр, фекер алышыуҙарҙа һеҙҙең вариантҡа ҡаршы кире ҡағылмаған дәлилдәр бар һ.б.), әгәр һеҙ исем үҙгәртеүҙе мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләһәгеҙ, шулай уҡ һорауҙы ВП:Исемен үҙгәртеүгә битенә сығарырға кәрәк. Исемдең хата булыуы күренеп торған, әммә һеҙҙең тәҡдим итерлек вариантығыҙ булмағанда ла исем алмаштырыуҙы фекер алышыуға сығарыу кәрәк.
Әгәр биттең элекке исемен күп мәғәнәлелек бите итергә уйлаһағыҙ, «һылтанмалар бында» тигәнде ҡарағыҙ: әгәр бындай һылтанмалар күп кенә булһа һәм бөтәһе лә йә бөтәһе лә тиерлек бер үк мәғәнәле булһа, күп мәғәнәлелек битен «мәғәнәне» аныҡлап яһарға кәрәк; исем үҙгәртеү тураһындағы һорауҙы (уны һаман кәрәк һанаһағыҙ) ВП:Исемен үҙгәртеүгә битенә сығарыу дөрөҫ булыр. Бүтән осраҡта иһә яһалған күп мәғәнәлеклек битенә төҙәтергә кәрәк. Һылтанмалар бик күп булһа, бот хужаларынан мөрәжәғәт итергә кәрәк); әммә исем үҙгәртеү буйынса консенсус барлығына шик тыуһа, бот ебәрергә ярамай.
Автоматик раҫланмаған һәм IP-ҡатнашыусыларға исем үҙгәртеү кәрәк булғанда ВП:Исемен үҙгәртеүгә форумында фекер алышыу булдырырға тәҡдим ителә, ә бәхәсһеҙ осраҡта {{исемен үҙгәртеү һорала}} ҡалыбы менән үтенес ҡалдырырға кәрәк.
Бәхәсһеҙ осраҡтарҙа ҡулланмалар һәм ҡағиҙәләр исемен үҙгәртеү фекер алышыуһыҙ башҡарыла, ә бәхәсле осраҡтарҙа ҡағиҙәләр форумында фекер алышҡандан һуң ғына исем үҙгәртелә.
Исемде «тиҙ» үҙгәртеүгә дәғүә биреү
үҙгәртергәИсем үҙгәртеү һуғыштарына юл ҡуйырға ярамай! Исем үҙгәртеү һуғышы ҡупҡан осраҡта унда ҡатнашыусыларға үҙгәртеүҙәр һуғышы өсөн иҫкәртеү яһала йә улар бикләнә, ә мәҡәләгә исем үҙгәртеүҙән һаҡлау һалына. Мәҡәләгә исем үҙгәртеүҙән һаҡлау һалынған сораҡта мәсьәлә ВП:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыуға сығарыла һәм «Исем үҙгәртеүгә битендә йомғаҡ яһағанға тиклем» мөҙҙәтһеҙ һаҡланыуы тураһында аңлатма ҡуйырға тәҡдим ителә.
Фекер алышыуһыҙ үҙгәртелгән исем консенсус эҙләү һыҙмаһында һүрәтләнгән процедураға ярашлы кире алына ала: төҙәтеүҙе дәлилдәр килтереп кире алып була (әлбиттә, был төҙәтеү үҙе кире алыу булмаһа), шунан һуң фекер алышыуға күсергә кәрәк; сығарма ла бар: төҙәтеү юғарыраҡ кимәлдәге консенсустан сығып эшләнгән булһа (мәҫәлән, Википедия ҡағиҙәләренән), ул кире алынмай.
Был осраҡта шулай эшләргә кәрәк:
- яңы исемде кире алырға;
- биттең йә исемде беренсе тапҡыр үҙгәрткән ҡатнашыусының фекер алышыу битендә дәлилләү килтерергә;
- үҙеңә ВП:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыу башларға йә быны башҡа ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусыларға тәҡдим итергә.
Исемде «тиҙ» үҙгәртеүгә уны исем үҙгәртеүҙе юйҙырыуға сығарыу стадияһында ла дәғүә белдерергә мөмкин — бының өсөн, фекер алышыу битендә, дәлилләп, {{hangon}} ҡалыбын ҡуйырға кәрәк.
Исем үҙгәртеү өсөн тиҙ юйҙырыу мәсьәләһен ҡараған хаким йәки йомғаҡ яһаусы түбәндәгеләрҙе эшләргә тейеш:
- әгәр тәҡдим ителгән исем үҙгәртеүгә бер кем дә дәғүә белдермәһә йә ул Википедия ҡағиҙәләренә таянып эшләнһә — исемде үҙгәртергә (исем үҙгәртеү сәбәбен һүрәтләгәндә ҡыҫҡа ғына итеп дәлилде яҙырға йә «ҡатнашыусы Х үтенсе буйынса» тип яҙып ҡуйырға кәрәк);
- әгәр тәҡдим ителгән исем үҙгәртеүҙең Википедия ҡағиҙәләренә ҡаршы килеүе бәхәсһеҙ булһа — тейешле аңлатма менән {{db-move}} ҡалыбын кире алырға һәм ҡатнашыусыны иҫкәртергә;
- әгәр исем үҙгәртеүгә дәлилләнгән дәғүә белдерелһә йә хаким (йомғаҡ яһаусы) исем үҙгәртеүҙе дөрөҫ түгел тип һанаһа — битте ВП:Исемен үҙгәртеүгә битенә фекер алышыу өсөн сығарырға; шуның менән бергә биттең исеме бәхәс башланғанға тиклемге вариантҡа ҡайтарылырға тейеш.
Исемде үҙгәртмәйенсә биттең юйҙырырға ҡушылмай, бындай осраҡта 1) байтаҡ һылтанмалар бер ҡайҙа ла алып бармай торған булып ҡала; 2) исем үҙгәртеүгә дәғүә бирергә теләгән ҡатнашыусыға дәғүә белдереүҙең һәм консенсус эҙләүҙең дөрөҫ ысулын табыу ҡыйынлаша.
Башҡа ҡатнашыусының нигеҙле үтенесе буйынса берәй хаким, айыҡ аҡылға таянып, тәҡдим ителгән һыҙманан тайпыла һәм фекер алышыуға сығарылған биттең исемен үҙгәртә ала, яңы исем ВП:Исемен үҙгәртеүгә битендә уның юуйынса фекер алышыуға йомғаҡ яһағанға тиклем торасаҡ. Бындай үҙгәртеү берәй стандарт булмаған осраҡта талап ителергә мөмкин (мәҫәлән, йүнәлтеү урынында мәҡәлә төҙөгәндән һуң башҡа мәҡәләләрҙән һылтанмалар эштән сыҡһа).
Бер типлы биттәрҙең исемен үҙгәртеү
үҙгәртергәИсем үҙгәртеүҙың фекер алышыу биттәрендә ҡатнашыусыларҙың сикләнгән даирһә тарафынан аныҡ биттәргә бәйле айырым мәсьәләләр ҡарала — шуға был биттәргә дискуссия үткәреп ҡарала торған дөйөм мәсьәләләр буйынса консенсус булыу талабын ҡуйыу урынһыҙ. Әгәр исем үҙгәртеү буйынса фекер алышыу барышында бер типлы бик күп биттәр өсөн ҡағиҙәләр булмаһа, уларҙың исеме буйынса берләшмә консенсусы булмаһа, исем үҙгәртеү буйынса фекер алышыуҙы туҡтатып торорға һәм бәхәсте ҡулайыраҡ урынға — тап килгән тематик проект буйынса фекер алышыуға, ҡағиҙәләр буйынса форумға, махсус булдырылған һорашыуға һ.б. күсерергә кәрәк.
Был исеме яраҡһыҙ тип табылған бер типлы биттәрҙең исемен үҙгәртеүгә ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Шулай уҡ ниндәй ҙә булһа айырым мәсьәләне хәл итеү талап ителгән бер типлы биттәр төркөмөн ВП:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыуға сығарыуға ла ҡаршылыҡ тыуҙырмай (мәҫәлән, бер фамилиялы бер нисә кешенең фамилияһын дөрөҫ транскрипциялау мәсьәләһе) — бындай осраҡтарҙа бөтә номинациялар төркөмө буйынса бер биттә фекер алышырға тәҡдим ителә.
Төп мөхиттән күсереү менән бер юлы исем үҙгәртеү
үҙгәртергәИсемдәрҙең төп мөхитенән күсереү менән бер юлы исемде үҙгәртеү ВП:Юйылыуға битендә фекер алышыу аша яһала һәм ВП;Биттәрҙе юйыу ҡағиҙәһендә ҡаралған нигеҙләмәләргә һәм регламентҡа ярашлы башҡарыла. Ошо рәүешле исеме үҙгәртелгән биттәрҙең төп мөхитенә кире күсереү юйҙырылған биттәрҙе тергеҙеү процедураһы буйынса эшләнә ала.
Сығармалар:
- Әгәр бит төп мөхиткә яңылыш эләккән булһа (мәҫәлән, исемдәр мөхитенең атамаһы дөрөҫ яҙылмағанға йәисем үҙгәрткәндә ебәрелгән хата арҡаһында), уны тейешле исемдәр мөхитенә һәр ҡатнашыусы күсерә ала.
- ВП:Битте тиҙ юйҙырыу критерийҙары аҫтына эләккән, әммә эшкәртелеү өҫтөндә булған мәҡәләне (ул авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаһа һәм замандаштарға ҡарата яла яҡҡан раҫламаларҙан азат булһа) хаким йә йомғаҡ яһаусы автор ризалығы менән уның шәхси мөхитенә йә Инкубаторға исемен үҙгәртеп ҡуя ала.
- Координациялау исемлектәрен фекер алышыуһыҙ исемдәрҙең ярҙамсы мөхитенә (мәҫәлән, порталдарҙың йә проекттарҙың ярҙамсы биттәре сифатында) күсереп була. Аныҡ исемлектең квалификацияһы буйынса йә уларҙың төркөмөн квалификацияланған тип табыу буйынса консенсус булмаһа, күсереү ВП:Юйҙырыуға битендә фекер алышҡас ҡына рөхсәт ителә.
Исем үҙгәртеү буйынса фекер алышыу
үҙгәртергәНоминациялау тәртибе
үҙгәртергәТеләһә ҡайһы ҡатнашыусы биттең исемен үҙгәртергә тәҡдим итә ала; әммә ул ғәмәлдәрен Википедия ҡағиҙәләре һәм ҡулланмаларынан сығып нигеҙләргә тейеш.
Номинациялау өсөн түбәндәгеләрҙе эшләгеҙ:
- Исемен үҙгәртеүгә тәҡдим иткән биттеү башына {{subst:перелить}} ҡалыбыгн ҡуйығыҙ, ул автотматик рәүештә фекер алышыу датаһын сығара (ҡалып мөхәррирләү тәҙрәһе аҫтында тиҙ ҡуйыу панелендә бар), ийә шул уҡ ҡалыпты параметрҙарҙы күрһәтеп ҡуйығыҙ: {{исемен үҙгәртеүгә|2021-07-20}}. Тәҡдим ителгән исемде лә ҡалыпҡа индерергә мөмкин, әммә мотлаҡ түгел.
- Һылтанма буйынса ҡалыптан номинация буйынса фекер алышыу битенә күсегеҙ.
- Был номинацияға бағышланған секция яһағыҙ; әгәр бит яһалмаған булһа, башына {{КПМ-Навигация}} ҡалыбын ҡуйып, бит яһағыҙ.
Әгәр {{subst:перелить}} ҡалыбын ҡуйғандан һуң 3 сәғәт эсендә тейешле ярҙамсы биттә фекер алышыу башланмаһа, һәр ҡатнашыусы был ҡалыпты алып ташларға хоҡуҡлы. Фекер алышыу яһалһа, ә {{subst:перелить}} ҡалыбы ҡуйылмаған булһа, уны ҡуйырға була, шулай уҡ (әгәр ҡалып ҡуйыу датаһы ВК:Исемен үҙгәртеүгә битенең фекер алышыу башланған ярҙамсы бите датаһы менән тап килмәһә) фекер алышыуҙы ВК:Исемен үҙгәртеүгә битенең икенсе ярҙамсы битенә күсерергә лә, унда фекер алышыуҙы ябырға ла мөмкин.
Әгәр биттәр «сылбырының» исемен үҙгәртергә (А-ны Б-ға, Б-ны В-ға…) кәрәк булһа, {{subst:перелить}} ҡалыбы йүнәлтеүҙәрҙән башҡа, был биттәрҙең бөтәһенә лә ҡуйыла.
Күрһәтеүҙән алыу
үҙгәртергәБит бикләүҙе урап үтеүсе ҡатнашыусы тарафынан йә ирекле энциклопедия булдырыу маҡсаттарына ҡаршы килгән маҡсатта (мәҫәлән, ҡатнашыусыны эҙәрләү) исем үҙгәртеүгә ҡуйылған булһа, уны һәр хаким ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыуҙан алып ташлай ала. Был положение битте намыҫлы ҡатнашыусы тарафынан, Википедия ҡағиҙәләрен күҙәтеп, ВК:Исемен үҙгәртеүгә битенә сығарыуға ҡаршылыҡ тыуҙырмай.
Битте ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыуҙан теләгән берәү ала алмай, әгәр: уны күрһәткәндә ошо ҡағиҙәләр боҙолһа (мәҫәлән: дәлилләмәйенсә күрһәтеү; процедураны боҙоп, ҡабат күрһәтеү). Систереүгә дәғүәне ВП:ХҺ битендә бирергә була. Ләкин фекер алышыу тәртибен боҙоуҙы күргәнгә тиклем ошо ҡағиҙәләргә ярашлы фекер алышыуҙы дауам итергә нигеҙ булған бер дәлил әйтелһә лә, фекер алышыу формаль нигеҙ буйынса ябыла алмай. Һәр осраҡта ла ВК:Исемен үҙгәртеүгә битенә тәҡдим иткәндә ҡағиҙә боҙған ҡатнашыусы иҫкәртелергә, ҡабатлап боҙғанда бикләнергә тейеш.
ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыуҙан бит уны тәҡдим итеүсе тарафынан алына ала (фекер алышыуҙа «Йомғаҡлау» секцияһын яһап, ғәмәлдең сәбәбен аңлатып һәм, «исемен үҙгәртеүҙән тәҡдим итеүсе тарафынан сиселде» тигән комментарийҙы ҡуйып, мәҡәләнән {{исемен үҙгәртеүгә}} ҡалыбын юйҙырыу юлы менән эшләнә). Әммә был осраҡта теләгән бер ҡатнашыусы фекер алышыуҙы дауам иттерә ала (тик ул {{исемен үҙгәртеүгә}} ҡалыбын шул уҡ дата менән кире ҡуйырға тейеш). Бынан тыш, тәҡдим итеүсе тарафынан битте исем үҙгәртеүҙән алыу башҡа ҡатнашыусыларҙың шул уҡ дәлил менән уны ВК:Исемен үҙгәртеүгә битенә ҡабат ҡуйыуына кәртә була алмай.
Фекер алышыу
үҙгәртергәВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыу — тауыш биреү түгел, шуға унда дәлиһеҙ фекерҙәр әйтеү һәм шәхси ҡараштарҙы (мәҫәлән: «ярарлыҡ исем, ҡалдырырға», «исеменең бер рәте юҡ, үҙгәртергә») белдереү урынһыҙ. Гел ошондай комментарийҙар яҙған ҡатнашыусы иҫкәртелергә, дауам иткән хәлдә - бикләнергә мөмкин. Дәлилләгәндә аныҡ ҡағиҙәләргә һәм башҡа төрлө консенсус мөмкинлектәренә һылтанырға кәрәк.
Фекер алышыу йомғаҡтары
үҙгәртергәЙомғаҡ яһау тәртибе
үҙгәртергәВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыуға йомғаҡты теләгән бер тәжрибәле ҡатнашаусы яһай ала, әммә бәхәсле осраҡтарҙа һуңғы ҡарарҙы хаким ҡабул итә. Тарафлы ҡарашҡа юл ҡуймау өсөн түбәндәге ҡатнашыусыларға йомғаҡ яһарға тәҡдим ителмәй:
- битте мөхәррирләгәндә әүҙем ҡатнашҡандарға;
- фекер алышыу барышында үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ әйткәндәргә, бигерәк тә уларҙың хаҡлы булыуы фекер алышыу барышында дәлилләнеп шик аҫтына алынһа;
- был биттең исемен үҙгәртеүенә йә ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә яһаған йомғаҡтарына быға тиклем дәғүә белдерелгән булһа.
ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә йомғаҡ кәм тигәндә бер аҙна барған фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса яһала. Түбәндәге осраҡтарҙа ғына йомғаҡ был мөҙҙәттән алдараҡ яһала ала:
- мәҡәлә исемен дәғүәләр ҡағиҙәләр менән бәхәскә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп көйләнгән;
- фекер алышыуҙың көнүҙәклеге юғалған;
- дәлилле фекерҙәр әйтелмәһә лә, консенсус асыҡтан-асыҡ күренеп тора.
Һуңы көндәрендә төплө яңы дәлилдәр әйтелһә, фекер алышыуҙы бер аҙна үтеп китһә лә ябырға ярамай.
Йомғаҡ яһағанда ҡатнашыусы фекер алышҡанда әйтелгән дәлилдәрҙең бөтәһен дә иҫәпкә алырға, мәсьәләне бөтә яҡлап ҡарарға, Википедия ҡағиҙәләренә таянырға тейеш.
ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә әүҙем дискуссияға йомғаҡ яһағанда был фекер алышыуҙа әйтелмәгән етди дәлилдәрҙе индереү башҡа ҡатнашыусылар яғынан ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы һәм низағлашыуҙы оҙайтыуы ихтимал. Дәғүә бирелеү ихтималлығы булғанда йомғаҡты тәүҙә алдан ҡарауға тәҡдим итәләр. Ҡаршылар булмаһа ғына (мөнәсәбәтеңде асыҡлау өсөн 3 көндән бер аҙнағы тиклем ваҡыт бирелеүе мөмкин) уны раҫлайҙар.
Йомғаҡ сифатында бит исеме итеп фекер алышыуҙа ҡаралмаған, етди дәлилләнгән яңы исем тәҡдим ителһә (һәм ул техник төҫтә булмаһа), йомғаҡ тәүҙә алдан ҡарауға тәҡдим ителә; һуңғы йомғаҡ бер аҙнанан яһала.
Йомғаҡ һәм уға дәғүә биреү
үҙгәртергә«Хакимдыҡы» булмаған һәр йомғаҡҡа бер аҙна эсендә ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә дәғүә бирелергә мөмкин. Бының өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
- секция исемен «Йомғаҡ» тигәндән «Дәғүә бирелгән йомғаҡ» тип ҡуйырға;
- ошо уҡ секцияла йомғаҡҡа дәғүә ҡуйыуға ҡаршы дәлилле фекерҙәр яҙырға;
- дәғүә ҡуйылған йомғаҡтың авторына белдерергә;
- мәҡәләгә {{исемен үҙгәртеүгә}} ҡалыбын кире ҡайтарырға;
- дәғүә ҡуйылған йомғаҡҡа ярашлы биттең исеме үҙгәрнтелгән булһа, элекке исемен ҡайтарырға (сығарма: фекер алышыуҙа элекке исеменең ҡабул ителгеһеҙлеге тураһында консенсус булһа, элекке исемде кире ҡайтармаҫҡа).
Дәҫүә бирелгән йомғаҡты башҡа ҡатнашыусы ҡабат яһай ала. Дәғүә белдергән ҡатнашыусылар бөтәһе лә ҡаршы булыу билдәһен алһа, йомғаҡ раҫлана. Дәғүә бирелгән йомғаҡтар исемлеген автоматик рәүештә ВП:Исемен үҙгәртеүгә/Дәғүә бирелгән йомғаҡтар битендә боттар формалаштыра.
ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә йомғаҡ түбәндәге осраҡтарҙа «хакимдыҡы» тип һанала:
- йомғаҡты бит исемен үҙгәртеүгә һаҡлау һалған тәҡдим итеүсе хаким яһаған булһа;
- йомғаҡ алдағы абзацҡа ярашлы йомғаҡҡа дәғүә ҡуйылғанда яһалған;
- ҡатмарлы фекер алышыуға йомғаҡты үҙенең хаким булараҡ эш итеүен белдергән хаким яһай.
Башҡа төрлө яһалған йомғаҡтар «хакимдыҡы» булмай һәм уға алдағы абзацта бирелгән тәртиптә дәғүә бирелә.
«Хаким» йомғағы хаким ғәмәленә тиңләштерелә; ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә «хакимдарса» йомғаҡ яһағанда ҡағиҙәләрҙе бер нисә тапҡыр йә тупаҫ боҙған хаким Юғары шура тарафынан санкцияларға дусар ителә, хатта хаким флагынан мәхрүм ителә ала.
ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә бер аҙна буйы дәғүә бирелмәгән йә «хакимдыҡы» булған йомғаҡ өҫтөнән ВП:Йомғаҡтарға дәғүә ҡуйыу битендә генә дәғүә ҡуйыла ала. Бындай дәғүә ҡуйылған осраҡта ул йомғаҡты яһаған ҡатнашыусыға белдереү ебәрелә. Былай итеп дәғүә ҡуйыу йомғаҡты юҡҡа сығармай, шуға «исемен үҙгәртеүгә» ҡалыбын да, элекке исемен дә кире ҡайтарыу талап ителмәй. Был дәғүә ҡуйыуға йомғаҡты ҡыҙыҡһынмаған хаким яһай.
Йомғаҡа Юғары шурала дәғүә ҡуйыр алдынан шураға тиклемге көйләү үткәрелә, түбәндәге шарттарҙа ул үткән тип иҫәпләнә:
- ВП:Йомғаҡтарға дәғүә ҡуйыу битендә дәғүә ҡуйыуға йомғаҡ яһалған;
- ВП:Йомғаҡтарға дәғүә ҡуйыу битендә дәғүә ҡуйыуға йомғаҡ яһалмаған һәм өс айҙан ашыу етди яңы дәлилдәр тәҡдим ителмәй.
Оспаривание итога, подведённого посредником по какой-либо тематике в рамках Аралашсы тарафынан мәжбүри аралашсылыҡ сиктәрендә ниндәй ҙә булһа тематика буйынса яһалған йомғаҡҡа дәғүә биреү тейешле аралашсылыҡ ҡағиҙәләренә ярашлы башҡарыла.
Йомғаҡтың йөкмәткеһе
үҙгәртергәВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыу йомғағына түбәндәгеләр инергә мөмкин:
- элекке исемен ҡалдырыу;
- биттең исемен үҙгәртеү (яңы исемен күрһәтеп);
- төп мәғәнәһе тураһындағы мәсьәләне хәл иткәндә — фекер алышынған биттәрҙең береһенә илткән йүнәлтеүҙе үҙгәртеү йәки элеккесә ҡалдырыу.
Исем үҙгәртеү буйынса йомғаҡ тик фекер алышыуға сығарылған бит буйынса ғына яһала. Сығарма: күп мәғәнәлелек биттәре, уларҙың исеме йомғаҡ логикаһына ярашлы үҙгәртелә.
Фекер алышҡан саҡта фекер алышынған бит етди үҙгәртелһә (бит бүленгән, тулыһынса ҡабаттан яҙылған, йүнәлтеү илткән урында яңы мәҡәлә яһалған), шул арҡала дәлилдәрҙең күбеһе әһәмиәтен юғалтһа, фекер алышыу йомғаҡ яһамайынса ябылырға мөмкин («Йомғаҡ» тигән формаль секция ботҡа ғына кәрәк буласаҡ). Был осраҡта яңы фекер алышыу ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусыларҙың беләһә ҡайһыһы тарафынан асыла ала. Әгәр был үҙгәртеүҙәр ҡағиҙә боҙоп эшләнһә, улар кире алына, ә фекер алышыу дауам итә; бындай ҡарарҙы үтенес буйынса хаким ҡабул итә.
Йомғаҡты тормошҡа ашырыу
үҙгәртергәЙомғаҡ яһағас, түбәндәгеләр эшләнә:
- тейешле биттәрҙең исеме үҙгәртелә; кәрәк булһа, {{db-move}} ҡалыбын ҡуланып, тиҙ юйҙырыуға йүнәлтеүҙәрҙе сығарырға, аңлатма сифатында (ҡалыптың икенсе параметры) ВК:Исемен үҙгәртеүгә битендә фекер алышыуға һылтанма ҡуйыла; әгәр бит исемен үҙгәртеүҙән һаҡланған булһа — хакимдарға үтенес бирергә. Кәрәкле йүнәлтеүҙәрҙе үҙгәртергә.;
- {{исемен үҙгәртеүгә}} ҡалыптарын алырға;
- фекер алышыу ҡатмарлы һәм низағлы булһа, шулай уҡ «хаким» йомғағы яһалһа, фекер алышыу биттәренә түбәндәге ҡалыптарҙы ҡуйырға:
- элекке исеме һаҡланһа — {{исеме үҙгәртелмәне}};
- исеме үҙгәртелмәһә — {{исеме үҙгәртелде}};
- йүнәлтеү ҡайһы биткә илткәне билдәле булһа — {{йүнәлтеү ҡуйылды}}.
Мәҡәләнең элгәрге исеме урынын күп мәғәнәлелек бите алһа, мәҡәләләрҙән был исемгә һылтанмаларҙы үҙаллы төҙәтергә тәҡдим ителә, һылтанмалар бик күп булһа (мәҡәләрҙән, ә навигациялау ҡалыптарынан түгел) — бот хужаларына мөрәжәт итергә кәрәк. Төҙәтеүҙәрҙе йомғаҡ яһағандан һуң бер аҙнанан да иртә яһамайҙар. Йомғаҡҡа дәғүә бирелһә, «хаким» йомғағын көтөргә.
Исемде үҙгәртергә ҡабат тәҡдим итеү
үҙгәртергәБиттәрҙе ВК:Исемен үҙгәртеүгә ҡабат сығарыу түбәндәге осраҡтарҙа рөхсәт ителә:
- ҡағиҙәләр һәм ҡулланмалар үҙгәрһә, шулай уҡ үткән йомғаҡ яһағандан бирле уны аңлауҙа һиҙелерлек үҙгәрештәр бар тип һаналһа (мәҫәлән, ВК:Исемен үҙгәртеүгә биттәрендәге башҡа фекер алышыуҙар);
- элгәрге фекер алышыуҙа аталмаған дәлилдәр килеп сыҡһа;
- исемдең элек ҡаралмаған яңы варианты тәҡдим ителһә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ При таком действии появляется запись в логе удалений страницы (тип: Перезапись перенаправления) с формулировкой:
Участник (обсуждение | вклад) удалил перенаправление название страницы с помощью перезаписи (О7: для возможности переименования)