Википедия:Категория

 

Был ҡулланма Википедиялағы категориялар системаһын ҡулланыуға кәрәкде төп принциптарҙы тасуирлай. Махсус принциптар һәм сығармалар тураһында ентекләберәк: Википедия:Категориялаштырыу. Техник яғы тураһында - Википедия:Категориялар механизмы.

Категориялар — Википедияла мәғлүмәтте ойоштороуҙың төп ысулдарының береһе, уларға Википедиялағы бөтә төр биттәрҙе индерергә була.

Һәр бер исемдәр мөхитендәге һәр бит теглы һылтанма өҫтәү юлы менән категорияға индерелә. Мәҫәлән,, «Гитара» мәҡәләһендәге категорияларҙың береһе: [[Категория:Сиртмә ҡыллы музыка ҡоралдары]] Бит бер нисә категорияға индерелә ала, бының өсөн бер нисә тег ҡуйыла. Мәҫәлән: [[Категория:Брюггела тыуғандар]] [[Категория:франкфуртта вафат булғандар]] Күрһәтелгән категорияларҙың биттәре булһа, уларҙа шул категориялар ҡуйылған мәҡәләләргә һылтанма барлыҡҡа килә.

Биттә категория коды иң ахырға ҡуйыла. Категориялар эсендә төркөмдәргә айырыу автоматик рәүештә бара, ә мәҡәләләрҙең биттәрендә категориялар тегтарҙың урынлашыу тәртибе буйынса теҙелә.

  • Бит — исемдәр мөхиттәренең һәр береһендәге, шул иҫәптән категориялар мөхитендәге бит
  • Мәҡәлә — төп исемдәр мөхитендәге бит
  • Битте категорияға индереү — был категорияға илткән теглы һылтанманы ([[Категория:...]]) ошо категорияға ингән биттең кодына өҫтәү
  • Категорияның аҫкатегорияһы  — шул категорияның эсенә ингән категория
  • Өҫкатегория — теге йәки был категорияны эсенә индергән категория
  • Категорияға ситләтеп индереү  — битте категорияның берәй аҫкатегорияһына йә аҫкатегорияларының аҫкатегорияһына индереү

Мәҡәләнең категориялары

үҙгәртергә

Мәҡәләне категорияға индереү уны табыуҙы уңайлы итә:

  • эҙләнгән мәҡәләнең исемен белмәгән хәлдә лә мәғлүмәтте табыу еңелләшә;
  • категориялар системаһы мәғлүмәтте бер урынға туплау һәм кәрәк саҡта табыу өсөн уңайлы ысул һанала;
  • мәҡәләнең эҙләү системаларында индексланыуын тиҙләтә, һөҙөмтәлә ҡулланыусыларҙың уны табып уҡыу мөмкинлеге арта.

Шулай итеп, мәҡәлә, артабан уны табыу мөмкин булһын өсөн, бер генә булһа ла категорияға индерелергә тейеш.

Категорияға индергәндә мәҡәләне уның иң ҡулай аҫкатегорияһына ла өҫтәргә кәрәк.

Категорияға уның атамаһына ҡараған темаға туранан-тура мөнәсәбәте булған мәҡәләләр йәки аҫкатегориялар индерелә. Атап әйткәндә:

  • исеме буйынса категория атамаһы менән тап килгән күҙәтеү мәҡәләләре
  • күмәклек һәм аҫкүмәклек, төр билдәһе (ҡуяндарһөтимәрҙәр, фильмдар — әҫәрҙәр)
  • күмәклек элементы һәм күмәклек (Чернобыль аварияһы — техноген аварияларҙы береһе)
  • рубрикаларға бүленеш, төрҙәргә айырылыш[1] (фильмдар кинематограф өлкәһенә ҡарай, яҡтылыҡты оптика өйрәнә)
  • башҡа төрлө әһәмиәтле бәйләнештәр

Мәғәнәүи категориялар

үҙгәртергә

Мәғәнәүилек (семантикалаштырыу) — мәғлүмәт системаларын яҡшыртыуҙың төп йүнәлеше, ул файҙаланыусыға категорияның нисек эш итеүе тураһында мәғлүмәт биреүҙән тора. Мәҫәлән, төр категориялары, мәҡәләләрҙе объекттар классификацияланышы системаһына бәйләй һәм шуның аша дөйөмөрәк мәҡәләләргә күсеү мөмкинлеген бирә.

Ярҙамсы категориялар

үҙгәртергә

Мәҡәлә объекты категорияларын һәм объект булараҡ мәҡәләләрҙең категорияларын айырырға кәрәк. Һуңғылары мәҡәләләр мөхитендә йөрөргә ҡамасаулыҡ итмәҫкә тейеш. Бындай категорияларҙы мәҡәләләрҙең фекер алышыу битенә урынлаштырыу осраҡтары бар.

Ярҙамсы категориялар миҫалдары: Махсус :Категорияланмаған биттәр, Махсус:Ҡыҫҡа биттәр һ.б.

Категориялар - башҡа исемдәр мөхиттәрендә

үҙгәртергә

Категорияларға башҡа исемдәр мөхиттәренән биттәр өҫтәлә. Бер категорияла төрлө төргә ҡарарған биттәрҙе бутарға ярамай, төрлө төргә ҡарарғандарҙы аҫкатегориялар ярҙамында айырырға була. Төп мөхиттән башҡа мөхиттәрҙәге биттәрҙе сорттарға айырыу, ҡағиҙә булараҡ, мөхиттең исеменән башҡа биттең исеме буйынса эшләнә ({{PAGENAME}}), был алдан ҡуйылған көйләү буйынса башҡарыла (см. Википедия:Категориялар механизмы).

Категорияның бите

үҙгәртергә

Категория атамаһына ҡарап ҡына ҡайһы берҙә уға индереү билдәләрен аңлап булмай. Шуға категорияның битендә уға ниндәй мәҡәләләр йә аҫкатегориялар индерелә алыуы тураһында аңлатма бирергә кәрәк.

Мәҫәлән, Категория:Башҡортостан китапханалары категорияһына элек булған, әле эшләп торған һәм әлегә төҙөлмәгән китапханаларҙы индерергә мөмкин.

Категория аҫкатегория сифатында «юғарғыраҡ» кимәлдәге бер йәки бер нисә өҫкатегорияға индерелергә мөмкин. Иң «юғарғы» категория Категория:Бөтәһе тип атала.

Категория битендә навигациялау ҡалыптары (башҡа Википроекттарҙағы оҡшаш категорияларға һылтанмалар) һәм аҫкатегория йә өҫкатегория булмаған яҡын категорияларға һылтанмалар ҡуйылырға мөмкин.

Категорияны нисек яһарға

үҙгәртергә

Яңы категория булдырыу критерийы уны башҡа категорияларҙан айырып тора.

Категория яһар алдынан оҡшаш темаларҙағы мәҡәләләр башҡа категорияларға индерелмәгәнме икәнен тикшерегеҙ.

Категория яһарҙан элек уға индереләһе мәҡәләләр һаны етерлек булыуына иғтибар итегеҙ. Бер генә мәҡәлә менән, әгәр үҫешенә өмөт булмаһа, категория яһамағыҙ — мәҡәләне элек яһалған дөйөмөрәк категорияға индереү менән сикләнегеҙ.

Биттәрҙе категорияға индереү өсөн уларҙы берләштерә алған критерий булдырығыҙ һәм уны категория битенә яҙыр ҡуйығыҙ. Яһаған категорияны электән йәшәп килгән инә категорияларға индерегеҙ. Сит телдәрҙәге Википедияларҙа һеҙ яһаған категорияға тап килгәндәрҙе табығыҙ һәм уларға интервики ҡуйығыҙ.


Категорияға исем биреү

үҙгәртергә

Исем биргәндә мәҡәләләргә исем биреү ҡағиҙәлдәрен ҡулланырға була, ләкин категорияларға ҡыҫҡа исем бирергә кәрәклеген онотмағыҙ. Оҡшаш категорияларға исемде берҙәм принциптарға таянып бирәлә

Категорияны юйҙырыу йә исемен үҙгәртеү

үҙгәртергә

Категорияға бәйле үҙгәртеүҙәр бик күп мәҡәләләргә ҡағылырға мөмкин. Ундай осраҡта ниәтләгән ғәмәлдәрегеҙ тураһында башҡа ҡатнашыусылар менән фекер алышыу файҙалы булыр. Бының өсөн тәғәйен категорияның фекер алышыу битен генә түгел, ә ул ҡараған порталдарҙың йә проекттарҙың фекер алышыу биттәрен файҙаланыу ҡулайыраҡ. Айырыуса ҙур күләмле осраҡтарҙа ҡатнашыусыларҙың дөйөм форумына сығарырға була. «Википедия:Категориялар буйынса фекерләшеү» битендә мәҡәләләр өсөн категорияларҙы булдырыу, категорияларҙы берләштереү, айырыу, исемен үҙгәртеү буйынса фекерләшеүҙәр үтә.

Категория битенең исемен техник йәһәттән ҡәҙимге биттеке кеүек үҙгәртергә мөмкин, ләкин бының мәғәнәһе юҡ, сөнки исемен үҙгәртеү менән генә ул категория ҡуйылған биттәрҙә һәм аҫкатегорияларҙа үҙгәреш булмай. Категория исемен үҙгәртеү хоҡуғына хаким, йомғаҡ яһаусы, файл исемен үҙгәртеүсе һәм йүнәлтеүһеҙ исем үҙгәртеүсе эйә.

Күп мәҡәләләргә ҡуйылған категорияның исемен бот ярҙамында үҙгәртеү уңайлы. Ҡулданы эшләү урынына бот ҡулланғанда хаталарға ла юл ҡуйылмай. Категория исемен үҙгәртеү үтенсен (консенсусҡа киленгән фекерләшеүҙән һуң) Википедия:Бот хужаларына һорауҙар битендә ҡалдырырға мөмкин.

Әгәр категория буш булһа, ул тиҙ юйҙырыуға тәҡдим ителә ала, бының өсөн категорияның битенә {{уд-пусткат}} йә {{db-catempty}} ҡалыбын ҡуйырға кәрәк. Быныһын эшләп тормаһаң да, ундай категория автоматик рәүештә «Ҡулланылмаған категориялар» исемлегенә эләгә һәм башҡа ҡатнашыусылар тарафынан юйҙырыла ала.

Битте категорияға индермәгән һылтанмалар

үҙгәртергә

Биттең тексына категорияға һылтанма ҡуйыр өсөн ике нөктә өҫтәйҙәр, мәҫәлән[[:Категория:Уругвайҙың футбол клубтары]] Ул Категория:Уругвайҙың футбол клубтары булып күренә. Ике нөктә ҡуйылмаһа, категория биттең ахырына төшөп китә, ә бит категория эсенә инә.

{{Cl|Уругвайҙың футбол клубтары}} ҡалыбын да ҡулланырға була, ул Категория:Уругвайҙың футбол клубтары булып күренәсәк.

«Ҡыҙыл» категориялар

үҙгәртергә

Әгәр мәҡәлә бите яһалмаған категорияға индерелһә, (категорияға һылтанма ҡыҙыл булып күренә: Категория:Плакозойҙар, был һәйбәт түгел) — был мәҡәләне ошо категориянан алып ташларға сәбәп түгел. Ҡыҙыл кактегория мәҡәләнең тематикаһына тап килмәһә генә, уның тегын юйҙырырға мөмкин. категорияһындағы мәҡәләләр бөтөрә (теги ташлана-береһе кодты категорияһындағы мәҡәләләр һылтанма). Мәҡәләләр исемлеге категория битендә була.

Категориялар ағасы

үҙгәртергә
 
Категорияларҙың график күҙалланышы

Википедияла — проекттары төрлө ҡараштар үҙ-ара һыйышып йәшәй, шуға категориялар системаһын да мотлаҡ ағас рәүешендә классификацияламаҫҡа була. Йәғни бер үк категория йә бер үк мәҡәлә төрлө классификациялы категорияларға индерелергә мөмкин, мәҡәләне бер классификациялау системаһында категориялаштырыу уның башҡа системалар сиктәрендә категориялаштырылыуына ҡамасауламай.

Әгәр категориялар системаһын бер генә тамырлы ағас итеп күҙаллағанда — уны Бөтә категорияһынан сыҡҡан категория ботаҡтары, категория япраҡтары тип фаразлағанда — бер тапҡыр бер-береһенән айырылған ботаҡтарҙың ҡабат ҡушылып китеүе бар. Шул уҡ ваҡытта категорияның башҡа категориялар аша үҙ-үҙенә килеп ингәне өсөн борсолоу кәрәкмәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ: {{Категориялар ағасы}}

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; rodovid төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Махсус биттәр

үҙгәртергә