Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ЭЙ:Б

Wikipedia’лағы бей — бей дәрәжәһе һәм махсус тамғаһы булған ҡатнашыусы. Бей дәрәжәһендәге ҡатнашыусының түбәндә күрһәтелгән бурыстары бар:

  1. Башҡа ҡатнашыусыларға хаким тамғаһын бирә ала. Быны ул дәғүә итеүсенең һорауы буйынса һәм берләшмәлә ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң тормошҡа ашыра ала. Бирелгән хаким тамғаһын бей кире ала алмай.
  2. Башҡа ҡатнашыусыларға бот тамғаһы биреү һәм кире алыу хоҡуғы бар. Бот тамғаһын алырға теләүселәр махсус биттә ғариза ҡалдыралар. Берләшмәлә ҡатнашыусылар ыңғай тауыш биргәндән һуң, йәки башҡа бүлектәрҙә бот тамғаһы булған дәғүә итеүсегә бей бот тамғаһын бирә ала.
  3. Ҡатнашыусыларҙың исемен алмаштыра ала.

Википедия эшмәкәрлегендә бейҙең башҡаларҙан өҫтөнлөгө юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала.

Бей статусын биреүҮҙгәртергә

  1. Башҡорт Википедияһына етерлек үҙгәреш индермәгән, әммә Википедияның башҡа бүлегендә (йә иһә башҡа википроектта) әүҙем ҡатнашҡан, Башҡорт Википедияһының ҡорона билдәле, тәжрибәле һәм абруйлы ҡатнашыусыларға хаким йәки бей статусына тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғы бирелмәй.
  2. Ҡатнашыусының хаким йәки бей статусына ғаризаһы (кандидатураһы) хупланған тип танылһын өсөн, тауыш биреүҙә кәмендә 10 (ун) ҡатнашыусы ҡатнашырға тейеш.
  3. Хаким йәки бей статусын биреү хаҡындағы тауыштарын кәм тигәндә 100 (йөҙ) төҙәтмә индергән, проектта кәм тигәндә 2 аҙна буйы ҡатнашҡан ҡатнашыусылар бирә ала.
  4. Бей статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһына иң кәмендә 1500 төҙәтеү индерергә тейеш.
  5. Хаким йәки бей статусын биреү хаҡындағы тауыштарын кәм тигәндә 100 (йөҙ) төҙәтмә индергән, проектта кәм тигәндә 2 аҙна буйы ҡатнашҡан ҡатнашыусылар бирә ала.
  6. Ғәмәлдәге ҡағиҙәлә ҡатнашыусының әүҙемлеге һәм индерелгән төҙәтмәләр һанынан тыш, альтернатив талаптар ҙа ҡаралған (уларҙың барыһы ла ҡатнашыусы яҙған һайланған йә яҡшы мәҡәләләр һаны йәки индерелгән мәғлүмәт күләме менән бәйле). Ошо альтернатив талаптарҙы үтәгән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хаким һәм бей статусына ғариза яһау хоҡуғы бирелә.

Бей статусын алыуҮҙгәртергә

Википедияла ғәмәлдәге статуслы бейҙәр исемлегеҮҙгәртергә

  • Башҡорт телендәге бүлектә (ғәмәлдәге бейҙәр ҡалын яҙылыш менән билдәләнә):
  1. Comp1089 (фекер алышыу ҡатнашыусы өлөшө) 2012 йылдың 12 ғинуарынан.

Википедияла элек статустары булған бейҙәр исемлегеҮҙгәртергә

  1. Рөстәм Нурыев 2006 йылдың 26 ғинуарынан. 2010 йылдың 9 мартында, Comp1089 тәҡдиме (Әүҙемһеҙлеге өcөн) һәм үҙенең ризалығы менән, Jusjih стюарды тарафынан бей бурыстарынан бушатылды.
  2. Саган (үҙгәртелгән исеме ZUFAr) 2012 йылдың 17 мартынан. Туған теле — башҡорт теле. Әүҙем. 2020 йылдың 27 майында хаким һәм бей статустарынан баш тартыу тураһында Метала ғариза яҙҙы. 29 майҙа стюард Sotiale тарафынан хаким һәм бей бурыстарынан бушатылды. 30 майҙа Админ_һәм_Бей_вазифаларын_баш_тартыуы тураһында иғлан итте.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

  • Урыҫ һәм башҡа телдәге бүлектәрҙәге бейҙәр исемлеген һул яҡтағы Башҡа телдәр һылтанмаһы аша ҡарай алаһығыҙ.