Үрге Сәлим
Үрге Сәлим (рус. Верхнесалимово, элекке исеме Сәлим) — Башҡортостан Республикаһынң Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 174 кеше[3]. Почта индексы — 453694, ОКАТО коды — 80227825003.
Үрге Сәлим | |
Үрге Сәлим | |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Матрай ауыл Советы (Йылайыр районы) |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
174 кеше (2010)[1], 187 кеше (2002)[2], 184 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 453694 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[4]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 106 | 59 | 47 | 55,7 | 44,3 |
1959 йыл 15 ғинуар | 182 | 71 | 111 | 39,0 | 61,0 |
1970 йыл 15 ғинуар | 280 | 136 | 144 | 48,6 | 51,4 |
1979 йыл 17 ғинуар | 268 | 139 | 129 | 51,9 | 48,1 |
1989 йыл 12 ғинуар | 214 | 112 | 102 | 52,3 | 47,7 |
2002 йыл 9 октябрь | 187 | 95 | 92 | 50,8 | 49,2 |
2010 йыл 14 октябрь | 174 | 83 | 91 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергә1950 йылдарҙың аҙағына тиклем районда Сәлим (Түбәнге Сәлим) һәм Үрге Сәлим исемле ике ауыл булған. Бөгөн уларҙың береһе генә бар — Үрге Сәлим.
Беренсе Сәлим ауылы (Түбәнге Сәлим) Йылайыр районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Быҙаулыҡ йылғаһы һәм уға көнсығыштан ҡойған Суртанлы-Үҙәк йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Үрге Сәлим ауылы Быҙаулыҡ йылғаһының уң ярында, Быҙаулыҡ йылғаһы ағымы буйлап беренсе ауылдан 2 км бейегерәк урынлашҡан, унда уға көнбайыштан ауылдың төп өлөшөн ярымутрауҙа ҡалдырып, Ҡамышлыүҙәк йылғаһы ҡоя.
Сәлим ауылы тураһында рәсми документ X ревизия (1859 йыл) ваҡытынан алып һаҡланған. Ошонда уҡ уның IX ревизия (1850 йыл) менән иҫәпкә алыныуы хаҡында күрһәтмә бар. Тимәк, Сәлим ауылы 1850 йылға булған. Ләкин, әйтелеүенсә, VIII ревизия (1834 йыл) һәм 1842 йылғы материалдарҙа уның тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Сәлим, ауыл булараҡ, 1842-се һәм 1850-се йылдар араһында хасил була. Тәүҙә ул Мәҡсүт ауылының утары була. Мәҫәлән, XIX быуаттың Ырымбур өйәҙе картаһында «Быҙаулыҡ» йылғаһының һул ярында «Мәҡсүт утары» күрһәтелгән һәм был урын Сәлим ауылы тәүге урыны менән тап килә[6].
Матбуғатта
үҙгәртергә- Үрге Сәлим ауылында яңы ФАП төҙөлә[7]
Видеофильмдар
үҙгәртергәТарихи урындары
үҙгәртергә- Ҡасаба янында, Быҙаулыҡ йылғаһының уң ярынан көнбайышҡа табан, Ҡамышлы-Үҙәк йылғаһын киҫеп үтеп, боронғо сауҙа юлы — «Ҡанифа юлы» урынлашҡан, ул ҡасандыр Башҡортостанды Азия илдәре менән тоташтырған. «Ҡанифа юлы» Төньяҡ түңгәүерҙәрҙең Һаҡмар башы ауылы (Әбйәлил районы Әхмәт ауылы) ерҙәренән килеп сыға һәм Аҡтүбәгә, йәғни Аҡтүбә ҡалаһына барып етә[8].
- Байтаҡ атамалары археологик ҡомартҡылар менән бәйле. Уларҙың иҫәбендә бейеклеге яҡынса 4 метрлыҡ «Ҡәҙир убаһы» ла бар. Легенда буйынса, бында Түңгәүер ырыуы батыры Ҡәҙир ерләнгән. Быҙаулыҡ йылғаһы буйында «Ереклек» («Ольховый») болонында «Ҡарға бутҡаһы», «Һабантуй» байрамдары уҙғарылған. Ошо урында бейеклеге яҡынса 1,5 метрлыҡ боронғо мәжүсиҙәр менгиры ла урынлашҡан. Бер легенда буйынса, бында атлы яугирҙар — башҡорт казактары ерләнгән, икенсеһе буйынса, йәнәһе лә был таш ер аҫтынан үҫкән[9].
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергә«Ете аршин» «Ат йөҙҙөргөс» «Тәрән ятыу» «Ҙур Ҡабаҡҡайын» «Бәләкәй Ҡабаҡҡайын» «Аҡбулат сыбаһы» «Ҡоҙоҡ аҫты» «Ташүҙәк» «Әҙел үҙәге» «Оҫҡон үҙәге» «Әҙел ташы» «Сусаҡтау») «Ҡаятау» «Малҡантау» «Ҡәһәрмән туғайы» «Кәрим үҙәге»[10]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сөләймәнов Фоат Мырҙағәли улы (1965 йылда тыуған) — тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002).
- Азат Ярмуллин (4.11.1975), журналист, тарихсы, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы (2016). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
- Сәлмән Ярмуллин (24.09.1969), журналист. 2006 йылдан «Аманат» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты.
- Сәлимов Рамаҙан Әғзәм улы (1917 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1942)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;справочник
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 37 по Республике Башкортостан
- ↑ https://gradinf.ru/russia/bashkortostan/zilairskij-rajon/verhnesalimovo
- ↑ https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-02/rge-s-lim-auylynda-ya-y-fap-t-l-2528331
- ↑ https://gradinf.ru/russia/bashkortostan/zilairskij-rajon/verhnesalimovo
- ↑ https://gradinf.ru/russia/bashkortostan/zilairskij-rajon/verhnesalimovo
- ↑ https://gradinf.ru/russia/bashkortostan/zilairskij-rajon/verhnesalimovo
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Үрге Сәлим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2019)
- Сулейманов Ф. М. История деревни Салимово Зилаирского района 2017 йыл 1 декабрь архивланған. (рус.)