Төп менюны асырға

Ярмуллин Азат Шакирйән улы

(Азат Ярмуллин битенән йүнәлтелде)

Ярмуллин Азат Шакирйән улы (4 ноябрь 1975 йыл) — журналист, тарихсы, йәмәғәт эшмәкәре. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы (2016). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).

Ярмуллин Азат Шакирйән улы
Тыуған көнө:

4 ноябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (43 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия

Йөкмәткеһе

БиографияһыҮҙгәртергә

Азат Шакирйән улы Ярмуллин 1975 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. Журналист Сәлмән Ярмуллиндың ҡустыһы.

  • 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
  • 1999 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһында программа алып барыусы, 2000 йылдан студия мөхәррире; 2001 йылдан телевидение студияһы мөхәррире.
  • 2002 йылдың апреленән «Тамаша» журналы; ноябренән «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе.
  • 2006 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының баш белгесе.
  • 2007 йылдан «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми баҫмаһының бүлек мөхәррире, 2012 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 2014 йылдан — энциклопедик баҫмаларҙың баш мөхәррире урынбаҫары.
  • 2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры[1].
  • 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе.

Хәрби-тарихи темаға фәнни-публицистик мәҡәләләр һәм китаптар авторы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2010).

КитаптарыҮҙгәртергә

  • Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәр хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө. —

2009. — 222 бит[[2].

Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләреҮҙгәртергә

  • Первый опыт договорных отношений. На пути к созданию республики существовало множество преград. (К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ ПРОВОЗГЛАШЕНИЯ СОВЕТСКОЙ АВТОНОМИИ БАШКОРТОСТАНА). «Республика Башкортостан» гәзите, № 49, 2009, 13 март[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә