Үрге Иҙрис
Үрге Иҙрис (рус. Верхнеидрисово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 467 кеше[3]. Почта индексы — 453662, ОКАТО коды — 80206837002.
Үрге Иҙрис | |
Рәсми атамаһы | Үрге Иҙрис ауылы |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡолсора ауыл советы, Верхнеурал өйәҙе һәм Троицкий округ[d] |
Халыҡ һаны |
443 кеше (2002)[1], 467 кеше (2009)[1], 412 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453662 |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәИҙрис (Иҙерес) антропонимынан алынған[4]
Географик урыны
үҙгәртергәҺаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан[5]
Тарихы
үҙгәртергәИҙрис ауылына үҙ ваҡытында абруйлы шәхес Иҙрис Тиусов нигеҙ һалған. 1781 йылда татарҙарҙы Юлыҡ йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе ҡуртымға биреү тураһындағы килешеүгә түңгәүер ырыуы вәкиле булараҡ ҡул ҡуйған кеше (икенсеһе — бөрйән ырыуы вәкиле Исмаҡай Ҡаҙаҡов). Иҙрис Тиусовтың улдары — Иманғол (1755 йылғы), Аблай (1756—1830), Аблайҙың улдары — Әбдрәшит, Әбделкәрим, Әбделлатиф, һәм йорт старшинаһы Ҡыҙрас (1792 йылғы) Иманғол 1811 йылда яңы булдырылған Ишбирҙе ауылына күсерелә[6].
XVIII быуат уртаһында ауыл Ысмаил исемен йөрөтә, йәғни Исмәғил. Был атама улус сотнигы Исмәғил Айытҡолов исеме менән бәйле. Уның улдарының исемдәре билдәле — Мөксин, Ҡолмәмбәт. 1755 йылғы ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн улар Рогервикка һөрөлә. Уларҙың аталары Исмәғил дә баш күтәреүселәр араһында була, һуңынан әсирлеккә эләгә, Ырымбур ҡалаһында төрмәлә язаларҙан һәләк була. Ошо ваҡиғаларҙан һуң XVIII быуаттың 70-се йылдарынан ауыл икенсе сотник Иҙрис Иманғоловтың исемен йөрөтә башлай. Иҙрис ауылы халҡы бик мөһим ваҡиғаларҙың шаһиттары һәм ҡатнашыусылары булалар. 1735—1740 йылдарҙағы милли-азатлыҡ хәрәкәте йылдарында Ысмаил (Иҙрис) ауылы аша ихтилал башлыҡтарының береһе Ҡараһаҡал (Миңдеғол Юлаев) үтә.1755 йылғы ихтилалда ла ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Бында ваҡиғаларҙың төп геройҙары Әмин һәм Сураш йәшәгән[6].
XVIII быуаттың аҙағында 50 йорттоң һәр береһенә — 9-ар йән, 1834 йылда 126 йортҡа — 6-ар йән тура килә. Формаһы буйынса ғаиләләр бер никахлы (1816 йылда 40 ғаилә, йәки 78,4 %) һәм күп никахлы (11 ғаилә, йәки 21,6 %). 1859 йылғы X ревизияға йорттар һаны (90) халыҡ һаны (608 кеше) кәмей.
XX быуаттың башында ауыл икегә бүленә. 1920 йылда Үрге Иҙрис ауылында 385 кеше һәм 137 йорт иҫәптә тора.
Иҙрис ауылында Балапан һәм Туйыш ауылдарынан (хәҙерге Әбйәлил районынан) күсеп киләүселәр ҙә йәшәй[6].
Ауыл халҡынан хорунжийҙар Ноғоман Байғусҡаров һәм Әҙелбай Яҡшымбәтов 15-се башҡорт полкы составында Францияның баш ҡалаһын яулауҙа ҡатнашалар һәм батырлыҡтары өсөн икеһе лә икешәр көмөш миҙал менән наградлана («За взятие Парижа 19 марта 1814 года» һәм «В память войны 1812 года»). 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар араһында шулай уҡ рядовой яугирҙар була: Хоҙайбиргән Тимерйәнов, Ишали Көмөшбаев, Аллағыуат Исхаҡов, Ҡотлоғол Һарыбилев, Баййегет Йәрмөхәмәтов, Әбделкәрим Ғәбитов, Әмир Юлғотлин, Ишморат Ҡотлоғужин[6].
Ауыл халҡы яртылаш күсмә тормош алып бара. 1839 йылда 95 йорттан 85 арба менән йәйләүгә сыға. 774 кеше йәненә 617 йылҡы малы, 225 һыйыр, 558 һарыҡ һәм 40 кәзә тура килә. Йыл һайын улар Бутара, Ҡамышлы тамаҡ, Саптар үлгән, Сапсал, Ат сыҡҡан, Ат сапҡан, Талашлы, Уба йылғалары буйлап йәйләгәндәр.
1842 йылда 774 кеше башына 96 бот ужым һәм 672 бот ярауай иген сәскәндәр, шул уҡ ваҡытта Һаҡмар йылғаһы буйында һыу тирмәне булған[6].
Совет осоро
1929 йылда иҙристәр «Ҡыҙыл Октябрь» колхозына берләшәләр. 1940 йылға ҡарата Үрге Иҙрис ауылында 261 кеше йәшәй[5]
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 385 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 261 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 252 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 396 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 443 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 412 | 208 | 204 | 50,5 | 49,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй (100 %)[7].
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Исмәғил Айытҡолов (? — 1755) — сотник. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы юлбашсыларының береһе.
- Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы (10.06.1927—6.04.1987), һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы 1966), БАССР‑ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963).
- Халиков Х. Х. — Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, 30 йыл дауамында колхоз етәксеһе[9].
- Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы (1861—1923) — сәсән-импровизатор, курайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 26 бит
- ↑ 5,0 5,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Улицы
- ↑ Сельские советы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Үрге Иҙрис // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 89. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |