Яҡупова Венера Ғабдулла ҡыҙы
Яҡупова Венера Ғабдулла ҡыҙы (6 июль1959 йыл , СССР, РСФСР, ТАССР, Йәшел Үҙән районы, Ҡыҙыл Яр) — журналист, «Казанские ведомости» гәзитенең баш мөхәррире (1995 йылдан). ТР журналистар союзы президиумы ағзаһы. ТР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Татарстан журналистарының Хөсәйен Ямашев исемендәге Республика бүләгенә эйә (1990). РФ һәм Татарстан журналистар, Татарстан Яҙыусылар (2002 йылдан) һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Яҡупова Венера Ғабдулла ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 июль 1959 (65 йәш) |
Тыуған урыны | Зеленодольский район[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | публицист |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Яҡупова Венера Ғабдулла ҡыҙы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЯҡупова Венера Ғабдулла ҡыҙы 1959 йылдың 6 июлендә Татарстан Республикаһының Йәшел Үҙән районы Ҡыҙыл Яр ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ғабдулла Низаметдин улы, Васильево урман комбинаты преслаусыһы; әсәһе Сания Фарса ҡыҙы Мөхәмәтшина. Ҡыҙ туғаны Дания. Бала сағы Йәшел Үҙән районының Васильево биҫтәһендә үтә. 1976 йылда Васильево ауылында урта мәктәпте, 1981 йылда Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетының журналистика бүлеген, 1986 йылда ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен тамамлаған. Юғары халыҡ-ара коммерция мәктәбе (Франция), Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университеты һәм Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институтының «Эшлекле идара итеү оҫтаһы» программаһын үҙләштерә (2004).
1981–1984 йылдарҙа Йәшел Үҙән районында сығыусы «Зеленодольская правда» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй.
1986–1995 йылдарҙа «Молодежь Татарстана» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, бүлек рәйесе, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара.
1995 йылдан — «Казанские ведомости» гәзитенең баш мөхәррире. 2008 йылдан — «Татмедиа» АЙ филиалы «Казанские ведомости» гәзите редакцияһы директоры.
Ижады
үҙгәртергә1972 йылда «Комсомольская правда» гәзитендә шиғырҙары баҫылған.
1990 йылдарҙа, йәмғиәттә милли үҙаң үҫкән осорҙа, үҙен көслө публицист итеп таныта. Мәҡәләләре «Идел», «Ялкын» журналдарында, «Татарстан яшьләре», «Известия Татарстана» гәзиттәрендә баҫыла[1]. Татар халҡының суверенитеты өсөн көрәше, Ҡырым татарҙарын тыуған илдәренә кире ҡайтарыу кәрәклеге тураһында очерктары менән таныла.
2000 йылда Татарстандың яңы тарихы һәм татар халҡы тураһында «Суверенитет турында йөз хатирә» («100 историй о суверенитете», Казань: Идеал-Пресс, 2000, ISBN 5-85247-125-9) исемле беренсе китабы донъя күрә һәм йәмәғәтселектә ҙур резонанс тыуҙыра[2].
«Кырым татарлары, яки Сталиннан сәлам!» («Крымские татары, или Привет от Сталина!», 2009, тикшеренеүҙең темаһы — Үҙгәртеп ҡороу йылдарында Ҡырым татарҙарының тарихи ватанына драматик әйләнеп ҡайтыуы), «Россия журналистикаһының яхшылығы һәм яуызлыгы» (Россия медиабаҙары цивилизациялы итеп ойоштороу мәсьәләләре өйрәнелә) исемле китаптар авторы. «Казанда Балачак музее» (татарстанлыларҙы XX быуат һәм XXI быуат башында ниндәй уйындар һәм ниндәй уйынсыҡ менән уйнауы тураһында әйтә), «Берлинга кадәр юл күрсәткече. Сугышның гаилә ядкәрләре турында искиткеч тарихлар» китаптарының авторы-төҙөүсеһе.
Рәсәй Элемтә министрлығы ҡарамағындағы Төбәк баҫма мәғлүмәт саралары буйынса эксперт советының һәм әҙәбиәткә уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм рәйесе.
Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- 1990 – ТР журналистар союзының Хөсәйен Ямашев исемендәге премияһы — «Родина или смерть!» мәҡәләһе өсөн («Комсомолец Татарии»)
- 1995 – ТР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- 1998 – «Казанские ведомости» гәзите — «иң күп уҡылған ҡала гәзите» номинацияһында «Гәлсәр ҡәләм» республика журналистар конкурсы еңеүсеһе
- 2000 – «Гәлсәр ҡәләм» республика журналистар конкурсы еңеүсеһе
- 2012 – Ҡазандың Маҡтау китабына индерелгән[3]
- 2015 – Рәсәй журналистар союзының «Рәсәй журналистикаһының Алтын полкы» премияһы — «Россия журналистикаһының яҡшылығы һәм яуызлығы» китабы өсөн
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Венера Абдулловна Якупова. ТР Журналистлар берлегенең рәсми сайты (рус.)
- Якупова Венера. ТР Язучылар берлеге рәсми сайты
- Якупова Венера Габдулла кызы. Онлайн - энциклопедия Tatarica
- Венера Якупова. журнальныймир.рф (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Якупова Венера Габдулла кызы. Онлайн - энциклопедия Tatarica
- ↑ Якупова Венера Абдулловна. 2021 йыл 19 апрель архивланған. «Милләттәшләр» порталы (рус.)
- ↑ Решение Президиума КГД №37 от 20 июня 2012г. 2021 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Сөмбел Таишева. Золотой курай Венеры Якуповой. Мәгариф, 13.02.2020