Вараждин
Вараждин (хорв. Varaždin, нем. Warasdin, лат. Varasdinum, мадьярса Varasd) — Хорватияның көнбайышындағы ҡала. Загребтан төньяҡҡа табан 81 км алыҫлыҡта Драва йылғаһы буйында урынлашҡан. Вараждин жупанлығының административ үҙәге. 2011 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 47 055 кеше тәшкил итә; 2001 йылда унда 49 075 кеше иҫәпләнә.
Вараждин | |
хорв. Varaždin | |
Флаг | |
![]() | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1181 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Varaždin |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Вараждинска жупанияһы |
Административ-территориаль берәмек | Вараждинска жупанияһы |
Халыҡ һаны |
36 187 кеше (31 август 2021)[1], 38 839 кеше (31 март 2011)[1], 41 434 кеше (31 март 2001)[1], 41 846 кеше (31 март 1991)[1], 39 545 кеше (31 март 1981)[1], 34 312 кеше (31 март 1971)[1], 26 460 кеше (31 март 1961)[1], 19 341 кеше (31 март 1953)[1], 17 314 кеше (15 март 1948)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 173 метр |
Туғандаш ҡала | Куманово, Залаэгерсег, Бад-Радкерсбург, Осер, Равенсбург, Монтале (Тоскана), Трнава, Птуй, Кобленц һәм Пула |
Майҙаны | 59,45 км² |
Почта индексы | 42000 |
Святой покровитель | Николай Чудотворец[d] |
Урындағы телефон коды | 042 |
![]() |
ТарихҮҙгәртергә
Археологик ҡаҙылмалар был ауыл римлеләр ваҡытында уҡ булған. 1181 йылда беренсе тапҡыр яҙма рәүештә телгә алына. 1209 йылда хорват-венгр короле Андрей II Вараждинға — Хорватиялағы беренсе ҡалаға — королдең ирекле ҡалаһы тигән грамота бирә.
1756—1776 йылдарҙа император ҡатын Мария Терезия батшалыҡ иткәндә Вараждин Хорватияның баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә. Был ваҡытта ҡалала бик күп һарайҙар төҙөлә, һәм улар әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Был ҡалаға «асыҡ күк йөҙө аҫтындағы барокко музейы» тигән исем йөрөтөү хоҡуғын бирә. 1776 йылда ҡала янғындан ныҡ ҙур зыян күрә, шунлыҡтан баш ҡала Загребҡа күсерелә.
ИҡтисадҮҙгәртергә
Әлеге ваҡытта Вараждин — Хорватияның мәҙәниәт һәм эре сәнәғәт үҙәге. Бында ҙур «Виндия» һөт заводы, билдәле «Вартекс» туҡыу фабрикаһы эшләй.
МәҙәниәтҮҙгәртергә
Ҡала үҙенең «барокко музыка кисәләре» менән билдәле, уға бик күп илдәрҙән музыка башҡарыусылар һәм тыңлаусылар килә. Концерттар боронғо замоктарҙа һәм сиркәүҙәрҙә үткәрелә. Шулай уҡ бында «Шпанцирфест» (Špancirfest) — урам артистары фестивале йыл һайын үткәрелә.
Вараждинда тыуған Имре Кальман Марицаның оперетталарының геройы булып барон Коломан Зупан тора, ә иң билдәле оперетта дуэты «Поедем в Вараждин» тип атала.
Иҫтәлекле урындарыҮҙгәртергә
- Вараждин замогы(XIV—XVI быуаттарҙа төҙөлгән), 1925 йылға тиклем Эрдеди магнаттары биләмәһендә торған
- Вараждин католик соборы XVII быуатта Драшкович аҡсаһына төҙөлгән
- Георгий Победоносец православие сиркәүе (1884)
- Ҡаланан 40 километр алыҫлыҡта Тракошчан неоготик сиркәүе урынлашҡан.
- Виндия мәмерйәһе
Билдәле кешеләрҮҙгәртергә
- Ватрослав Ягич — филолог-телсе, лингвист, археограф һәм палеограф
- Иван Кукулевич-Сакцинский — сәйәси эшмәкәр, тарихсы, шағир, драматург
- Иван Падовец — композитор һәм гитарасы
- Каролина Шпрем — теннисистка
- Давор Вугринец — футболсы
- Златко Далич — футболсы, Хорватия футбол буйынса йыйылма командаһының баш тренеры
- Ямбрешич, Андрей — иезуит, педагог, прозаик, тел белгесе
Туғанлашҡан ҡалаларыҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
varazdin.hr — Вараждина рәсми сайты (хорв.)
- Вараждин ҡала музейы (хорв.) (инг.)