Трнава (словак. Trnava, нем. Tyrnau, венгр.Nagyszombat, лат.Tyrnavia) — көнбайыш Словакия ҡалаһы, Трнавка йылға буйында, Кесе Карпаттың көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Трнава — архиепископ резиденцияһы, шуға күрә уны йыш ҡына словак Римы тип атайҙар Халҡы — 70 мең самаһы кеше. Трнава — бер үк исемле Трнава крайының үҙәге

Трнава
словак. Trnava
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1211
Рәсем
Рәсми атамаһы Trnava, Търнава һәм Надсомбат
Дәүләт  Словакия
Административ үҙәге Трнавский край[d], Трнава[d] һәм Архиепархия Трнавы[d]
Административ-территориаль берәмек Трнава[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Трнавка (приток Дольни-Дудвага)[d]
Халыҡ һаны 63 803 кеше (1 ғинуар 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 144 метр
Туғандаш ҡала Ново-Место, Казале-Монферрато[d], Вараждин, Бржецлав, Зангерхаузен, Балаково, Харьков[2], Забже[3], Сомбатхей[d], Хомутов[d] һәм Скрантон
Милке Стадион Антона Малатинского[d]
Сиктәш Špačince[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 71,54 км²
Почта индексы 917 01, 917 02, 917 05 һәм 917 08
Электрон почта msutt@trnava.sk
Рәсми сайт trnava.sk
Урынлашыу картаһы
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1211
Урындағы телефон коды 033
Номер тамғаһы коды TT
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q63372675?
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Trnava[d]
Карта
 Трнава Викимилектә

Тәүге тапҡыр ҙур булмаған Трнава игенселек ултырағы 1211 йылда эстергом архиепискобының хатында телгә алына. Трнава Словакияның биләмәһендә беренсе булып ҡала хоҡуҡтарын ала, 1238 йылда уларҙы Венгрия короле Бела IV бүләк итә. XIII быуатта Трнавала заманса һәм ҙур ҡәлғә төҙөлә. Трнаваның әһәмиәте тураһында нәҡ бында венгрия королдәре башҡа илдәрҙең королдәре менән осрашыуы тураһында факт һөйләй. Эстергом Архиепископлығының төрөктәрҙән ҡасып килеп бында күсеүе менән, Трнаваның әһәмиәте XVI быуаттата тағы ла нығына. Шулай итеп Братислава Венгрияның баш ҡалаһы, ә Трнава — дини ҡалаһы була.1635 йылда кардинал Петер Пазмань Трнава университетына (Венгрияла беренсе) нигеҙ һала, 1777 йылда ул императрица Мария Терезия бойороғо буйынса Будуға күсә һәм шулай итеп Будапешт университеты булып китә.

1787 йылда словак эшмәкәре Бернолак Антон Транвала ҡулланылған трнаво-подгор диалектына нигеҙләнгән әҙәби словак теленең беренсе вариантын кодификациялай.

1918 йылда Чехословакия ойошторолғандан һуң Трнава Словакияның сәнәғәт үҙәктәренең береһе була, ул әле лә иң ҙур үҙәге.

1943 йылдың сентябрендә Трнавала 15000 словак һалдатының ихтилалы була, уның сәбәбе булып словак армияһы баш командующийы Фердинанд Чатлошаның һалдаттарҙы немец формаһында кейендереп ПВО зенит расчеттарын комплектлау өсөн Германияға ебәреү тураһында бойороғо була. Гитлер ғәскәрҙәре менән һуғыш көнө буйы дауам итә, бирелгән словак һалдаттарын ҡоралһыҙландыралар һәм Германияға ебәрәләр. (Был хаҡтағы материал Бөйөк Британия киң мәғлүмәт сараларына һылтанып ТАСС тарафынан баҫылып сыға).

Трнава климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 2 4 10 16 21 24 26 26 21 15 7 3 14,6
Уртаса минимум, °C −4 −3 0 4 9 12 14 14 10 6 2 −2 5,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 17,8 21,1 21,5 31,5 38,3 49 48,3 35,3 40,5 28,9 30,9 38,5 401,6
Сығанаҡ: [4]

Ҡалала 2002 йылда шайба менән хоккей буйынса юниорҙар араһында сираттағы донъя чемпионаты үтә

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Ҡәлғә
  • Изге Иоанн Креститель соборы — Трнава архиепархияһының кафедраль соборы
  • Непорочный Зачатие костёлы, XIII быуат
  • Изге Николай соборы
  • Изге Иаков костёлы
  • Изге Елена костёлы
  • Изге Иосиф костёлы
  • Изге Анна костёлы
  • Изге Троица костёлы
  • Лютеран кирхаһы
  • Синагога
  • Барокко һәм ренессанс стилендәге күп һанлы йорттар һәм һарайҙар

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Туғанлашҡан ҡалалары:

Илдәр Туғанлашҡан ҡалалар Бәйләнеш булдырыу йылы
Рәсәй Балаково 1970[5]
Хорватия Вараждин
Словения Ново-Место
Польша Забж
Украина Харьков
АҠШ Скрантон

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Людовик I Великий
  • Подгорье
  • Трнавский университет
  • Альфред Ветцлер

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә