Равенсбург
Равенсбург (нем. Ravensburg [ˈʁaːvn̩sbʊʁk] йәки [ˈʁaːfn̩sbʊʁk], алеман. Raveschburg [ˈʁaːv̊əʃb̥ʊʁg̊]) — Германияның ҡалаһы, район үҙәге, Баден-Вюртемберг федераль ерендә урынлашҡан.
Тюбинген административ округына буйһона. Равенсбург районы составына инә. Миттлерес Шуссенталь идаралығына буйһона. Халҡының һанын 49 418 кеше (2009 йылдың 31 декабренә ҡарата) тәшкил итә. Равенсбургтың майҙаны 92,04 квадрат километрға тиң. Рәсми коды — 08 4 36 064.
Ҡала 4 районға бүленә. Обербургомистры — Херман Фоглер.
Тарих
үҙгәртергәДокументаль рәүештә Равенсбург беренсе тапҡыр 1088 йылда телгә алына. Ҡала 1030 йылда вафат булған граф Вельф II Альторофский тарафынан төҙөлгән тип һанала. 1180 йылдарҙа ҡала Гогенштауфендар ырыуына ҡараған.
1276 йылда ҡала ирекле ҡала хоҡуғын ала, әммә1803 йылда был хоҡуғын юғалта.
1331 йылда Шваб ҡалалары союзына ҡушыла, 1803 йылдан Баварияға ҡарай, 1810 йылда Вюртемберг ҡулы аҫтына күсә.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәҠаланың көньяғындағы Шлосберг тауҙарынан (бейеклеге 524 метр) Боден күленең һәм Альп тауҙарының иҫ китмәле күренеше асыла. Равенсбургта боронғо ратуша, Вильгельм I һәйкәле бар. Ҡаланың тарихи үҙәгендә борондан һаҡланып ҡалған биналар тора. Манаралары күплегенән Равнсбург «Шваб Нюренбергы» тип йөрөтөлә, унда шулай уҡ ҡала ҡәлғәһе диуарының бер өлөшө һаҡланып ҡалған.
Иҡтисад
үҙгәртергәРавенсбургта машиналар төҙөү үҫешкән, бында «Текрум» кондитер изделиелары заводы һәм бөтә донъяға билдәле «Равенсбургер» паззлдар етештереү фирмаһы бар.
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергәРавенсбург ҡалаһының туғандаш ҡалалары түбәндәгеләр:
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми бите
- Равенсбург // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://www.rz-kiru.de/,Lde/Startseite/Unternehmen/Satzung.html
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ https://www.iteos.de/site/DVV-BW-Layout-ITEOS/get/params_E-1178103910/15940826/Mitgliederverzeichnis%204IT.pdf
- ↑ https://www.bodenseekonferenz.org/mitglieder
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ http://www.statistik.baden-wuerttemberg.de/BevoelkGebiet/Bevoelkerung/01515020.tab?R=GS436064