Осер
Осер (франц. Auxerre [o.sɛʁ][11]) — Францияның ҡалаһы һәм коммунаһы, Йонна департаментының префектураһы (административ үҙәге). Йонна йылғаһы ярында урынлашҡан һәм яҡынса 40 км² майҙанды биләй. Халҡы 37 790 кеше (1999).
«Осер» һүҙе латинса Autissiodorum (төрлө варианттары менән) һүҙенән алынған. Галлия һәм рим ҡосоронда әһәмиәтле үҙәк булып торған. Риүәйәт буйынса, сиркәү епископы Осерский Герман V быуатта сиркәү һалған, уның тирә-яғында Каролингтар дәүерендә аббатлыҡ, хәҙерге заманда бөтә донъяға билдәле Сен-Жермен Аббатлығы (ҡара. һүрәттә) формалашҡан. Собор сиркәүе XI—XVI быуаттарҙа бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлгән (башлыса готика стилендә, XIII быуат витраждары менән). Ошо уҡ ваҡытта бында Изге Евсевий сиркәүе лә төҙөлә. Епископ кәшәнәһе уның криптында урынлашҡан (IX быуат), бында шулай уҡ епископ Аарон Осерскийҙың да изге тәненең ҡалдыҡтары ята.
Иртә урта быуаттарҙа ҡала шул уҡ исемдәге епархияның үҙәге була. Осер епископтары бер үк ваҡытта граф функцияһына эйә булған. Шул уҡ ваҡытта епископтар сеньорҙарғаа фьеф биргән, уларҙан яһаҡ йыйған. VIII—IX быуаттарҙа Осер графлығы барлыҡҡа килә. ХI быуатта ул Невер һәм Тоннер графлыҡтары менән берләшә. Был берләшмә ХIII быуаттың икенсе яртыһына тиклем һаҡлана.
1273 йылдан графлыҡ никах ярҙамында сеньор де Рошфорға (Жан I де Шалон идаралығынан) күсә, ул Шалон-Осер ғаиләһенең башланғысы булып тора.
Был 1370 йылда сеньор де Рошфор Жан IV де Шалон-Осер 31 000 ливрға Осер графлығын Франция короленә һата. Бары тик 1490 йылда ғына Осер тулыһынса Францияға ҡушыла.
Осерҙа билдәле «Шабли» шарабын етештерәләр.
Ҡалала «Осер» футбол клубы бик ҙур популырлыҡ менән файҙалана. Бик оҙаҡ ваҡыт дауамында был команда бер ваҡытта ла илдең Юғары дивизионынан сыҡмай уйнап килә. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы клуб миҙгеле йомғаҡтары буйынса 2011—2012 йылда бары тик 20-се урынды биләй һәм 2-се лигала сығыш яһай.
Данлыҡлы кешеләре
үҙгәртергә- Никола Ретиф де ла Бретонн (1734—1806) — яҙыусыһы, популяр һәм иң емешле XVIII быуат аҙағының Францияла яҙыусыларының береһе.
- Мари Ноэль (; 1883—1967) — шағирә, ысын исеме Мари Руже (Marie Rouget).
- Фурье, Жан Батист Жозеф (Jean Baptiste Fourier Joseph; 1768—1830).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Осер (графлыҡ)
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Sandre
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 5,0 5,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 6,0 6,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Les villes jumelées à Auxerre (фр.)
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ 9,0 9,1 Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 https://lannuaire.service-public.fr/bourgogne-franche-comte/yonne/mairie-89024-01
- ↑ Illustré Larousse Petit. Librarie Larousse, 1977
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Оксерр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Histoire d’Auxerre, de Nevers et de Tonnerre du IXème au XIVème (фр.). Проверено 7 августа 2010. Архивировано 7 февраля 2012 года.