Ғәрәфәт
Ғәрәфәт (ғәр. عرفات) — Мәккәнән 20 км алыҫлыҡтағы тау. Тап ошо тауҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм үҙенең һуңғы вәғәзен һөйләгән. Ғәрәфәт тауының ҡайһы урынында доға ҡылһаң да ярай, әммәМөхәммәт Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе Рәхмәт тауы ҡаялары өҫтөндә вәғәз һөйләгән.
Ғәрәфәт | |
ғәр. جَبَل عَرَفَات | |
Тау һырты | Сарават[d] |
---|---|
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Административ-территориаль берәмек | Мәккә[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 454 метр |
Ғәрәфәт Викимилектә |
Риүәйәте
үҙгәртергәМосолман риүәйәттәре буйынса йәннәттән ҡыуылған Әҙәм менән Һауа Ғәрәфә тауы янында осраша. [1].
Тасуирлама
үҙгәртергәОҙонлоғо 11 км самаһы, ә киңлеге – 6,5 км. Үҙәндең уртаһында 70 метр бейеклектәге Ғәрәфәт тауы ҡалҡып тора. Артыҡ бейек булмаһа ла, был урын өсөн ярайһы ҡалҡыу, уның түбәһенән бар тирә-яҡ күренеп тора. Тап шуның өсөн дә уны ғәрәпсә "әрәфә" һүҙе менән атағандар, был һүҙ "күҙәтеү", "таныу" мәғәнәһендә ҡулланыла.
Төньяҡтан Ғәрәфәт тау һырттары менән сиктәш. Ул яҡтан килер өсөн хажиҙарға Мәзәмәйн тигән тарлауыҡ аша үтергә кәрәк. [2]
Әҙәбиәттә
үҙгәртергәХаж юлъяҙмаларында Ғәрәфәт тауы мотлаҡ телгә алына, сөнки унда тороу - хаждың иң мөһим көнө, тажы.
Ихрам хәлендәге кеше, йәғни мөхрим, теленән тәлбиәне төшөрмәҫкә тейеш. «Ләббәйкә Аллаһүмә ләббәйкә! Ләббәйкә лә шәрикә ләкә ләббәйкә! Иннәл-хәмдү вән-ниғмәтә ләкә үәл мүлк! Лә шәрикә ләк!» - юлда ла, Ҡәғбәтулла янында ла, Ғәрәфәттә торғанда ла, шайтанға таш атырға барғанда ла ошо һүҙҙәр төрлө раса, төрлө милләт кешеләре ауыҙынан яңғырап торҙо.
Беҙ сиктәре һары һыҙат менән билдәләнгән ғәләмәт киң үҙәнгә мегаполис булып теҙелгән сатырҙарҙың береһе эсендә намаҙ уҡыйбыҙ, вәғәз тыңлайбыҙ. Һыҙаттан тышта ҡалыу - ғәфү ителмәҫ хата, сөнки ул тарафтар Ғәрәфәт тауына инмәй. Ошо тауҙа тороу иһә хаждың иң мөһим ғәмәлдәренең береһе.Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҙә: «Хаж - ул Ғәрәфәт тауында ғибәҙәт ҡылыу», - тип әйткән. Сиккә тура килгән бер мәсет тә бар икән бында, уның бер яғындағы хаж ғибәҙәте дөрөҫ була, һыҙаттан тышта ҡалғанында - юҡ! Ғәрәфәт тауының ҡайһы урынында доға ҡылһаң да ярай, әммә Мөхәммәт Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе Рәхмәт тауы ҡаялары өҫтөндә вәғәз һөйләгән. [3] |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Арафат // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы - Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)