Ғәҡәбә янында беренсе бәйғәт

О пророк!
              Когда к тебе, на верность присягая,
Придут те женщины, что веруют (в Аллаха),
Клянясь, что в равные Ему
Не будут измышлять других богов,
Не будут красть, блудить не будут,
Не будут убивать своих детей,
Искусной ложью покрывать не будут
Все злодеянья рук своих и ног,
Противиться тебе во всём,
Что добродетельно, не будут, —
Тогда прими присягу их
И испроси для них прощенья у Аллаха, —
Поистине, всемилостив и всепрощающ Он!

Ғәҡәбә янындағы беренсе бәйғәт (ғәр. بيعة العقبة الأولى‎) — Бәнү Аус һәм Бәнү Хәзрәж ҡәбиләләре вәкилдәре Мәккә менән Мина араһындағы Ғәкәбә ҡалҡыулығында Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бәйғәт килтергән ант (бәйғәт). Был ваҡиға «Ғәкәбәнең беренсе бәйғәте», «ун икенең бәйғәте» һәм «диндар ҡатын-ҡыҙҙар бәйғәттәре» тип атала[1]

Икенсе бәйғәт үҙгәртергә

 
Ғәҡәбә янында беренсе бәйғәт килтерелгән урында төҙөлгән мәсет

Бер йылдан һуң 75 мәҙинәле (73 ир-егет һәм 2 ҡатын-ҡыҙ) йәшерен рәүештә Пәйғәмбәр менән осраша һәм уны, шулай уҡ уның яҡындарын ҡорал ҡулланып яҡларға ант итә. Был ваҡиға "Ғәҡәбәнең икенсе бәйғәте йәки һуғыш бәйғәте тип атала[2]. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Мәккә мосолмандарының Мәҙинәгә һижрәте башлана [3].

Көнбайыштың ҡайһы бер ислам белгестәре фекеренсә, Ғәҡәбәлә бер генә осрашыу булған, сөнки әт-Табари беренсеһен — «ҡатын-ҡыҙҙар бәйғәтен» генә телгә алған[2]

Ҡөрьәндә үҙгәртергә

Ғәҡәбә бәйғәте һүҙмә-һүҙ тиерлек Әл-Мүмтәхәнә сүрәһенең 12-се аятының өҙөгөн ҡабатлай.[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Панова В., Бахтин Ю. Жизнь Мухаммеда. — М., 1990.
  2. 2,0 2,1 Watt W. Montgomery, 1986
  3. Али-заде, 2007

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. [64 Акаба] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • al-ʿAḳaba / Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)