Шайтандарға таш ташлау (ғәр. رمي الجمرات‎‎) —Сәғүд Ғәрәбстанындағы Мәккә ҡалаһына хажға барған ваҡытта үтәлә торған ғибәҙәттәрҙең береһе .[1][2][3]. (ғәр. جمرات‎ джәмәрәт (күпл. ); берл. — джәмрә) - хаж ҡылыусылар шайтандарға таш ташлай торған бағаналар. Хаж ҡылыусылар джәмәрәт тип аталған өс диуарға (элек өс бағана булған) таш ташлай. Диуарҙар Мәккәнән көнсығыштараҡ Минаүҙәнендә урынлашҡан. Был хаж ваҡытында үтәлә торған фарыз (мотлаҡ үтәлә торған) ғәмәл. Йола Ибраһим Пәйғәмбәр тормошонан бер ваҡиғаны хәтергә төшөрөү айҡанлы үтәлә - ул улы Исмәғилде ҡорбанға килтермәҫкә, Аллаһы тәғәләнең әмерен үтәмәҫкә ҡотортҡан шайтанға өс тапҡыр таш бәреп ҡыуып ебәрә.

2006 йылда хаж ҡылыусылар Акаба Джәмрәһе янындахаджа.
әл-Мәҙинәгә һәм Мәккәгә хаж ҡылыу. Р. Ф. Бёртон (1857 год).

Зөлхизә айының 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы ваҡытында хаж ҡылыусылар бер ҙур джәмрәгә ете таш ташларға тейештәр. Таш ташлағандан һуң һәр хаж ҡылыусы сәсен алырға тейеш (ҡатын-ҡыҙ толом осон бер аҙ ҡыҫҡарта). Алдағы ике көндә улар һәр өс диуарға етешәр таш бәрергә тейеш. Шулай итеп, һәр хаж ҡылыусы 49-ҙан дә кәм булмаған таш ташларға тейеш. Хаж ҡылыусылар Минала йәнә бер көнгә ҡалһа, улар яңынан шул өс джәмрәгә етешәр таш бәрергә бара. Йола башҡарыр өсөн таштарҙы йә Мөздәлифәлә, йә Минала тәүге тапҡыр ташларға барыр алдынан йыя.

Джәмрәләрҙе алыштырыу үҙгәртергә

 
Бағана рәүешендәге джәмрә (1942 год).

2004 йылға тиклем джәмрәләр бейек бағаналар рәүешендә ҡуйылған булған. 2004 йылғы хаждан һуң Сәғүд Ғәрәбстаны хакимиәте хәүеңфһеҙлек тәьмин итер өсөн бағаналарҙы диуарға алыштыра.Бағанаға бәргән саҡта йыш ҡына таштар ҡаршы яҡта торған кешеләргә барып тейә торған булған. Джәмрәләргә үтеүҙе еңеләйтеү өсөн йәйәү үтерлек бер яруслы күпер һалынған, уны Джәмәрәт күпере тип атайҙар. г

Джәмәрәләр ошондай атамалар йөрөтә(көнсығыш яғынан башлап):

  • Беренсе джәмрә (әл-джәмрә әл-үлә), йәки Кесе джәмрә (الجمرة الصغرى|әл-джәмрә әс-сүғра);
  • Урта джәмрә (الجمرة الوسطى|әл-джәмрә әл-вуста);
  • Ҙур джәмрә (ғәр. الجمرة الكبرى‎), йәки Акаба Джәмрәһе (جمرة العقبة|джәмрә әл-Акаба).

2004 йылға тиклем кесе һәм урта джәмрәләр араһында 150 метр булған, ә урталағыһы һәм ҙуры араһындаа  — 225 метр[4].

Хәүеф-хәтәр үҙгәртергә

 
Джәмәрәт күпере (2009 год).

Шайтандарға таш ташлау ғибәҙәте -хаж ҡылғандағы иң хәүефле ғәмәл. Халыҡ эркелеп килеү арҡаһында ҡыҫылып, тапалып үлгәндәр ҙә була.Хәүефһеҙлек тәьмин итер өсөн бағаналарҙы диуарға алыштырыу хәлде бер аҙ еңеләйтә, кешеләр тиҙерәк үтә башлай, таш менән йөрәхәтләнеү ҙә кәмей. Хаж ҡылыусылар артыуын иҫәпкә алып Джәмәрәт күперен дә киңәйтәләр.

Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр бер генә тапҡыр хаж ҡылып ҡала, һуңғы тапҡыр таш ташларға ул зухр намаҙын уҡығас уҡ бара. Шул арҡала күп кенә хаж ҡылыусылар ошо ваҡытта таш ташларға барырға тырыша, был иһә кешеләрҙең ҡыҫылыуына, тапалыуына килтерә. Күп ғөләмәләр быны төшлөктән эңер төшкөнгә тиклем үтәргә мөмкин тип һанай.

2006 йылда джәмрәләр янында 346 хажи һәләк була, 289 кеше имгәнә. 2015 йылдың сентябрендә 2.4 меңдән ашыу кеше тапалып үлә [5].

Сәғүд Ғәрәбстаны хакимиәте шайтанға таш ташлағанда хажиҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн бик күп көс һала [6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Burton Richard Francis. Personal Narrative of a Pilgrimage to El Medinah and Meccah. — 1857. — P. 226.
  2. Abū Dāʼūd. Sunan Abu Dawud: Chapters 519-1337. — Sh. M. Ashraf, 1984.
  3. Hughes Thomas Patrick. Dictionary of Islam. — P. 225. — ISBN 978-81-206-0672-2.
  4. Al-Haboubi, Muhammad H. (October 2003). «A New Layout Design for the Jamarat Area (Stoning the Devil)». The Arabian Journal for Science and Engineering 28 (2B).
  5. AP count: Over 2,400 killed in Saudi hajj stampede, crush, The Associated Press (10 November 2015). 2015 йыл 13 декабрь архивланған.
  6. Хадж к святым местам входит в кульминационную стадию. vesti.ru (8 декабрь 2008). Дата обращения: 23 февраль 2016.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.