Бунимович Абрам Исаакович
Абрам Исаакович Бунимович (1917—1999) — СССР һәм Рәсәй ғалим-механигы, физика-математика фәндәре докторы (1969), профессор (1970).
Бунимович Абрам Исаакович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 22 декабрь 1917 |
Тыуған урыны | Киев, Рәсәй республикаһы |
Вафат булған көнө | 3 июль 1999 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Востряково зыяраты[d] |
Балалары | Бунимович, Леонид Абрамович[d] һәм Евгений Абрамович Бунимович[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАбрам Исаакович Бунимович 1917 йылдың 22 декабрендә Киевтә тыуған. 1934 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Мәскәү университетының механика-математика факультетына уҡырға инә һәм 1940 йылда уны гидромеханика кафедраһы буйынса отличие менән тамамлай. Бынан һуң ул Мәскәү дәүләт университетының механика ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағындағы аспирантураға ҡабул ителә[1].
Әммә ул саҡта аспирантураны тамамларға насип булмай: Бөйөк Ватан һуғышы башлана, һәм 1941 йылдың 23 июнендә Абрам Бунимович аспирантураның икенсе курсынан фронтҡа китә. Һуғыш ваҡытында Волхов, Дала, 1-се һәм 2-се Украина фронттарында һуғыштарҙа ҡатнаша; артиллерия разведкаһы офицеры сифатында Корсунь-Шевченко, Днепр-Карпат, Яссы-Кишинев, Бухарест-Арад, Будапешт, Вена, Прага һәм башҡа хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Разведка взводы командирынан 2-се Украина фронтының артиллерия разведкаһы начальнигының өлкән ярҙамсыһына тиклем хәрби юл үтә[2][3].[4]
Демобилизацияланғандан һуң, 1945 йылдың сентябрендә механика ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағындағы аспирантураға әйләнеп ҡайта һәм 1948 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (темаһы — «Об истечении газа с дозвуковыми скоростями»). 1948—1961 йылдарҙа СССР авиация сәнәғәте министрлығының Ғилми-тикшеренеү институты-1-ҙә һәм Үҙәк авиация моторҙары эшләү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Ул унда рәшәткәле системаларҙы тауыш тиҙлегенән бәләкәйерәк тиҙлекле газ ағымы уратып ағыуын теоретик һәм эксперименталь өйрәнеү буйынса байтаҡ эштәр башҡара, уларҙың һөҙөмтәләре реактив двигателдәрҙе проектлау һәм эшләү ваҡытында киң ҡулланыу таба[1].
1961 йылдан А. И. Бунимович МДУ мехматының газ һәм тулҡын динамикаһы кафедраһында доцент булып эшләй. Шулай уҡ 1961—1963 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының механика институтының газ һәм тулҡын динамикаһы бүлеген етәкләй[1][5]. Ә эксперимент үткәргәндә А-8 тауыштан шәберәк торбала авариянан һуң механика институтынан китә.
1977 йылдан газ һәм тулҡын динамикаһы кафедраһы профессоры. 1969 йылда уға физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһе, ә 1980 йылда профессор ғилми исеме бирелә[6][7].
Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенән тыш А. И. Бунимович педагогик эшмәкәрлек алып бара. МДУ-ның мехмат студенттары өсөн «Механика сплошной среды», «Гидроаэродинамика», «Гиперзвуковые течения газа», «Аэродинамика разреженного газа», «Газодинамика пограничного слоя» курстарын уҡый[8][2]. Кафедра парторгы, механика бүлеге партбюро секретары, мехмат факультеты партбюроһы ағзаһы була[7].
Востряково зыяратында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәА. И. Бунимовичтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары механиканың бер нисә бүлеген үҙ эсенә ала: сик ҡатламы теорияһы, шыйығайтылған газ динамикаһы, ҡаты есемдәрҙең ҙур тиҙлек менән төрлө мөхиткә (тупраҡҡа, металдарға) үтеп инеүе тураһында мәсьәләләр, механиканың төрлө проблемаларына (газ торбаларында газдарҙың изотермик булмаған хәрәкәте, кинетик тигеҙләмәләр теорияһы, Ньютон булмаған шыйыҡсалар хәрәкәте) төркөмдәр теорияһы ысулдарын ҡулланыу. 1948 йылда беренселәрҙән булып тауыштан шәберәк тиҙлек ваҡытында йоҡа есемдәрҙең хәрәкәтен өйрәнеү буйынса фундаменталь тикшеренеү башҡара, уның барышында бәрелеш тулҡындары булғанда оҡшашлыҡ закондары ҡәтғи иҫбат ителә. Ул шулай уҡ есемдәрҙе һәм есемдәр системаһын шыуып ағыу өлкәһендә шыйығайтылған газ ағымы уратып ағыуы буйынса тәүге тикшеренеүҙәр үткәрә (есемдәрҙе газ уратып ағыуы буйынса яңы мәсьәләләрҙең барлыҡҡа килеүе ракета-космос техникаһының йылдам үҫеше, тауыштан шәберәк тиҙлекле осоу аппараттарын булдырыу менән тығыҙ бәйләнгән [2]). Һуңғараҡ А. И. Бунимович шыйығайтылған газда осоу бейеклегенең бөтә диапазонында есемдәрҙе һәм есемдәр системаһын уратып ағыуҙы өйрәнеү буйынса фәнни мәктәп булдыра һәм есемдәрҙең төрлө мөхиттәр менән үҙ-ара локаль тәьҫир итешеүенең дөйөм теорияһын төҙөй, был газ хәлендәге мөхиттә хәрәкәт итеүсе иң әҙ ҡаршылыҡлы есемдәрҙең характеристикаһын һәм формаһын билдәләгәндә киң ҡулланыу таба[2][9].
А. И. Бунимович күп хеҙмәттәрен шыйығайтылған газдың каналдарҙа һәм рәшәткәләрҙә ағыуын өйрәнеүгә бағышлай[10]. Ул үҙенең уҡыусылары менән бергә әйләнеүсе есемдәрҙе шыйығайтылған газ ағымы уратып ағыуын өйрәнеү буйынса ҙур эштәр циклы башҡара. Деформацияланыусы мөхиттәргә үтеп ингәндә иң бәләкәй ҡаршылыҡлы есемдәрҙең оптималь формаһы тураһында мәсьәлә ҡуя һәм үҙе хәл итә[11]. А. И. Бунимович һәм уның уҡыусылары (В. Р. Душин, Б. И. Сиперштейн, А. В. Краснослободцев) механиканың мөһим практик ҡулланылышы булған (кинетик тигеҙләмәләрҙең инвариантлы-төркөмдән торған сығарылыштарын өйрәнеү һәм башҡалар) яңы мәсьәләләрен төркөмләп тикшеренеүҙәрҙең ҙур класын башҡара[12].
А. И. Бунимович 190-дан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Ул 18 фән кандидаты әҙерләй, уның етәкселеге аҫтында 4 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны — Бунимович Раиса Ефимовна (ҡыҙ фамилияһы Володарская; 1922—1986), математика уҡытыусыһы[13].
- Улдары — математиктар Леонид Бунимович һәм Евгений Бунимович.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәХәрби хеҙмәттәре өсөн
үҙгәртергә- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)[6][2]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944, 1985)[6][2]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[6][2]
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)[6]
- «Будапештты алған өсөн» миҙалы (1945)[6]
- «Венаны алған өсөн» миҙалы (1945)[6]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[6]
Фәнни ҡаҙаныштары өсөн
үҙгәртергәБаҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергәАйырым баҫмалары
үҙгәртергә- Бунимович А. И., Орлова Г. С. . Сборник аэродинамических характеристик плоских компрессорных решеток. — М.: ЦИАМ, 1955. — 170 с.
- Рахматулин Х. А., Сагомонян А. Я., Бунимович А. И., Зверев И. Н. . Газовая динамика. — М.: Высшая школа, 1965. — 722 с.
- Bunimovich A. I., Dubinskii A. V. . Mathematical Models and Methods of Localized Interaction Theory. — Singapore: World Scientific, 1995. — xi + 226 p. — (Series on Advances in Mathematics for Applied Sciences). — ISBN 9-810-21743-9.
Ҡайһы бер мәҡәләләре
үҙгәртергә- Бунимович А. И. Об обтекании плоской полубесконечной пластины потоком вязкого разреженного газа // Изв. АН СССР. Механика и машиностроение. — 1959. — № 5.
- Бунимович А. И., Святогоров A. A. . Аэродинамические характеристики плоских компрессорных решёток при большой дозвуковой скорости // Лопаточные машины и струйные аппараты. Вып. 2. — М.: Машиностроение, 1967. — 236 с. — С. 5—35.
- Бунимович А. И., Дубинский А. В. Вариационный метод для обобщённого класса функционалов и его применение к задачам аэромеханики // Изв. АН СССР. Механика жидкости и газа. — 1973. — № 1. — С. 15—26.
- Бунимович А. И. Соотношения между силами, действующими на тела, движущиеся в разреженном газе, в потоке света и в гиперзвуковом ньютоновском потоке // Изв. АН СССР. Механика жидкости и газа. — 1973. — № 4. — С. 89—95.
- Бунимович А. И., Дубинский А. В. Метод оптимизации для обобщённого класса функционалов и его применение к задаче об определении формы тела максимального аэродинамического качества // Вестник МГУ. Сер. 1. Математика, механика. — 1973. — № 6. — С. 87—90.
- Бунимович А. И. Аэродинамические характеристики осесимметричных тел при обтекании в условиях «закона локальности» // Вестник МГУ. Сер. 1. Математика, механика. — 1974. — № 4. — С. 97—102.
- Бунимович А. И., Дубинский А. В. Обобщённые законы подобия при обтекании пространственных тел // Прикл. математика и механика. — 1975. — Т. 39, вып. 4. — С. 103—111.
- Бунимович А. И., Сиперштейн Б. И. . Групповые свойства уравнений, описывающих движение газа в длинных трубопроводах // Газовая и волновая динамика / Под ред. Х. А. Рахматулина. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1975. — 137 с. — С. 103—109.
- Бунимович А. И., Краснослободцев А. В. Инвариантно-групповые решения кинетических уравнений // Изв. АН СССР. Механика жидкости и газа. — 1982. — № 4. — С. 135—140.
- Бунимович А. И., Якунина Г. Е. Исследование формы поперечного контура конического пространственного тела минимального сопротивления, движущегося в разреженном газе // Изв. АН СССР. Механика жидкости и газа. — 1986. — № 5. — С. 112—117.
- Бунимович А. И., Якунина Г. Е. О форме тел вращения минимального сопротивления, движущихся в пластически сжимаемой и упругопластической средах // Прикл. математика и механика. — 1987. — Т. 51, вып. 3. — С. 496—503.
- Бунимович А. И., Якунина Г. Е. О форме тела вращения минимального сопротивления при безотрывном проникании в пластически сжимаемые среды // Прикл. математика и механика. — 1989. — Т. 53, вып. 5. — С. 860—863.
- Бунимович А. И., Дубинский А. В. Аэродинамические характеристики произвольно вращающихся тел в газе различной разреженности // Космические исследования. — 1989. — Т. 27, вып. 2.
- Бунимович А. И., Дубинский А. В. Развитие, современное состояние и приложения теории локального взаимодействия (обзор) // Изв. РАН. Механика жидкости и газа. — 1996. — № 3. — С. 3—18.
- Бунимович А. И., Дубинский А. В. О расчёте вращательных производных при локальном взаимодействии потока с поверхностью тела // Прикл. математика и механика. — 1998. — Т. 62, вып. 1.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Механика в Московском университете, 2005, с. 111
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Механика в Московском университете, 2005
- ↑ Бунимович Абрам Исаакович . // Портал «Память народа». Дата обращения: 25 октябрь 2016.
- ↑ Московский университет в Великой Отечественной войне, 2020
- ↑ Механика в Московском университете, 2005, с. 68
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Бунимович Абрам Исаакович . // Сайт «Летопись Московского университета». Дата обращения: 23 октябрь 2016.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Кафедра газовой и волновой динамики. Основатели кафедры и лабораторий . // Сайт Кафедры газовой и волновой динамики мехмата МГУ. Дата обращения: 23 октябрь 2016.
- ↑ Механика в Московском университете, 1992
- ↑ Кафедра газовой и волновой динамики. Научные направления . // Сайт Кафедры газовой и волновой динамики мехмата МГУ. Дата обращения: 23 октябрь 2016.
- ↑ Механика в Московском университете, 2005, с. 112
- ↑ Механика в Московском университете, 2005, с. 73, 76
- ↑ Механика в Московском университете, 2005, с. 88—89
- ↑ Бунимович Раиса Ефимовна. Надгробный памятник на Востряковском кладбище . // Сайт «Иудаизм и евреи». Дата обращения: 23 октябрь 2016.
- ↑ Заслуженные профессора Московского университета (1997) . // Сайт МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 23 октябрь 2016.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Механика в Московском университете / Под ред. К. А. Рыбникова. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1992. — 168 с. — ISBN 5-211-01979-2.
- Механика в Московском университете / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова. — М.: Айрис-пресс, 2005. — 352 с. — ISBN 5-8112-1474-X.
- Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 280. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.