Бондарин Сергей Александрович

Бондарин Сергей Александрович (14 ғинуар (27 ғинуар) 1903 йыл — 25 сентябрь 1978 йыл) — СССР прозаигы, шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Бондарин Сергей Александрович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
Патронимы йәки матронимы Александрович[d]
Тыуған көнө 14 (27) ғинуар 1903 или 27 ғинуар 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2]
Тыуған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 25 сентябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[2] (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, новеллист
Уҡыу йорто Одесский национальный экономический университет[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Александрович Бондарин 1903 йылдың (14) 27 ғинуарында Одессала (хәҙерге Украина) тыуған. Бондариндың атаһы административ вазифа биләй. Ул Одессала үҫә, 1920 йылдар башында Одесса яҙыусылары даирәһенә керә, бигерәк тә Е. Г. Багрицкий һәм С. Г. Гехт менән дуҫлаша. 1929 йылда Одесса Халыҡ хужалығы институтының юридик бүлеген тамамлай. 1930 йылда ул рәссам Генриетта Адлерға өйләнә (1903—1997).

Бондарин Сергей Александрович поэзия, хикәйәләр, журналистик очерктар яҙа. Беренсе китабы (балалар өсөн) «Дындып из долины Дургун-Хоток» (1931) Монголиялағы ваҡиғалар тураһында. Яҙыусыларҙың, шул иҫәптән В. Б. Шиловский һәм Л. И. Славиндың Бондарина аҙ иғтибар бирелеүгә ҡаршы протестары беренсе «Биш йыл» йыйынтығын (1935) баҫтырыуға килтерә. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1941 йылдың июненән 1944 йылдың февраленә тиклем Бондарин Ҡара диңгеҙ флотының Сәйәси идараһында хеҙмәт итә. 1941 йылда Керчь десант операцияһында ҡатнаша.

1944 йылдың мартында ул ҡулға алына, 1945 йылдың 21 апрелендә «антисовет агитацияһы» таратыуҙа ғәйепләнеп 8 йылға лагерға хөкөм ителә. 1953 йылға тиклем ул Мариинскта (Кемерово өлкәһе), Тайшетта, һуңынан Красноярск крайында төрмәлә ултыра.

С. А. Бондарин 1978 йылдың 25 сентябрендә вафат була. Уны Мәскәүҙә Донской зыяратында ерләйҙәр.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Дындып из долины Дургун-Хоток, 1931
  • Пять лет, 1935
  • Балкарские рассказы, «Красная новь», 1936, № 3
  • Лирические рассказы, 1957
  • Эдуард Багрицкий. Статья, Новый мир, 1961, № 4
  • Никола-на-водах, «Наш современник», 1961, № 3
  • Гроздь винограда, 1964
  • Повесть для сына, 1967
  • Златая цепь, 1971
  • Прикосновение к человеку, 1973

Библиография

үҙгәртергә
  • Бондарин С. Прикосновение к человеку // Воспоминания о Бабеле: 1938, 1939, 1940 / [сост.: А. Н. Пирожкова, Н. Н. Юргенева]. — Москва: Книжная палата, 1989. — С. 93—101, ил.- ISBN 5-7000-0109-8

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Коллектив поэтов

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1011402610 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  3. Бондарин Сергей Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.

Һылтанмалар

үҙгәртергә