Боливия музыкаһы

Боливиялағы йыр-көйҙәр, музыка тарихы һәм бөгөнгө торошо

Боливияның төрлө төбәгендә музыка ла төрлө. Төп индеецтарҙың (аймара, кечуа) һәм креолдарҙың музыка сәнғәте айырыуса сағыу[1][2]. Индей мотивтары илдең таулы өлөшөнә хас. Үҙәндәрҙә йәшәүселәр фольклорына испан йоғонтоһо көслө, һәм индей музыкаһы креол музыкаһы менән ҡатнашып китә[3][4]. Үҙәк Андта индеецтар күпселекте тәшкил итә, уларҙың боронғо музыкаһы ғәмәлдә үҙгәрешһеҙ һаҡланған [3]. Рәсми кимәлдә боливий музыкаһы ныҡлы һаҡлана[5][⇨].

Боливия музыкаһы
Дәүләт  Боливия
Вики-проект WikiProject Bolivia[d] һәм WikiProject Latin music[d]
 Боливия музыкаһы Викимилектә
Ла-Паста Музыка һыны

Таулы төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең музыкаһы тотанаҡлы, бер аҙ ҡырыҫыраҡ, ә тигеҙлектә йәшәүселәрҙең йыр-көйҙәре күңелле, күтәренке кәйефле[2]. Шул уҡ ваҡытта индей музыкаль мәҙәниәте креол музыка мәҙәниәтенә ҡарағанда өҫтөнөрәк урын алып тора тип раҫлана [6]. ХХ быуатта Боливия музыкаһы халыҡ традициялары йоғонтоһонда була, сөнки ил халҡының 85 процентын төп халыҡтар алып тора. Боливияның диңгеҙгә сығыу урыны юҡ, уның музыкаһына сиктәш илдәр: Аргентина, Бразилия, Перу, Чили һәм Парагвай[7] музыкаһы менән мәҙәниәте йоғонто яһаған тип иҫәпләнә. Ҙур ҡалаларҙа музыка шулай уҡ башҡа илдәрҙең популяр музыкаль ағымдары йоғонтоһон да кисерә[7].

Индей музыкаһы

үҙгәртергә
 
Кена флейталары

Индей музыкаль фольклорына үҙенсәлекле һәм төрлө лирик йыр жанрҙары (багуала[es], арави[en], видала[es], уанка), популяр бейеү һәм инструменталь көйҙәр (уайно[en], уайнито, йумбо) инә[2][1]. Күңелле шаян уанка йырҙары яңғыҙ башҡарыуға тәғәйенләнә, сөнки Боливия индеецтарында хор менән йырлау таралмаған[2]. Айырыуса билдәле индей жанрҙарына уайно күмәк бейеүе һәм арави мөхәббәт йырҙары ҡарай[4]. Уайно бейеүе тотем йолаларына бәйләнгән. Боронғо арави йыры иһә креолдарҙың яравийынан айырылып тора. Андта кечуаларҙың йырлы-әйләнәле бейеүе, аймараларҙың уникаль ч’или һәм чатре тигән инструменталь жанрҙары һаҡланған[8].

Индей музыкаһын ритмик аныҡлыҡ, уға ғына хас ритмик формулалар, форма яһалыштың аныҡ структураһы билдәләй. Ул пентатоникаға нигеҙләнгән, шул уҡ ваҡытта унда пентатоникалағы 5 ладтың бөтәһе лә ҡулланыла. Йырҙар һәм бейеүҙәр өсөн ике өлөшлөлөк хас[2].

Колумбҡа тиклемге осор музыка ҡоралдары (ҡамыштан яһалған эрке[es], пинкильо һәм кена флейталары) киң таралған. Тынлы музыка ҡоралдарының 20-нән ашыу төрө бар. Һуҡма ҡоралдарҙан барабандар (тинья[en], путука, ҙур уанкара (wankara) бар. Индей музыкаһында ҡыллы инструменттар барлыҡҡа килеүенә испандар сәбәпсе булған[1].

Креол музыкаһы

үҙгәртергә
 
Чаранго гитараһы

Көньяҡ Америка креолдары өсөн дөйөм музыка испан йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә һәм сағыу испан характерына эйә[2]. Анд илдәренең креол музыкаһына уртаҡ стилистик һыҙаттар — мажор-минор, 3 өлөшлө һәм үҙгәреүсән (6/8 + 3/4) метр, параллель терциялар менән 2 тауышлы йыр хас[8]. Шуның менән бергә, Латин Америкаһының һәр иленә генә хас креол музыкаһы биҙәктәре бар[3].

Боливияла самакуэка (куэка[en]), гато маринера[en] тигән креол бейеүҙәре, тристе һәм ярави[es][2] тигән лирик йыр жанрҙары таралған. Креолдарҙың типик музыка ҡоралы булып 6 ҡыллы испан гитараһы хеҙмәт итә. Шулай уҡ арпа диатоник арфаһы һәм чаранго гитараһы осрай. Һуңғыһы колониаль осорға ҡарай, 5 икеле ҡылдан тора һәм көйләнеүе ғәҙәттәге гитараныҡынан айырыла. Аккомпанемент ҡоралы тип һанала. Ансамблле уйында чарангоға йыш ҡына аккомпанемент менән бергә көй һыҙаты ла тапшырыла [1]. Испан йоғонтоһо чилена тигән йыр-бейеү жанрында ла, байлесито[4] етеҙ парлы бейеүендә лә шәйләнә.

Хөкүмәттең мөнәсәбәте

үҙгәртергә

Рәсми кимәлдә милли музыка Боливияла проблемалы булып тора. XX быуат башында Буэнос-Айреста Анд музыкаһы таралғас, Боливия күрше Аргентинаны мәҙәни традицияларҙы урлауҙа ғәйепләй. Чилиҙа Альтипланоның (ингл. Altiplano influeneced) мәҙәни йоғонтоһо аҫтында булған нуэва кансьон стиле популярлашҡан һайын яңы йүнәлеш ғәйепләүҙәр предметына ла әүерелә, был юлы — Чили яғынан. Уның менән мөнәсәбәттәр Тымыҡ океан һуғышынан һуң боҙолған була. Үҙ сиратында, Боливияға гастролгә килгән Чили артистары боливий музыкаһы тураһында яҡшы һүҙ әйтмәҫкә тигән рәсми күрһәтмә алыр була. Милли берҙәмлек[en] осоронда Боливияның сәйәси перспективалары үҙгәренкерәһә лә, хөкүмәттең хәүефтәре юҡҡа сыҡмай. 1970-се йылдарҙа Боливияның фольклор коллективтары альтиплано-музыка мөхитендә Чилиҙа өҫтөнлөк итһә лә, Боливия хөкүмәте Боливияныҡы тип һаналған музыканы сит ил башҡарыусыларының файҙаланыуына ҡаршы сығыуын дауам итә[9].

Профессиональ музыка

үҙгәртергә
 
Оруро симфоник оркестры

Боливияның Милли консерваторияһы[es] Ла-Пас ҡалаһында 1908 йылда нигеҙләнә[1]. Шул уҡ ваҡытта индей музыкаль фольклорына ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә — индихениз тип аталған был ағым рәсми хуплау таба. Музыкаль индихенизмдың вәкилдәре композиторҙар һәм дирижёрҙар була: Эдуардо Каба[en] һәм Хосе Майдана[en][10]. Милли консерватория етәксеһе Эдуардо Каба боливий профессиональ музыкаһына нигеҙ һала, ул вокаль, хор, инструменталь әҫәрҙәр авторы. Шул иҫәптән «Потоси» һәм «Ильимани» тигән ике симфоник поэма, «Коллана» балетын яҙған. Фольклор йыйыусы булараҡ, әҫәрҙәрендә индей мотивтарын ҡуллана. Хосе Майдана — Боливия Милли симфоник оркестры[es] етәксеһе, ул симфоник әҫәрҙәр һәм дүрт балет авторы. Профессиональ музыкаға композиторҙар һәм музыканттар Теофило Варгас, Антонио Браво, Симеон Ронкаль, Умберто Монхе, Альфредо Домингес ҙур өлөш индерә.

Хәрби музыка

үҙгәртергә
 
Кочабамбала хәрби оркестр. 1905

1889 йылдың 20 майында Хәрби музыка академияһы асыла (исп. Academia de Música Militar). Акриҙа сик буйы конфликты ваҡытында Боливия һалдаттарының рухын күтәреү өсөн «Индепенденсиа» (исп. Independencia, һүҙмә-һүҙ — «Бойондороҡһоҙлоҡ») батальоны Нестор Терразас (исп. Néstor Terrazas) һәм Мануель Делгадо (исп. Manuel Delgado) етәкселегендәге 25 музыканттан торған хәрби оркестр менән тулындарыла. 800 километрҙан ашыулыҡ марш ваҡытында ял сәғәттәрендә оркестр милли әҫәрҙәр башҡара. Батальон ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр республика еңеүенә ҙур өлөш индерә. 1902 йылда «Музыка мәктәбе» (исп. Escuela de Música) тип аталған учреждениеға директор итеп Франциско Пандо (исп. Francisco Suárez Pando), кларнетсы һәм композитор, Тымыҡ океан һуғышы ҡатнашыусыһы тәғәйенләнә. Ул яу яландарындағы Боливия еңеүҙәре иҫтәлегенә сентименталь марштар ижад итә, мәҫәлән, «Талакоча» (исп. Talacocha), «Кантериас» (исп. Canterías), «Оруро тураһында иҫтәлек» (исп. Recuerdo de Oruro). Әле мәктәп Армияның Музыка хәрби мәктәбе (исп. Escuela Militar de Música del Ejército) тип йөрөтөлә.

Ҡала музыкаһы

үҙгәртергә

1920—1930-сы йылдарҙа Ла-Паста инка фокстроты (исп. foxtrot incaico, fox incaico) таралыу таба, был стиль, күрәһең, Перуҙа барлыҡҡа килгәндер[7]. Инка фоксының инка музыкаһы менән бер уртаҡлығы ла булмай[11], ул шул осорҙа Американың төрлө илдәрендә таралған фокстроттың гибриды булып тора, унда Чилиҙағы араукано-фокс (исп. araucano-fox), Кубалағы болеро-фокс, АҠШ-тағы көнсығыш фокс (ингл. oriental-fox) һыҙаттары була[7]. Әммә, Боливия музыканты Серхио Калеро фекеренсә[12], Боливия милли музыкаһының ситтән ингән музыкаға йоғонтоһо 1930 йылда, Адриан Патиньо[es] «Ҡар яуыр» (исп. Nevando está) композицияһында Америка фокстротын Боливия мотивтары менән ҡатнаштырғас, башлана.

1933—1934 йылда Ла-Пастың «Ла семана графика» (исп. La Semana Gráfica) гәзите 68 музыкаль әҫәр нотаһын баҫтырып сығара, шуның 47-һе Боливия композиторҙары тарафынан яҙылған була. Музыкала фокстроттар, румбалар, мексикан ранчераһы[en] һәм аргентин тангоһы[7] өҫтөнлөк итә.

Фермин Баррионуэво (исп. Fermín Barrionuevo y Orquesta Típica y de Jazz) оркестры (1942) һәм «Лос Херманос Молина» (исп. Los Hermanos Molina y su Jazz y Típica) ансамбле (1947) популяр болеро, конги[en], румбалар башҡара[7]. Джаз-оркестрҙар (исп. orquestas de jazz) һәм типика оркестрҙары (һүҙмә-һүҙ — «типик оркестрҙар») аргентин танго-ансамблдәренә оҡшатып төҙөлә[7], улар кисәләрҙә һәм асыҡ сараларҙа, мәҫәлән, 1945 йылда Ла-Пастағы карнавалда, халыҡтың яратҡан музыкаль коллективтарына әйләнә [7]. Музыка белгесе Фернандо Риос билдәләүенсә, 1940-сы йылдарҙың беренсе яртыһында уларҙың музыкаһы, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ вокаль дуэттары һәм ирҙәрҙең болеро-триолары Ла-Паста, ысын мәғәнәһендә берләштереү көсөнә эйә булған милли музыка стиленә ҡарағанда, күпкә популяр була[7].

Фернандо Риос раҫлауынса, тәүге «йондоҙҙар» тип «Лес Кантутас» (исп. Les Kantutas, милли сәскә исеме) һәм «Лас Херманас Тейяда» (исп. Las Hermanas Tejada, Бер туған Тейядалар) тигән ҡатын-ҡыҙ вокаль ансамблдәрен атарға була. Уларҙың стиле мексикан вокаль дуэттарынҡына оҡшаш була. Был Ла-Пас ансамблдәре 1940-сы йылдарҙа бик популяр була, улар «Иллимани[es]» милли радиостанцияһында тура эфирҙа йырлайҙар. «Лес Кантутас» үҙәндә популяр булған такуирари[es] һәм карнивал (исп. carnival) жанрҙарын интерпретациялай һәм уларҙың бөтә илгә киң таралыуына этәргес бирә [7].

Артабанғы ун йылда куба болероһы халыҡ күңелен яулай. Рауль Морено (исп. Raúl Moreno), СССР-ҙа[13][14] билдәле «Лос Панчос» (исп. Los Panchos) ансамбленең элекке ҡатнашыусыһы, Боливия болеро-триоһы «Лос Перегринос» (исп. Los Peregrinos, һүҙмә-һүҙ «Пилигримдар») менән ике Америкала ла сығыш яһай. Артуро Собенес менән «Лос Камбас» (исп. Arturo Sobenes y Los Cambas) төркөмө популяр болеро башҡарыусы була. Халыҡ-ара репертуаға өҫтәп, был смокинг кейгән артистар урындағы креол жанрҙары (мәҫәлән, уайно) музыкаһын да башҡара, ҡайһы берҙә чарангола[7] уйнай.

 
Коньюнто Савиа Андина. 1975

1960-сы йылдарҙа коньюнто (исп. conjunto, һүҙмә-һүҙ — «ансамбль») тигән яңы Анд музыкаль стиле барлыҡҡа килә, ул тиҙ арала Боливияның төп популяр музыкаһына әүерелә. Стилде «Лос Хайрас[en]» тигән популяр төркөм башлай. Төркөм составында швейцар кенаисы Жильбера Фавре[fr] һәм боливий музыканттары: гитарист Хулио Годой (исп. Julio Godoy), бомбола уйнаусы һәм йырсы Эдгар Хоффрэнан (исп. Edgar Yayo Joffré) һәм чарангоист Эресто Кавоура[es] була. «Лос Хайрас» Боливиялағы коньюнто ансамблдәренең күбеһе өсөн өлгөгә әүерелә. Сағыу пончолы стиль грампластинкаларҙа «фольклор» тип билдәләнә, әммә Фернандо Риос был стилдең ғәмәлдә популяр ҡала музыкаһына ҡарағанын һәм Боливияның төп халыҡтары музыкаһына ҡыҫылышы булмағанлығын билдәләй. Коньюнтолар, башҡа илдәрҙәге фольклор ансамблдәре кеүе, халыҡ традицияларын ҡала тыңлаусылары өсөн стилизациялай. Был стилде таратыуҙа милли һәм халыҡ-ара киң мәғлүмәт саралары ҙур роль уйнай[7].

1960-сы йылдар аҙағында Ла-Пастан «Лос Рупай» (исп. Los Ruphay) Боливия халыҡ музыкаһына туристарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында төп халыҡтарҙың ауыл музыкаһын теүәлерәк интерпретацияла башҡарып яҙҙыра. «Вара» (исп. Wara) фьюжн-төркөмө ошондай милли репертуарҙы, шулай уҡ рок һәм хеви-метал стилендәге номерҙарҙы уйнай. «Групо Аймара» (исп. Grupo Aymara), «Колламарка» (исп. Kollamarka) һәм «Боливиаманта» (франц. Boliviamanta) тигән Париж ансамбле лә 1970-се һәм 1980-се йылдарҙа ошо тенденцияларға эйәрә[7].

 
«Лос Кхаркас»

Кочабамбанан «Лос Кхаркас[en]» ансамбле 1980-се йылдарҙа Боливияла иң популяр ансамбль була. Коньюнтоның стандарт составына «Лос-Кхаркас» тағы ронроко (исп. ronroco) (ҙур чаранго) һәм уанкараны өҫтәйҙәр. Төркөмдөң яҙмаларында төрлө төбәктәрҙең, айырыуса Анд тауҙары һәм үҙәндәренең креол жанрҙары урын ала. Уларҙың хиттарының күбеһе — капоралес[en] һәм чунтункуис (исп. chuntunquis). «Лос Кхаркас» креол жанрҙарын Боливияның бөтә территорияһында һәм унан ситтә таратыуға ярҙам итә. Бейеү капоралестары (уларҙы йыш ҡына афро-боливий саяһы (исп. saya) менән бутайҙар) йәштәргә бик оҡшай. Өслө метр чунтункуис Латин Америкаһы баладаһына (исп. balada, һүҙмә-һүҙ. — «баллада») оҡшаған, айырыуса "Лос-Кхаркас"тың романтик стилендә башҡарылһа. Был йүнәлештәге бик күп төркөмдәр иҫәбенә «Проессьон[es]» һәм «Амару» (исп. Amaru)[7] инә.

Латин Америкаһындағы музика тропикал[es] (һүҙмә-һүҙ — «тропик музыка») Боливия радиостанцияларында 1990-сы йылдарҙан бирле өҫтөнлөк алып тора. Боливияның музика тропикал-төркөмдәре (улар башлыса Ла-Пастан һәм Кочабамбанан була, ә тропиктарҙан түгел) башлыса кумбия тигән Колумбия жанрын башҡара уның икеле үлсәме Анд уайноһын хәтерләтә. Боливия төркөмдәре «Марою» (исп. Maroyu) һәм «Климас» (исп. Climax) йыш ҡына урындағы уайноларҙы кумбияларға оҡшатып башҡара. Музика тропикал-ансамблдәрҙең аргентин һәм уругвай төркөмдәре өлгөһөнә эйәргәндәре нығыраҡ популярлыҡ яулай[7].

Рок-музыка

үҙгәртергә
 
Loukass. 2008

1960-сы йылдарҙағы тәүге рок-төркөмдәр тәүҙә испан телендәге популяр сит ил йырҙарын башҡара. Фернандо Риос фекеренсә, уларҙы Латин Америкаһындағы нуэва ола (исп. Nueva Ola, һүҙмә-һүҙ — «яңы тулҡын») ансамблдәре рухландыра, ә ҡалала грамъяҙма үҫеше төркөмдәр барлыҡҡа килеүен дәртләндерә[7]. Боливия рок-грамъяҙмаһының беренсе ансамблдәре иҫәбенә «Оркуэста Лира» (исп. Orquesta Lyra, һүҙмә-һүҙ — «„Лира“ оркестры») (1963) инә[15].

1963 йылдан Ла-Паста йәштәр клубтары асыла башлай, уларҙа 13—19 йәшлек йәштәр иң яҡшы кисә үткәреүгә ярыша — төрлө уҡыу йорттарынан ҡыҙҙар саҡыра, бейеү кисәләрендә уйнай торған төркөмдәрҙе килтерә. Мәҫәлән, «Лос Ботонс» (исп. Los Botons) клубы урындағы «Лос Бонни Бой Хотс» (исп. Los Bonny Boy Hot's) һәм «Лос Гриллос» (ингл. Los Grillos) төркөмдәрен, «Лос Иракундос» (исп. Los Iracundos) һәм «Лос Шейкерс» (исп. Los Shakers) тигән Уругвай төркөмдәрен саҡырып кисәләр үткәрә. «Ла Расон» (исп. La Razón) журналы яҙыуынса, кисәләр ғәҙәттә киске 5-тән 9ға тиклем бара[16]. Бер ни тиклем ваҡыттан Боливия төркөмдәренең ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, «Лос Гриллос», сит илдәрҙә танылыу ала[17][16]. Ҡайһы бер рок-төркөмдәр стилистик сиктәрен төбәк фольклоры йоғонтоһонда киңәйтә төшә[17].

1990-сы йылдарҙан «Октавия» (исп. Octavia) иң популяр рок-төркөмдәр иҫәбенә инә[7]. 2000-се йылдарҙан рок һәм поп-төркөмдәрҙән Loukass, Azul Azul һәм Atajo бик әүҙем[18].

Тауыш яҙҙырыу

үҙгәртергә

Боливияның беренсе грамъяҙма фирмаһы тип «Мендес» (исп. Méndez) иҫәпләнә, уны Альберто Мендесом (исп. Alberto Méndez) менән уның ҡустыһы Гастон (исп. Gastón) 1949 йылда нигеҙләй[19][7] (1960-сы йылдарҙың икенсе яртыһында был фирманың «Псикофасико» (исп. Psicofasico) тигән тармағы барлыҡҡа килә, ул психоделик рокты сығара башлай)[20].

1958 йылда «Дисколандия» (исп. Discolandia) тигән шәхси фирма асыла[21], ул башлыса популяр сит ил башҡарыусыларының: Нэт Кинг Коул (1962), Энди Уильямс (1971), Донна Саммерҙың (1975) грампластинкаларын сығара, урындағы поп-ансамблдәрҙән «Херманитас Салданья» (исп. Hermanitas Saldaña, Бер туған Салданалар) (1968), «Лос Экос» (исп. Los Ecos) (1969) сығыштары яҙҙырыла.

 
Артист Люсиель Изуми[es]. 2017

1960-сы йылдарҙан йәшәгән «Диско Эксито» (исп. Disco Exito) тауыш яҙҙырыу фирмаһы һәм уның бүлендеге «Лира» фирмаһы (исп. Lyra)[22] башлыса урындағы бит- («Лос Гриллос», «Лос Донкис» (исп. Los Donkeys)), фолк- («Лос Жайрас», «Трио Ориентал» (исп. Trio Oriental)) башҡарыусыларҙы яҙҙыра. 1960-йылдарҙан CBS Columbia (Джильола Чинкветти[23]), Odeon («Битлз»[24]) сит ил фирмалары ла бында үҙ производствоһын аса.

2000-се йылдарҙа өс дисктан торған «Иң яҡшы боливий музыкаһы» (исп. Lo Mejor de la Musica Boliviana) йыйынтығы донъя күрә, унда 1958—2015 йылдарҙағы композициялар инә. Ике диск фольклорға арнала, береһенә рок, поп-музыка һәм балладалар яҙҙырыла[25].

Билдәле Боливия рок-төркөмдәренең яҙмалары 2000-се йылдар башында компакт-дисктарҙа һәм йыйынтыҡтарҙа сығарыла[26][15].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә