Минск кенәзлеге
Минск кенәзлеге — 1101 йылдан XIV быуат башына тиклем үҙәге Минск (Минеск) ҡалаһында булған удел кенәзлек.
Тарих
үҙгәртергә1101 йылда Полоцк кенәзе Всеслав Брячиславичтың биләмәләрен уның улдары араһында бүлгәндә, Полоцк кенәзлеге 6 йә 7 уделға бүленгән. Уларҙың береһе Глеб Всеславичҡа эләккән Минск кенәзлеге булған. Кенәзлек Свислочь, Друть һәм Березина йылғалары бассейнындағы территорияны биләгән, башта Минск ҡалаһынан башҡа уның составына, һуңыраҡ айырым удел кенәзлектәренең үҙәктәре булып киткән Борисов һәм Логойск, шулай уҡ бер нисә башҡа ҡала ингән. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, кенәзлек составында ниндәйҙер ваҡыт Друцк һәм Заславль ҡалалары ингән.
Кенәз Глеб Всеславич үҙенең энеләренең биләмәләре иҫәбенә кенәзлекте киңәйтергә тырышҡан, кенәзлек бер нисә тапҡыр бөлдөргөс яуҙар кисергән, ә 1119 йылда бөйөк Киев кенәзе Владимир Мономах Глебты әсирлеккә ала. Тиҙҙән Глеб вафат була һәм уның уделы кемгә эләккәне билдәһеҙ.
Артабанғы йылдарҙа кенәзлек хаҡында мәғлүмәттәр өҙлөкләп телгә алына. 1146 йылда Минск уделында Глебтың улы Ростислав Глебович ултыра. Ростислав һәм уның вариҫтарына XII быуаттың икенсе яртыһында Друцк һәм Витебск кенәздәренә ҡаршы көрәшергә тура килгән. 1164 йылда Володарь Глебович литвалар ярҙамында полоцк кенәзе Рогволод Борисовичты тар-мар иткәс, ул Полоцктан Минск кенәзлегенең бойондороҡһоҙлоғон нығыта.
XIII быуаттың икенсе яртыһында Минск кенәзлегенә Литва кенәздәренең йоғонтоһо арта башлай[1], һөҙөмтәлә минск кенәздәре Бөйөк Литва кенәзлегенең вассалы булып китә.
Аҙҙаҡы Минск кенәзе итеп 1326 йылда Василий телгә алына, уның сығышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ[2].
1413 йылда кенәзлек Трок воеводалығының бер өлөшө булып китә. 1566 йылда административ реформалар һөҙөмтәһендә айырым Минск воеводалығы ойошторолған[3]
Минск кенәздәре
үҙгәртергә- 1101—1119: Глеб Всеславич (1119 йылда үлгән)
- 1146—1151: Ростислав Глебович (яҡынса 1165 йылда үлгән), Минск кенәзе (1146—1151 һәм 1159—1165), Полоцк кенәзе (1151—1159)
- 1151—1159: Володарь Глебович (1167 йылдан һуң үлгән), Гродно кенәзе (1146—1167?), Минск кенәзе (1151—1159 һәм 1165?—1167), Полоцк кенәзе (1167)
- 1159—1165: Ростислав Глебович (икенсегә)
- 1165—1167: Володарь Глебович (икенсегә)
- 1180 йылдар: Владимир Володаревич (1182 йылдан һуң үлгән)
- 1320 йылдар: Василий (1326 йылдан һуң үлгән)
- 1326: Фёдор Святославич (1326 йылдан һуң үлгән)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ БСЭ, Минское княжество
- ↑ По наиболее распространённой версии, он был потомком Глеба Всеславича.
- ↑ Stanisław Kutrzeba: Historia ustroju Polski w zarysie, Tom drugi: Litwa. Lwów i Warszawa: 1921, s. 88.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Коган В.М., Домбровский-Шалагин В.И. Князь Рюрик и его потомки: Историко-генеалогический свод. — СПб.: «Паритет», 2004. — 688 с. — 3000 экз. — ISBN 5-93437-149-5.
- Славянская энциклопедия. Киевская Русь — Московия: в 2 т. / Автор-составитель В. В. Богуславский. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2001. — Т. 1. — 784 с. — 5000 экз. — ISBN 5-224-02249-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Минское княжество . ХРОНОС. Дата обращения: 12 июль 2009. Архивировано 4 апрель 2012 года.
Минск кенәзлеге Викимилектә |