Ҡырмыҫҡалы улусы (Рәсәй империяһы һәм РСФСР улусы. Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы[1], РСФСР составына ингән. 1919 йылдан улус Бәләкәй Башҡортостандың Табын кантонына, һуңынан БАССР-ға ингән.

Ҡырмыҫҡалы улусы
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе

Ҡырмыҫҡалы улусы Дыуан-Табындан бүленеп сыға[2].

Төрлө өйәҙҙәр һәм кантондар составына ингән.

1918 йылда — Стәрлетамаҡ өйәҙендә, улуста 15 ауыл була.

1919 йылда кантон системаһы булған Бәләкәй Башҡортостан ойошторола, Ҡырмыҫҡалы улусы хәҙер Табын кантонына инә.

1922 йылда Табын кантоны бөтөрөлә, Ҡырмыҫҡалы улусы Стәрлетамаҡ идаралығы аҫтына, Стәрлетамаҡ кантонына ҡайта.

1923 йылдың авгусында сираттағы улустарҙы үҙгәртеп ҡороуҙар була. Стәрлетамаҡ кантонының Дыуан-Табын улусы, Өфө кантонының Биштякинский һәм Бишауыл-Уңғар улустары Ҡырмыҫҡалы улусына инә. Ҡырмыҫҡалы улусы Өфө кантонына күсә.

1927 йылда Ҡырмыҫҡалы улусына бөтөрөлгән Булгаков улусының 27 ауылы индерелә.

1930 йылдың 20 авгусында ВЦИК Президиумының «Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһын административ бүлеү тураһында» ҡарары сыға, улустарға бүлеү бөтөрөлә һәм Ҡырмыҫҡалы улусы Ҡырмыҫҡалы районына әйләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә