Бик-Ҡарамалы (рус. Бик-Кармалы) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 324 кеше[3]. Почта индексы — 453422, ОКАТО коды — 80222810001.

Ауыл
Бик-Ҡарамалы
рус. Бик-Кармалы
Бик-Ҡарамалы быуаһы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Бик-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°09′53″ с. ш. 55°20′03″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1748

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1771

Элекке исеме

Ҡарамалы-Биктимер, Яңы Ҡарамалылар, Бикташ-Ҡарамалы, Оло Сабаталы[1]

Халҡы

324[2] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар — 77%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453422

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 810 001

ОКТМО коды

80 622 410 101

ГКГН номеры

0519322

Бик-Ҡарамалы (Рәсәй)
Бик-Ҡарамалы
Бик-Ҡарамалы
Бик-Ҡарамалы (Башҡортостан Республикаһы)
Бик-Ҡарамалы


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 324 156 168 48,1 51,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 26 саҡрым алыҫлыҡта Һаҙлыкүл йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. 1895 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы, 1798—1965 йылдарҙа мишәр кантоны, 1865—1867 һәм 1923—1930 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1914 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 1914—1923 Имай-Ҡарамалы улустары составында. 1930 йылдан Дәүләкән районына инә. 1919—1930 йылдарҙа ауыл Советы үҙәге, 1930—1951 йылдарҙа Искәндәр ауыл Советы составында, 1952 йылдан Бик-Ҡарамалы ауыл Советы үҙәге. 1917 йылға тиклем Ҡарамалы-Биктимер, Яңы Ҡарамалы, Ҡарамалы (Биктимер), Оло Сабаталы, Бикташ-Ҡарамалы исемдәре менән билдәле. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең (1748 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса) һәм Яйыҡ‑Һыбы‑Мең улустары (1771 йылғы килешеү буйынса) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр Биктимер исеме менән нигеҙ һала. Легенда буйынса Бик-Ҡарамалы, Искәндәр, Имай-Ҡарамалы ауылдарына өс бер туған: Биктимер, Имай, Искәндәр килеп төпләнә. 1771 йылдағы килешеү буйынса Яйыҡ‑Һыбы‑Мең башҡорттары биләмәһе иҫәбенә үҙ ерҙәрен киңәйтәләр. 1827 һәм 1833 йылда ауылға тағы 26 кеше өҫтәлә. 1843 йылда 425 кешенең 752 бот ужым, 4504 бот ярауай (яҙғы) ашлыҡ сәсеүе теркәлә. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, сабата үреү, арба яһау менән шөғөлләнгән. 1913 йылда башланғыс земский училище асыла. 1917 йылға тиклем ауылда ике мәсет булған. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны — 1870,4 га. тәшкил итә. 1930—2000 йылдарҙа ауыл халҡы «Бик-Ҡарамалы», Поскрёбышев, Киров исемендәге колхозда эшләй. 1936 йылдың 1 майында ауыл өйҙәрендә электр уттары тоҡандырыла. 1930 йылда ветеринария бүлексәһе асыла. 1941 йылдың октябрендә хәрби уҡыу пункты ойошторола. 1949 йылда һыу өҫтө майҙаны 5 000 м² быуа төҙөлә. 1960 йылда Бик-Ҡарамалы ете йыллыҡ мәктәбе һигеҙ йыллыҡҡа үҙгәртелә. 1968 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуышы яугирҙарына һәйкәл асыла. 1978 йылдың 1 сентябрендә яңы мәктәп бинаһы ҡулланыуға тапшырыла.

Халҡы:1795 йылда 292 кеше, 1885 йылда 621 кеше, 1896 йылда 687 кеше, 1926 йылда 652 кеше, 1939 йылда — 675 кеше. 1959 йылда — 536 кеше, 1989 йылда — 281кеше, 2002 йылда — 284 кеше, 2010—324 кеше. Татарҙар — 77 % (2002). Башланғыс мәктәп (Соколовка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[4][1]

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[5]

  • Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица))

Географик урыны

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Сафин Фаил Ғабдулла улы (20.01.1959, ғалим-социолог. Тарих фәндәре докторы (2001)[6].
  • Дәүләтов Фәрит Нәғим улы (25 май 1924 — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны.
  • Мирсәйетов Ғабдулла Сәйет улы (2 февраль 1891 йыл — 1969 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡрот АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры.
  • Әмиров йәғәфәр Суфиян улы () — техник фәндәр докторы (ӨДАУ)
  • Ғәлиев Йәмил Әхмәтвәли улы () — медицина фәндәре докторы, профессор (Мәскәү).
  • Латыпов Зәйтүн Мәхмүт улы () — химия фәндәре докторы, Ҡазан дәүләт университеты профессоры.
  • Хәмитов Фәнил Ғиндулла улы () — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе.
  • Кәбиров Мәүлит Сабир улы (1918 йыл — 28 март 1970 йыл) — Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1954) ордендары, «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» (1944), «Германияны еңгән өсөн» (1945), «Японияны еңгән өсөн» (1945), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1950) миҙалдары менән наградлана.
  • Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы (1 ноябрь 1931) — тел белгесе, педагог-методист, педагогия фәндәре докторы (1983), профессор (1985). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә