Бенгал теле

(Бенгали битенән йүнәлтелде)

Бенгал теле (бенг. বাংলা,) йәки бенгали Бангладеш һәм Һиндостан халҡының бер өлөшөн тәшкил иткән милләт теле[1]. Бенгал телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 250 млн кеше тирәһе (2009).

Бенгал теле
Телдең үҙатамаһы

বাংলা

Илдәр

Бангладеш, Һиндостан

Регионы

Бенгалия

Рәсми хәле

Бангладеш Бангладеш
Һиндостан Һиндостан (Көнбайыш Бенгалия, Трипура, Ассам и Андаман һәм Никобар утрауҙары)

Идара итеүсе ойошма

Бангла Академи

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

~ 250 млн

Телде белеүселәр

6

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа ғаиләһе

һинд-иран телдәре
һинд-арий телдәре
Бенгало-ассам төркөмө
Әлифба

бонгаккхор

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

бен 100

ISO 639-1

bn

ISO 639-2

ben

ISO 639-3

ben

Был телдә Википедия

Статусы һәм географик таралыуы

үҙгәртергә
 
Бенгал таралған
 
Бангладешта бенгал теле һәм башҡа телдәр

Көньяҡ Азияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә бенгал теле тарихи таралған төбәк Бенгалия булараҡ билдәле. Бангладештың милли һәм рәсми теле. Һиндостандың 23 рәсми теленең береһе. Көнбайыш Бенгалияның Һинд штаттарында бенгал теле рәсми статусҡа эйә, унда халыҡтың 85 проценты бенгал телендә һөйләшә. Трипурала бенгал телендә һөйләшеүселәр 67 % тәшкил итә. Һинд штаттары Ассамда яҡынса 28 процент , Андаман һәм Никобар утрауҙарында яҡынса 26 %, Джаркхандта — 10 % , Аруначль-Прадеш һәм Мизорамдв 9 % ашыу, шулай уҡ иммигранттарҙың популяциялары йәшәгән Урта Көнсығышта, Малайзияла, Японияла, Италияла һәм Бөйөк Британияла бенгал телендә һөйәләшәләр. Бенгал теле — планетаның 200 миллиондан ашыу кешеһенең туған теле һәм һөйләшеүселәр һаны буйынса 6-сы урында тора.

Бенгал тарихының боронғо дәүере X—XII быуаттарға ҡарай.1947 йылда Һиндостан һәм Пакистан араһында Бенгалияны бүлеү һөҙөмтәһендә Бенгалияның көнсығыш өлөшөндә (Көнсығыш Пакистан, һуңынан Бангладеш) һиҙелерлек ғәрәп-фарсы лексикаһы ҡулланыла.

Бенгал теленең тарихын өс периодҡа бүленә.[2]:

  • боронғо бенгал теле;
  • урта бенгал теле (XIV быуат);
  • яңы бенгал (XVIII быуат аҙағында).

Диалекттары

үҙгәртергә

Көнбайыш һәм көнсығыш диалекттарына бүленә. Һәм Читтагонг үҙе бер айырым диалект булып тора.[3]

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында телде стандартлаштырыу ваҡытында бөтә төбәктең мәҙәни үҙәге булып Калькутта тора. Бөгөнгө көндә бенгал теленең стандарт формаһы Бангладеш сигенә яҡын һинд райондарында таралған надиа диалектына нигеҙләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, Бангладеш һәм Һиндостанда бенгал теленең стандарт формаһы нормаларға йыш ҡына тап килмәй. Мәҫәлән, көнбайыш һөйләшендә ҡулланыла nun («соль»), көнсығышта — lôbon.

Бангладештың күпселек диалекттары стандарт һөйләш нормаһынан күпкә айырыла. Мәҫәлән, көньяҡ -көнсығыш диалекттарының (Читтагонг ҡалаһы) телдең стандарт формаһы менән оҡшашлығы бик аҙ, өҫтән генә . Күп бенгалдар бер нисә диалектта аралашырға һәләтле. Бынан тыш, хатта стандарт йәнле һөйләү телендә, бенгал мосолмандар һәм индустар бер төшөнсәне аңлатыу өсөн төрлө һүҙҙәр ҡулланалар. Мосолмандар традиция буйынса ғәрәп-фарсы һүҙҙәрен, индустар — палий һәм санскрит ҡулланалар

Миҫалға ошондай һүҙҙәр була ала:

  • Nômoshkar (санскрит) — assalamualaikum / slamalikum (ғәрәп) — «һаумы»;
  • Nimontron / nimontonno (санскрит) — daoat (ғәрәп) — «саҡырыу».

Бенгал теленең график нигеҙе сифатында бонгаккхор яҙмаһы ҡулланыла. Артабан брахми графигы булып үҫешә. Был яҙма аҙ ғына модификация менән ассам теле һәм силхет теле (диалект) өсөн ҡулланыла..

Орфографияһы

үҙгәртергә

Күпселек осраҡта бенгал теле нисек әйтелә, шулай яҙыла. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер иҫкәрмләрә бар. XIX быуатта орфографик үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, телдең яҙмаһы санскрит нормаһына нигеҙләнә һәм артабан телдә булған өндәрҙең үҙгәреүен һәм ҡушылыуын һәр саҡ иҫәпкә алмай. Был бер үк өн өсөн бер нисә графем ҡулланылған осраҡтарға ла хас. Тартынҡыларҙың күп кенә комбинациялары ла уларҙың состав өлөштәренә тап килмәй. Шулай итеп, ক্[k] һәм ষ [ʂɔ], график яҡтан ক্ষ тип әйтеп була[khːo], [хо] йәки [хɔ].

Романизация

үҙгәртергә

Һинд яҙмаларынан алып латин алфавитына тиклем бер нисә транслитерация системаһы бар, шул иҫәптән Халыҡ-ара Санскрит транслитерация алфавиты (IAST), диакритика[4]нигеҙендә һинд телдәре Transliteration (ITRANS), унда ASCII клавиатураларында булған үрге регистр ҡулланыла, Калькуттала Милли китапхана романлаштырыла.[5]

Лингвистик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Фонетика һәм фонология

үҙгәртергә

Бенгал теленең фонетик ҡоролошона: һуҙынҡыларҙың ярашыуы хас, танау һуҙынҡылары (үпкәнән өрөлгән тын, ирен йәки аңҡау менән ҡапланып танау үтә сыға) һәм танау булмаған (таҙа һуҙынҡылар) ҡаршы ҡуйыла, шулай уҡ тауыш көсөнөң ҡатнашлығына ҡарап (непридыхательный — һаңғырау) һәм(придихательные-яңғырау) тартынҡылар, геминация (ҡуш тартынҡылар) ышҡылыулы, «оканье». Өн составы 29 тартынҡынан һәм 14 һуҙынҡы,, 7 танау өнөнән тора. Дифтонгыларҙың киң спектры бар.

Һуҙынҡылар
Алғы рәт Урта рәт Артҡы рәт
Өҫкө күтәрелеш i ĩ u ũ
Урта-өҫкө күтәрелеш e ẽ o õ
Урта-түбәнге күтәрелеш æ æ̃ ɔ
Түбәнге күтәрелеш a ã
Тартынҡы
Ирен Теш/



Альвеоляр (тел)
Ретрофлексный Палатовелярный Веляр Глоттальный
Танау m



m
n



n
ŋ



ng
Шартлаулы һаңғырау p



p




t
ʈ







c
k



k
ышҡылыулы pʰ ~ ɸ



ph
t̪ʰ



th
ʈʰ



ṭh
tʃʰ



ch




kh
яңғырау b



b




d
ɖ







j
ɡ



g
ышҡылыулы bʱ ~ β



bh.
d̪ʱ



dh
ɖʱ



ḍh
dʒʱ



jh
ɡʱ



gh
Фрикатив ʃ



sh
ɦ



h
Аппроксиманта l



l
Ҡалтыраулы r



r
ɽ



Просодия

үҙгәртергә

Төп бенгал һүҙҙәрендә баҫым һәр ваҡыт беренсе ижеккә төшә. Артабанғы таҡ ижектәр баҫым көсһөҙлөгө менән айырылыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, санскриттан алынған һүҙҙәрҙең тамыр ижеге баҫым менән айырыла. Улаҙы был төп бенгал һүҙҙәре менән ярашыуҙан айыра.

Префикстар өҫтәү менән баҫым һулға күсә. Мәҫәлән, һүҙ shob-bho («цивилизациялар») баҫым беренсе ижеккә төшә shob; кире префикс ҡушыу менән « ô-», алына ô-shob-bho («нецивилизованный»), баҫым ô ижегенә күсә.. Һәр осраҡта баҫым һүҙ мәғәнәһенә йоғонто яһамай ҡалмай.

Тик ҙур булмаған иҫкәрмәләрҙән башҡа, бенгал һүҙҙәрендәге интонация һәм тоналлек әһәмиәткә эйә түгел. Ябай хәбәр һөйләмендә күпселек һүҙҙәр йәки фразалар, һөйләмдәге һуңғы һүҙҙән тыш, көсәйә барған тон менән әйтелә, Был бенгал һөйләмдәрендә айырым музыкаль акцент тыуҙыра. Башҡа һөйләмдәрҙәге тональность үрҙәге бирелгән һөйләмдәрҙән айырыла. «Эйе-юҡ» тип яуап биргән һорауҙарҙа тондың артыуы көслөрәк булыуы, ә аҙаҡҡы һүҙҙә тондың төшөүе киҫкенерәк булыуы ихтимал.

Һуҙынҡыларҙың оҙонлоғо

үҙгәртергә

Башҡа күп кенә һинд телдәренән айырмалы рәүештә, бенгал һуҙынҡыларының оҙонлоғо семантик мәғәнәгә эйә түгел. Шуға ҡарамаҫтан, морфемаларҙың билдәле бер ҡушылыуы менән ҡайһы бер һуҙынҡылар башҡаларына ҡарағанда оҙағыраҡ әйтелә. Атап әйткәндә, синтагманың һуңғы ижеге артыҡ оҙон була[6]. Һуҙынҡыға тамамлаған бер ижекле һүҙҙәрҙә һүҙҙең беренсе ижегенә ҡарағанда chaţa, һуҙынҡы оҙонораҡ, мәҫәлән cha («сәй»).

Тартынҡылар бәйләнеше

үҙгәртергә

Төп бенгал һүҙҙәрендә тартынҡыларҙың кластеры (бер нисә тартынҡы теҙелеүе,) юҡ, иң ҙур ижек төҙөлөшө (структураһы) — CVC (тартынҡы-һуҙынҡы-тартынҡы). Шул уҡ ваҡытта санскрит лексика киң диапазонлы кластер менән, ижек шул ваҡытта етә - CCCVC (тартынҡы- тартынҡы-тартынҡыһуҙынҡы-тартынҡы). Мәҫәлән, кластер mr. был মৃত্যু mrittu «үлгән». Инглиз һәм башҡа телдән үҙләштергән һүҙҙәоҙең кластеры тағы ла ҙур күләмле, мәҫәлән ট্রেন ţren «поезд» йәки গ্লাস glash «быяла».

Һүҙ аҙағында кластер бик һирәк, күберәк инглиз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә, ҡулланыла: লিফ্ট lifţ «лифт»; ব্যাংক bêņk «банк». Ундай кластерҙар бенгал теленең үҙенең һүҙҙәрендә лә бар, мәҫәлән, গঞ্জ gônj һүҙендә, ул күп тораҡ пунктарының исеменә ингән. Ҡайһы (бигерәк тә көнсығыш) бенгал диалекттары ярайһы уҡ йыш кластер ахыры ҡуллана, мәҫәлән, һүҙ চান্দ chand «ай» (телдең стандарт формаһы — চাঁদ chãd бында кластер урынына танау һуҙынҡы ҡулланалар).

Морфологияһы

үҙгәртергә

Телдең морфологик тибы

үҙгәртергә

Һүҙьяһалыш һәм һүҙ үҙгәрештең, ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең, грамматик һәм семантик яҡтан бәйле берәмектәрҙең редупликацияһы һәм сағыштырмаһы төҙөлөшө агглютинатив.

Исемдәр һан һәм килеш буйынса үҙгәрә. Енес категорияһы юҡ. Категориялар айырылалар: йәнле — йәнһеҙ, билдәле — билдәһеҙлек. Килеш менән үҙгәреү, билдәле-күрһәтеү аффикстары, исемдәр һәм алмаштарға ҡушылған киҫәксәләр ҡулланыу сағыла.


Күплек һан
Йәнле Йәнһеҙ
Төп килеш ছাত্ররা



chatro-ra



«студент»
জুতাগুলা/জুতোগুলো



juta-gula/juto-gulo



«башмаҡтар»
Объект (Төшөм килеш) ছাত্রদের(কে)



chatro-der(ke)



«студент»
জুতাগুলা/জুতোগুলো



juta-gula/juto-gulo



«башмаҡтар»
Эйәлек килеш ছাত্রদের



chatro-der



«студент»
জুতাগুলা/জুতোগুলো



juta-gula/juto-gulo-r



«башмаков»
Урын килеш - জুতাগুলা/জুতোগুলোতে



juta-gula/juto-gulo-te



«башмаҡтар»
  1. Êk
  2. Dui
  3. Tin
  4. Char
  5. Pãch
  6. Chhôe
  7. Shat
  8. At
  9. Nôe
  10. Dôsh

Алмаштар

үҙгәртергә

Бенгал теленең зат алмаштары Һөйләүсенең яҡынлыҡ дәрәжәһенә, статусына, арауыҡтағы урынға ҡарап, бик ҡатмарлы һәм төрлө варианттарҙы үҙ эсенә ала.

Зат алмаштары (төп килештә)
Зат Яҡынлыҡ Әҙәплелек дәрәжәһе Берлек һанда Күплек һанда
1 আমি ami. («мин») আমরা amra («беҙ»)
2 интим তুই tui («һин») তরা tora («һеҙ»)
фамильяр তুমি tumi («һин») তোমরা tomra («һеҙ»)
әҙәплелек আপনি apni («һеҙ») আপনারা apnara («һеҙ»)
3 яҡын фамильяр e («у/ул.») এরা era («ут»)
әҙәплелек ইনি ini («у/ул.») এঁরা ẽra («ут»)
алыҫ фамильяр o («у/ул.») ওরা ora («ут»)
әҙәплелек উনি uni («у/ул.») ওঁরা őra («ут»)
бик алыҫ фамильяр সে she («у/ул.») তারা tara («ут»)
әҙәплелек তিনি tini («у/ул.») তাঁরা tãra («ут»)
Эйәлек алмаштары
Зат Яҡынлыҡ Әҙәплелек дәрәжәһе Берлек һанда Күплек һанда
1 amar («моя») amader («беҙҙең»)
2 интим tor («юлда») toder («һеҙ»)
фамильяр tomar («юлда») tomader («һеҙ»)
әҙәплелек apnar («юлда») apnader («һеҙ»)
3 яҡын фамильяр er («у/ул.») eder («ут»)
әҙәпле ẽr («у/ул.») ẽder («ут»)
алыҫ фамильяр or («у/ул.») oder («ут»)
әҙәпле õr («у/ул.») őder («ут»)
бик алыҫ фамильяр tar («у/ул.») tader («ут»)
әҙәпле tãr («у/ул.») tãder («ут»)

Ҡылым хәбәр (индикатив) һәм бойороҡ (императив) һөйкәлешендә ваҡыт һәм зат менән үҙгәрә.. Әҙәплелек (субординация) категорияһы булыуы менән ҡылыҡһырлана. Ваҡыт формалары системаһы ныҡ үҫешкән.

Бенгал теле башҡа һинд- арий теленән хәҙерге заманда ярҙамсы ҡылым «быть-булыу» төшөп ҡала (урыҫ телендә һәм санскриттағы кеүек).

Иҫәп һүҙҙәре

үҙгәртергә

Ҡытай, япон йәки тай телдәрендәге кеүек, бенгал телендә исем һүҙ төркөмө туранан-тура һан менән бергә килә, улар араһында иҫәп һүҙе торорға тейеш. Күпселек исемдәр дөйөм иҫәп һүҙе «ţa» менән бергә килә, ләкин башҡа күп үҙенсәлекле иҫәп һүҙҙәре бар, мәҫәлән, «jon», улар кеше иҫәбе өсөн генә ҡулланыла.

Иҫәп һүҙҙәре
бенгал телендә һүмә-һүҙ тәржемәһе
Nôe-ţa ghoŗi туғыҙ- иҫәп һүҙе сәғәт «туғыҙ сәғәт»
Kôe-ţa balish нисә — иҫәп һүҙе мендәр «нисә мендәр ?»
Ônek-jon lok күп- иҫәп һүҙе кеше «күп кеше»
Char-pañch-jon shikkhôk дүрт-биш- иҫәп һүҙе уҡытыусы «дүрт-биш уҡытыусы»

Һүҙьяһалыш

үҙгәртергә

Һүҙьяһалыш һүҙ яһаусы (суффикация) ялғауҙар һәм һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән башҡарыла. Санскрит лексикаһында префиксация (һүҙҙең тамырына йә нигеҙенә ҡушыла) ҡулланыла.

Синтаксис

үҙгәртергә

Һөйләм структураһы

үҙгәртергә

Морфологик һәм синтаксик яһалышлы һүбәйләнештәрҙә һәм ярҙамсы һүҙ элементтарында постпозитив хас (йәки зйәртеүсе һүҙҙең эйәреүсе һүҙ артынан килеүе). Һүҙбәйлнештәрҙең ярҙамсы ҡылымдар менән, шулай уҡ ҡылым+ҡылым һәм ҡылым+ исем менән яһалыу рәүеше киң таралған. Юҡлыҡ алмаштары һәм рәүештәре бенгал телендә булмай.

Лексикаһы

үҙгәртергә

Бенгаль теленән һүҙлеге 67 % санскрит сығышлы һүҙҙәрҙән (তৎসম tôtshômo) һәм 28 проценты бенгал теленең үҙенең лексикаһы (তদ্ভব tôdbhôbo); ҡалған 5 % төрлө күрше телдәренән (দেশী deshi) һәм шулай европа телдәренән (বিদেশী bideshi) үҙләштерегәндәрҙән тора. .

Шул уҡ ваҡытта был һүҙҙәрҙең күпселеге архаик йәки аҙ ҡулланышлы терминдар булып тора. Хәҙерге әҙәбиәт лексикаһы 67 % бенгал теленең төп һүҙҙәре, яҡынса 25 % самаһы үҙләштерелгән санскрит, 8 % — башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәҙән тора.

Бенгал теленең күрше халыҡтар һәм Яҡын Көнсығыш менән оҙайлы бәйләнештәре арҡаһында үҙләштергән, башлыса, һинд, ассам, ҡытай, ғәрәп, фарсы, австронезия һәм төрки телдәренең һүҙҙәре инә. Европа колонизацияһының һуңғы осоронда бенгал теленә инглиз һәм португал телдәренән күп һанлы һүҙҙәр, һирәгерәк голланд, француз һәм башҡа һүҙҙәр үтеп инә.

  • Австронезийҙан үҙләштергәндәргә индерелә: আলু alu («картуф»), খুকি khuki («ҡыҙ бала»), খোকা khoka («малай-мальчик»), মাঠ maţh («ҡыр-поле»).
  • Хиндиҙан үҙләштереү: চাহিদা chahida («талап-требование»), কাহিনী kahini («хикәйә-рассказ»), ফালতু faltu («файҙаһыҙ-бесполезный»).
  • Ҡытай теленән үҙләштереү: চা cha («сәй»), চিনি chini («шәкәр»), লিচু lichu («личи»).
  • Ғәрәп теленән үҙләштереү: আক্কেল akkel («аҡыл» ғәр. عقل‎ 'aql), খালি khali («буш» килгән ғәр. خاليkhālī), গরিব gorib («ярлы» булыуы ғәр. غريبgharīb), তারিখ tarikh («дата»), জবাব jôbab («яуап»), খবর khôbor («яңылыҡтар»).
  • Фарсы телен үҙләштерә: আয়না aena («көҙгө», фарс. ايينه âyneh), খারাপ kharap («яман»), আস্তে aste («аҡрын»), খুব khub («бик»), চশমা chôshma («күҙлек»), জান jan («ҡәҙерле»), বাগান bagan («баҡса»).
  • Инглиз телен үҙләштерә: ডাক্তার đaktar («табип»), পুলিশ pulish («полиция»), হাস্পাতাল hashpatal («дауахана»).
  • Португал: কামিজ kamiz («күлдәк»), জানালা janala («тәҙрә»), সাবান shaban («һабын»), ক্রুশ krush («крест»), পাদ্রি padri («катол. рухани»).

Сәйәси әһәмиәте

үҙгәртергә
 
«Шаһит-минар», бенгаль теле статусы өсөн һәләк булғандарға. Дакка

Бенгал телен таныу өсөн көрәш ҡораллы ҡаршы тороуға, Көнсығыш Пакистандың бүленеүенә һәм бойондороҡһоҙ Бангладеш дәүләтенең барлыҡҡа килеүенә килтерә.

Текст миҫалдары

үҙгәртергә

Мәҡәлә № 1 Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы:

  • ধারা ১: অধিকার মর্যাদা মানুষ নিয়ে সমস্ত জন্মগ্রহণ সমান স্বাধীনভাবে এবং করে। বিবেক আছে তাঁদের বুদ্ধি এবং; প্রতি নিয়ে ভ্রাতৃত্বসুলভ সুতরাং করা উচিৎ একে আচরণ মনোভাব অপরের সকলেরই। (хат бенгал).
  • Dhara êk: manush nie odhikar môrjada Shômosto shôman jônmogrohon shadhinbhabe ebong kôre. Bibek achhe Tãder buddhi ebong; mônobhab proti uchit ôporer kôra shutorang êke nie achorôn bhrattrittoshulôbh shôkoleri (иң тоғро транскрипция).
  • ɕɔmosto dʱara ɕadʱinbʱabe dʑɔnmoɡrohon nie mɔrdʑada kɔre æk odʱikar manuɕ eboŋ ɕɔman. bibek atɕʰe tãder budʱːi eboŋ; ɕutoraŋ kɔra proti bʱratːritːoɕulɔbʱ utɕʰit æke atɕorɔn nie mɔnobʱab ɔporer ɕɔkoleri (МФА транскрипцияһы).
  • Мәҡәлә № 1:" бөтә кеше лә ирекле һәм тиң хоҡуҡлы булып тыуа. Уларға аҡыл һәм выждан бүләк ителә, шунлыҡтан улар бер-береһенә ҡарата туғанлыҡ рухында эш итергә тейеш." (тәржемә)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Ғилми Үҙәге/ Тарих тел һәм әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге» Iтом. — Мәскәү: «Русский язык», 1993 й.
  2. Зограф Г. А. Бенгальский язык // Лингвистический энциклопедический словарь. — 1990. — С. 72.
  3. Зограф Г. А. Бенгальский язык // Лингвистический энциклопедический словарь. — 1990. — С. 72.
  4. Learning International Alphabet of Sanskrit Transliteration. Sanskrit 3 - Learning transliteration. Gabriel Pradiipaka & Andrés Muni. Дата обращения: 20 ноябрь 2006. Архивировано 12 февраль 2007 года. 2007 йыл 12 февраль архивланған.
  5. ITRANS - Indian Language Transliteration Package. Avinash Chopde. Дата обращения: 20 ноябрь 2006. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
  6. Алексеева Е. А. Учебник бенгальского языка. — Москва: МГУ, Издатель Степаненко, 2002. — Т. 1. — С. 28.
  • Бросалина Е. К., Крючкова Е. Р., Сладков А. Л. Бенгальский язык. Начальный курс. Часть I. — Санкт-Петербург: Издательство Санкт-Петербургского университета, 2004.
  • Бросалина Е. К., Крючкова Е. Р., Сладков А. Л. Бенгальский язык. Начальный курс. Часть 2. — Санкт-Петербург: Издательство Санкт-Петербургского университета, 2006.
  • Алексеева, Елена Александровна. Учебник бенгальского языка. Часть 1. — Москва: Издательство МГУ, 1976.
  • Алексеева, Елена Александровна. Учебник бенгальского языка. Часть 2. — Москва: Издательство МГУ, 1976.
  • Дас, Рахул Петер. Lehrbuch der modernen bengalischen Hochsprachen. — Галле: Südasien-Seminar des Orientalischen Instituts, Martin-Luther-Universität Halle-Wittenberg, 2014. — 360 с. — (Südasienwissenschaftliche Arbeitsblätter). — ISBN 978-3-86829-737-9.
  • Mario, Prayer; Neeman, Sobhan; Lorea, Carola. Corso di Lingua Bengali. — Милан: Hoepli, 2012. — 336 с. — (Collana di Studi Orientali). — ISBN 9788820351328.
  • Radice, William. Teach Yourself Bengali: A Complete Course for Beginners. — Лондон: Hodder Headlin, Ltd., 1994.
  • Salomon, Carol; Abedin, Nandini; Brandi, Klaus. Epar Bangla Opar Bangla: Bangla across Borders!. — Вашингтон: Университет Штата Вашингтона, 2012. — С. 574.

Дөйөм әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • М. Е. Быкова, Бенгальский язык, М., 1966;
  • Е. А. Алексеева Лексикология бенгальского языка, , М., 1991;
  • Alam, 2000 M.. Bhasha Shourôbh: O Bêkorôn Rôchona (of The Fragrance Language: Rhetoric and Grammar). Printers S. N., Dhaka.
  • Cardona, and G. Jain, D. 2003. The Indo-languages Aryan, RoutledgeCurzon, London.
  • Chatterji, 1921 S. K.. Bengali Phonetics. Bulletin of the School of Oriental and African Studies,
  • Chatterji, 1926 K. S.. Language and Development of The the Origin Bengali: Part II. Calcutta Univ. Press.
  • Төҙөүсө, and a Chowdhury C., 1960 M.. Bengali of The Phonemes, Language, Vol. 36, No. 1, Part 1. (Jan. — Mar., 1960), pp. 22-59.
  • Hayes, and Lahiri B., 1991 A.. Phonology intonational Bengali, Language Natural & Theory Linguistic, Science Springer.
  • Klaiman, H. M. 1987. Bengali, Comrie in Bernard (ed.Morire), the world ' s Major Languages, Helm Croon, and Sydney London, pp. 490—513.
  • Masica, 1991 °C.. The Indo-Aryan Languages. Cambridge Univ. Press.
  • Sen, D. 1996. Language and Bengali Literature. Bengal International Centre for Studies, Calcutta.

Һылтанмалар

үҙгәртергә