Австронезия халыҡтары
Австронезия халыҡтары (австронезийлы) — австронезий телдәрендә һөйләшкән халыҡтар[1]. Был халыҡтарға түбәндәгеләр ҡарай: Тайвань утрауында йәшәгәндәр (т. н. гаошань), чамдар (тямдар) һәм тау чамдары (тямдары), күп индонезийлылар һәм филиппиндар, көнсығыш тиморецтар, Малайзия һәм Сингапурҙың малай халҡы, Мадагаскарҙың малагасий, полинезий, микронезий, меланезий халыҡтары.
Австронезия халыҡтары | |
Халыҡ һаны | 400 000 000 кеше |
---|
Лингвистик мәғлүмәттәр буйынса австронезийҙарҙың боронғо телендә һөйләшеүселәр хәҙерге Ҡытайҙың Фуцзянь провинцияһынан алып Шаньдунға тиклемге субтопик яр буйҙарында йәшәгән. Улар игенселек (эшкәртеү тары һәм дөгө), диңгеҙ кәсебе менән шөғөлләнгән. Улар балансирлы караптар (катамарандарҙың прототибы) төҙөгән, ҡабыҡтан (тапа, ҡағыҙға бәрәбәр) туҡыма иләгән.
Австронезий, тай-кадай һәм мяо-яо телдәренең австроазиат телдәре менән ҡәрҙәшлеге тураһында фараз бар. Уларҙы аустрик макроғаиләгә берләштерәләр. («Аустронезий, аустроазиат, австрик» тип тә атарға мөмкин).
Боди-арт австронезий халыҡтарында ғәҙәти күренеш, татуировка, бигерәк тә ҡатмарлы татуировка иң ныҡ танылған пан-австронезий йолаларының береһе булып тора. [202]
Таралып төпләнеүҙәре
үҙгәртергәАвстронезийҙар беренсе булып диңгеҙҙә елкән ҡулланып йөҙөү технологияһын (иң тәүге сиратта, катамарандар, балансирлы каноэ, өсмөйөшлө елкәнле кәмәләр һәм башҡалар) уйлап тапҡан, ошо саралар ярҙамында Һинд һәм Тымыҡ океан утрауҙарына таралып төпләнеү мөмкинлеге тыуған. Австронезий берлеге беҙҙең эраға тиклем V—IV мең йыллыҡтарҙа тарҡала башлай. Халыҡтың бер өлөшө Япон утрауҙарына күсенә, артабан тулыһынса ассимиляцияға дусар була. Беҙҙең эраға тиклем IV—III мең йыллыҡтарҙа австронезийҙар Филиппин утрауҙары аша Малай архипелагына күсенә, Яңы Гвинеяның төньяҡ яр буйына барып етәләр. Беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта Бисмарк архипелагы районында Фиджи һәм Тонга утрауҙарында таралған лапитоид керамикаһы мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Артабан йәшәргә Полинезия һәм Микронезияға ла халыҡ күсенеп төпләнә. Азия ҡитғаһында күсенеү ике тулҡында үтә (Малайзия һәм Һинд Ҡытайы), беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта Калимантананан сыҡҡан халыҡ Мадагаскарға килеп төпләнә.
Дин
үҙгәртергәАвстронезия халыҡтарының дине ҡатмарлы анимистик диндән ғибәрәт. Уларҙың дини йолалары, башлыса, тәбиғәт рухына һәм аллаларға табыныуға бәйле. Мифологиялары халыҡтың мәҙәниәтенә һәм урынлашыу географияһына бәйле, әммә боронғо ата-бабаларға табыныу, анимизм, шаманизм һәм рухи ҡиммәттәргә, ышаныу йәһәтенән уртаҡлыҡтар күп[2]. Дөйөм мифология һәм Мануға ышаныу бер төрлө[3].
Хәҙер был дини ышаныуҙар яйлап үҙгәрә бара. Урындағы диндәр: анито[en], сунда вивитан[en], кеджавен[en], кахаринган[en] йәки дин маори. Сит илдәрҙән килтерелгән күп диндәр ҙә индуизм, буддизм, христианлыҡ һәм ислам[4] австронезийҙар араһына инә бара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Wilhelm Solheim II Origins of the Filipinos and Their Languages (January 2006)
- ↑ Watts J., Sheehan O., Greenhill S. J., Gomes-Ng S., Atkinson Q. D., Bulbulia J., Gray R. D. Pulotu: Database of Austronesian Supernatural Beliefs and Practices (инг.) // PLOS One : journal. — Public Library of Science, 2015. — Т. 10. — № 9. — С. e0136783. — DOI:10.1371/journal.pone.0136783 — — PMID 26398231.
- ↑ Baldwick, Julian. Ancient Religions of the Austronesian World. — London: I.B.Tauris, 2013.
- ↑ Handoko, Wuri THE CONTINUITY OF AUSTRONESIAN TRADITION ON ISLAMIC AND EARLY COLONIAL PERIOD IN MALUKU 1 (инг.) : journal.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Беликов в. и., с. в. Кулланд // Ҙур рәсәй энциклопедияһы, 1 том, М., 2005.