Ғосмания мәҙрәсәһе (Усмания) — урта мәҙрәсә. Өфөләге Беренсе йәмиғ мәсете ҡарамағында 1888 йыл (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 1887 йылда) асыла.

Мәҙрәсә бинаһының бөгөнгө күренеше
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300108000объект № 0300108000

Төҙөлөүе

үҙгәртергә

Нигеҙ һалыусыһы — Хәйрулла Ғосманов, 1907 йылдан һуң мәҙрәсәгә уның исеме бирелә. Ырымбур мосолман диниә назаратына ҡарай, халыҡтан йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола. Уҡытыу-тәрбиә эшенә мәсеттең имам-хатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнең башланғыс кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған 9—14 йәшлек үҫмерҙәр (айырым осраҡтарҙа өлкәнерәктәр ҙә) ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған (йылына 5—10 һум), фәҡирҙәрҙең балалары түләүҙән азат ителгән.

Уҡыу барышы

үҙгәртергә

Уҡыу курсы — 7 йыл [2 йыл әҙерлек (ибтидаи), 3 йыл беренсе (рушди) һәм 2 йыл икенсе (иғдадиә) бүлексә]. Уҡыу программаһына ғәрәп һәм фарсы телдәре, логика, мосолман дине ҡанундары, философия, фикһ ингән. 1895 йылдан мәҙрәсәлә сауҙагәр Хөсәйеновтарҙың финанс ярҙамы менән үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Уҡыу барышына яңы ысул менән уҡырға өйрәтеү (йәдитселек) индерелә, программаға ислам тарихы, тәжүид (Ҡөрьәнде уҡыуҙың орфоэпик ҡағиҙәләре), төрки, шулай уҡ арифметика һәм география, 1897 йылдан урыҫ теле өҫтәлә.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Художество түңәрәктәре эшләй, Зыя Өммәти мөхәррирлегендә — «Иттифаҡ» әҙәби-сәйәси, М. В. Әмиров һәм Х. Кәримов мөхәррирлегендә «Чеметкеч» сатирик журналдары сығарыла. Мәҙрәсә менән Ә. Ә. Вәлидов, З. Камалетдинов, К. Ҡәрипов, Ғ. Тереғолов һ. б. эшмәкәрлеге бәйле. Тәүге йылдарҙа — яҡынса 200—300 шәкерт (ҡайһы берҙә 500-гә лә етә), 1910 йылдан 242 шәкерт уҡый.

1918 йыл ябыла; шул уҡ йылда мәҙрәсә базаһында татар милли гимназияһы асыла.

Мөҙәристәре

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Мәҙрәсә Пушкин һәм Кесе Илия (хәҙерге Пушкин һәм Воровский) урамдары сатындағы, 1891 йылдан алып Фроловский (хәҙерге Туҡай) урамындағы ағас биналарҙа урынлаша. 1906 йылда Губерна земство башҡармаһы аҡсаһына һәм мосолмандарҙан йыйылған иғәнә иҫәбенә 3 ҡатлы 2 флигелле бина (хәҙерге Туҡай урамы, 39) төҙөлгән. Мәҙрәсә бинаһы архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы булып тора, унда Вәлидовҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2005).

Мәҙрәсәне тамамлаусылар

үҙгәртергә

Мәҙрәсәне тамамлаусылар араһында Әмиров, И. Х. Әсәкәев һәм У. Х. Әсәкәев, С. Ғәбәши, Ғ. Ғүмәрский, Ә. Ф. Зөбәйеров, Р. Ишморат, З. Камалетдинов, К. Ҡәрипов, Р. М. Раимов, В. М. Солтанов, Ә. Й. Таңғатаров, Ш. Тулвинский, З. Өммәти, Ғ. У. Усманов, Я. Х. Әхмәтов һ. б.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

«Ғосмания», мәҙрәсә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.