Башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәре
Башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең күп быуатлыҡ тарихы бар.
Башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәре |
XVIII быуатта Кесе Йөҙ ҡаҙаҡтарының ерҙәре башҡорт ерҙәре менән сиктәш урынлашҡан була. Ҡаҙаҡтар менән оҙаҡ ваҡыт күршеләш йәшәү башҡорт мәҙәниәтендә лә сағылыш таба. Биләмәләр өсөн бәхәстәр һәм бәрелештәр ҙә булып тора[1].
Беҙҙең көндәрҙә Ҡаҙағстан Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһында тығыҙ иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни бәйләнеш һаҡлана. 1993 йылда сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыла. 2003 йылда Башҡортостандан Ҡаҙағстанға экспорт күләме 155,6 миллион доллар тәшкил итә, ә Ҡаҙағстандан Башҡортостанға импорт 80,8 миллион долларҙан артып китә[2]. 2004 йылдың 14 октябрендә Астанала Башҡортостан Республикаһының вәкиллеге асыла[3]. Ул сауҙа- иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни элемтәләрҙе үҫтереү, төрлө саралар ойоштороу һәм башҡа эштәр менән шөғөлләнә[4]. 2016 йылда, Рәсәйҙә ауыр иҡтисади хәл барлыҡҡа килеү сәбәпле, вәкиллек ябыла[5].
Тарих
үҙгәртергәБашҡорттар һәм ҡаҙаҡтар — туғандаш төрки телле халыҡ. Уларҙың этник тамырҙары бронза быуатына барып тоташа[6]. Башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың йола мәҙәниәте бер-береһенә бик яҡын. Әйтәйек, күсмә тормошта мөһим роль уйнаған йорт-ҡаралты кәсептәре бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Кейеҙ баҫыу, туҡыма туҡыу һәм туҡымаға һүрәт сигеүҙә бер үк төрлө алымдар ҡулланыла. Башҡорттар һәм ҡаҙаҡтарҙың тығыҙ бәйләнештә булыуы уларҙың халыҡ риүәйәттәрендә лә сағылыш тапҡан.
XVIII быуатта Кесе йөҙ һәм Урта йөҙҙөң бер өлөшө төньяҡта Башҡортостан менән сикләшә. Ул осорҙа башҡорт-ҡаҙаҡ никахтары киң таралыу ала. Башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар бер-береһе менән көрәштә, бәйгелә, уҡ атышыуҙа ярышыр була. Йыш ҡына ҡаҙаҡтар Рәсәй батша хөкүмәтенә ҡаршы башҡорт ихтилалдарында ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта улар араһында бәрелештәр ҙә булғылай. Бер-береһенә барымта, ҡарымта яуҙарын асыр була, ҡыҙ урлау ғәҙәте лә күҙәтелә[7].
Ҡаҙаҡ-башҡорт ихтилалдарын булдырмау өсөн батша хөкүмәте улар араһында дошманлыҡ булдырырға тырыша. Мәҫәлән, Ырымбур экспедицияһы начальнигы Иван Кирилловҡа шундай йөкмәткеле хөкүмәт инструкцияһы бирелә: «Башҡорттар артынан күҙәтеү булдырырға… ҡырғыҙҙарҙы ла шундай уҡ күҙәтеү аҫтында тоторға. Тегенеһе йә быныһы болара башлаһа, бер халыҡты икенсеһенә ҡаршы ҡуйырға, шуның менән урыҫ ғәскәрен һаҡлап ҡалырға»[8]. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы ваҡытында урыҫ подданныйлығын алған Кесе йөҙ ханы Әбделхәйергә башҡорттарҙы буйһондороу менән шөғөлләнеү йөкмәтелә. Ул мәлдә низағ тыныс юл менән хәл ителә[9].
1755 йылда Батырша етәкселегендә яңы башҡорт ихтилалы башлана. Тиҙҙән хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡыҫымы аҫтында 50 меңгә яҡын башҡорт, ғаиләһен хәүефтән ҡурсыу, мөлкәтен һәм малын һаҡлап ҡалыу өсөн Кесе йөҙ ерҙәренә инеп ҡаса. Улар артабан ҡаҙаҡтар менән бергә батша хөкүмәтенә ҡаршы сығыуға өмөт бағлай. Ырымбур крайы губернаторы Иван Неплюев ҡаҙаҡ етәкселеренән баш күтәргән башҡорттарҙы тотоп биреүен үтенә. Бының өсөн ул башҡорттарҙың мөлкәтен һәм малын тартып алырға, ә башҡорт ҡатындарын һәм балаларын үҙҙәрендә ҡалдырырға тәҡдим итә. Ҡаҙаҡтарҙың Нуралы-хан етәкселегендәге бер өлөшө был тәҡдимде үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Шул хыянаттан һуң башҡорттар Кесе йөҙ ҡаҙаҡтарынан асыҡ рәүештә үс ала башлай. Үҙ-ара баҫҡынсылыҡ бер нисә тиҫтә йыл дауам итә[8]. Мәҫәлән, XIX быуат башында тарихсы һәм этнограф Алексей Лёвшин түбәндәгене билдәләй: «…ҡан ҡойош кәмеүгә-кәмене, ләкин ике халыҡ араһындағы дошманлыҡ ошоға тиклем дауам итә…». Тарихсы Владимир Витевский был ваҡиғалар тураһында асығыраҡ яҙа: «…башҡорттар һәм ҡырғыҙҙар араһына Неплюев ташлаған ыҙғыш орлоғо, күренеүенсә, бик уңышлы ергә төшөп, яҡшы үҫеш алған, башҡорттарҙы һәм ҡырғыҙҙарҙы айырыу өсөн башланған тырышлыҡ ул теләгән һөҙөмтәне бирә…»[10].
1918 йылдың 15—17 майында Ҡостанайҙа башҡорт (Башҡортостан) һәм ҡаҙаҡ милли хәрәкәттәре (Алаш автономияһы) вәкилдәренең кәңәшмәһе булып үтә, унда берлектәге контрреволюцион көрәште ойоштороу мәсьәләһе ҡарала. 1918 йылдың август аҙағы — сентябрь башында Һамарҙа Башҡортостан, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия хөкүмәттәренең кәңәшмәһе үткәрелә, уларҙа атап үтелгән төбәктәрҙен бөтә контрреволюцион көстәрен «Көнсығыш Рәсәй Союзы» (уға шулай уҡ Себер һәм Комуч, Урал һәм Ырымбур казактары хөкүмәттәре контролдә тотҡан биләмәләр инергә тейеш була) составындағы «Көньяҡ-көнсығыш мосолман өлкәләре Федерацияһына» берләштерергә ҡарар ителә. Бынан тыш Алаш-Урҙа һәм Башҡорт Хөкүмәтенең[11] ҡораллы көстәрен бер корпусҡа берләштереү планлаштырыла.
1919 йылда Наркомнацҡа, һуңыраҡ РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советына Ҡырғыҙ-Башҡорт Совет Республикаһын төҙөү проекты бирелә. Проектҡа ярашлы, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан нигеҙендә Ҡырғыҙ-Башҡорт Совет Республикаһын төҙөү күҙҙә тотола, баш ҡалаһы итеп Ырымбур билдәләнә. Республиканың власть органдарында башҡорт һәм ҡаҙаҡ вәкиллегенең бер тигеҙ нисбәттә булыу принцибы ла иғлан ителә. 1919 йылдың 6 декабрендә был проект кире ҡағыла[12].
1920-се йылдарҙа, совет власы урынлаштырылғандан һуң, башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар араһында Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран һәм Йылайыр кантондары[13] буйынса территориаль бәхәстәр була. ВЦИК-тың 1924 йылдың 21 октябрендәге Ҡарарына ярашлы Бәләбәй кантонының (элекке Туҡ-Соран кантоны) бер өлөшө һәм Йылайыр кантонының Иманғол волосы Ҡырғыҙ АССР-ы (хәҙерге Ҡаҙағстан) составына тапшырыла. Башҡорт ерҙәренең бер өлөшө Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре составына инә, һөҙөмтәлә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан үҙенсәлекле «коридор» менән айырыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мирхайдарова М. Р., Янгузин Р. З. Казахи // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Марият Артюхова. 1-2 июля ожидается официальный визит делегации Казахстана в Башкортостан . Башинформ (29 июнь 2004). Дата обращения: 16 май 2017.
- ↑ Алик Шакиров. В столице Казахстана Астане открылось Представительство Республики Башкортостан . Башинформ (15 октябрь 2004). Дата обращения: 16 май 2017.
- ↑ О представительстве Республики Башкортостан в городе Астане Республики Казахстан // docs.cntd.ru
- ↑ Закрытие представительства Башкортостана. Подоплёки . Радио Азаттык. Дата обращения: 16 май 2017.
- ↑ Бижанова М. Р. Башкиро-казахские отношения в XVIII веке // Вестник Башкирского университета : журнал. — 2006. — Т. 11. — № 4. — С. 146—147.
- ↑ Кабульдинов, Кайыпбаева, 2012, с. 3535
- ↑ 8,0 8,1 Кабульдинов, Кайыпбаева, 2012, с. 3636
- ↑ Абулхаир // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Кабульдинов, Кайыпбаева, 2012, с. 3737
- ↑ Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — С. 179. — 364 с. — ISBN 5-295-02542-X.
- ↑ Касимов С. Ф. Киргизо-Башкирская Советская Республика // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Ярмуллина А. Территориальные изменения в БАССР (1917—1934 гг.) . «Ватандаш». Дата обращения: 18 май 2017. 2018 йыл 3 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Таймасов С. У. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
- Кабульдинов З. Е., Кайыпбаева А. Т. История Казахстана (XVIII в. – 1914 г.). Учебник для 8 класса общеобразовательной школы. — Алматы: Атамџра, 2012. — 328 с. — ISBN 978–601–282–577–0.