Башҡортостан мәҙәниәте
Башҡортостан мәҙәниәте — башҡорт халҡы һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәгән башҡа халыҡтар мәҙәниәте.
Башҡортостан мәҙәниәте | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Башҡортостан мәҙәниәте Викимилектә |
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтенең төп элементы булып халыҡ мәҙәниәте тора. Уның нигеҙендә профессиональ фән, әҙәбиәт, сәнғәт формалаша.
Республиканың үҙенсәлекле мәҙәниәте уның миллилегенә бәйле һәм ул үҙенә фольклор, музыка, театр, бейеү, һынлы сәнғәт, дин, әҙәбиәт элементтарын ала.
Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт мәсьәләләре мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында.
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорт мәҙәниәте башҡорт халҡы этногенезы формалаша башлаған XII—XIV быуаттарҙан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем үҫешә. Мәҙәниәткә халыҡтың күсмә тормошта көнкүреше, тәңрелек һәм ислам дине йоғонто яһаған. Башҡорт мәҙәниәтенең үҙенсәлеге телгә, хужалыҡ алып барыуға (малсылыҡ, игенселек), кейемгә (оҙон күлдәк, түбәтәй, тире бүректәр, итек-ситектәр), торлаҡҡа (тирмә, ҡышҡы һәм йәйге тораҡтар), аҙыҡҡа (һөт, ит ризыҡтары, бутҡа, ҡуйы аштар), социаль берекмәләр (бер нәҫелдең берләшеп йәшәүе), ғаилә йолалары кеүек төрлөлөккә бәйле.
Республика биләмәһендә башҡорт мәҙәниәтенән тыш бында төрлө осорҙа күсеп килеп урынлашҡан урыҫ, татар, украин, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте лә үҫешә.
Октябрь революцияһына тиклем республикала башлыса халыҡ ижады булараҡ үҙешмәкәр сәнғәт була. Революциянан һуң профессиональ мәҙәниәт — музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография һ. б үҫешә башлай.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәХХI быуатта Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт берҙәм система булараҡ үҫешә. Нәфис мәҙәниәттең төп өлөшө булып сәнғәт тора. Республикала сәнғәттең күп төрҙәре үҫешә: әҙәбиәт, театр, һынлы сәнғәт, графика, скульптура, архитектура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, нәфис фотография, музыка, хореография, кино, цирк һ.б. Сәнғәттең бөтә төрҙәре лә финанслана.
Республиканың ижади союздары мәҙәниәт үҫетереүгә тос өлөш индерә: Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар союзы, Башҡортостан Республикаһы композиторҙар союзы, Башҡортостан Ресрубликаһының «Рәсәй рәссамдар союзы», Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы, Башҡортостан кинематографистар союзы, Башҡортостан Республикаһының композиторҙар союзы һәм башҡалар.
Республика театрҙары: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры; Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры; Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры; Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры; Өфө «Нур» татар дәүләт театры; Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һ. б., күп һанлы музейҙар, күргәҙмәләр залы, китапханалар, мәҙәниәт һарайҙары.
Мәҙәниәт буйынса мәсьәләләр Башҡортостан Республикаһының Ватандаш, Ағиҙел, Аманат, Бельские просторы, Аҡбуҙат һәм башҡа журналдарында сағылдырыла.
Дәүләт тарафынан Башҡортостандағы 409 тарих һәм архитектура ҡомартҡылары, 28 сәнғәт ҡомартҡыһы, 126 ҡәбер, 7 парк, 4 тарихи һәйкәл, 1281 археологик һәйкәл һаҡлана. Шулар араһында федераль кимәлдәге 12 архитектура, 2 тарихи, 2 сәнғәт, 28 археологик ҡомартҡы бар[1].
Уҡыу йорттары
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының мәҙәниәт уҡыу йорттары: Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Өфө сәнғәт училищеһы, Салауат музыка колледжы, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы.
Фән
үҙгәртергәБашҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен төрлө яҡлап өйрәнеү XIX быуат аҙаҡтары-XX быуат баштары ғалимдары Н. А. Аристов, В. И. Даль, Р. Г. Лоссиевский, Р. Г. Игнатьев, П. И. Небольсин, Д. П. Никольский, С. И. Руденко, С. Г. Рыбаков, И. С. Попов, В. И. Филоненко һ. б. тарафынан башлана.
Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте торошо һәм үҫеше мәсьәләләрен Башҡортостан Республикаһы ғалимдары В. Л. Бенин, Д. Ж. Вәлиев, А. М. Ҡадиров, Ф. Т. Күзбәков, Л. Н. Попова, З. Ғ. Ураҡсин, К. А. Федоров, С. А. Хәлфин, Ф. Ғ. Хисамитдинова һәм башҡалар өйрәнә.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫы ҡомартҡылары реестры булдырыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт әҙәбиәте тарихынан /Ред. Ғ. Б. Хөсәйенов. Өфө, 1975.
- Из истории художественной культуры Урала: Сб. ст. Свердловск, 1980.
- Изобразительное искусство Башкирской АССР: Альбом /авт.-сост. Кушнеровская М.: Сов.худ., 1974.
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы 6 томда. Өфө: Китап, 1990—1996.
- Кузбеков Ф. Т. Башҡорт мәҙәниәте тарихы. Өфө: Китап, 1997. — 128 б.
- Очерки по культуре народов Башкортостана /Сост. Бенин В. Л. Өфө: Китап, 1994.- 160 б.
- Башҡортостан Рәссамдары: Альбом. Өфө: Баш. китап нәшр. 1961.
- Ғөбәйҙуллин Н. Ш. Башҡорт совет музыкаһы тарихы: Өфө, 1968. — 311-се б.
- Ғәлин С. Башҡорт фольклоры. — Өфө: Китап, 2004. −392 б.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Памятники истории и культуры 2015 йыл 27 февраль архивланған.