Шәмғолов Мәҙийәр (рус. Мадьяр Шамгулов (Мадьяр Шамгуни)); 1874 — 1939) — мосолман дин әһеле. Японияның Кобе ҡалаһы мәсетенең беренсе имамы (1935—1938).

Кобе мәсете

Биографияһы үҙгәртергә

1874 йылдың 10 октябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы) Нимесләр ауылында тыуған, атаһының ағаһы мәктәбендә башланғыс белем алған.

Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, 21 йәшендә өйөнә ҡайтып, ошонда уҡыта һәм 1900 йылда имам булып китә. 1905 йылда хажға бара. Өфөнөң «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыта.

1921 йылдың февралендә Мөхәммәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығының делегацияһы составында Япония етәкселеге менән Токио һөйләшеүҙәрендә ҡатнаша. 1921—1922 йылдарҙа имам булып, Урал-Волга буйы төркиҙәре ойошмаһында, Шанхайҙа хеҙмәт итә. 1928 йылда Японияның Кобе ҡалаһына күсә. Ә 1934 йылдан Кобела мосолмандар ойошмаһы имамы һәм мөҙәрис була.

1935 йылда Кобела тәүге мәсет төҙөлә, ул башлыса Калькуттанан (Һиндостан) бай мосолмандың хәйриә аҡсаһына һалына. Төҙөлөштөң комитеты составына Мәҙийәр Шәмғолов та ингән. 1935 йылда Японияла йәшәүсе Урал-Волга буйы төркиҙәре ҡоролтайында дини комиссия етәксеһе, мосолмандарҙың Диниә назараты ағзаһы итеп һайлана. Япония, Маньчжурия, Ҡытай һәм Корея буйлап йөрөгән.

СССР-ҙа ҡалған Мотаһар Камалетдиновтың ҡыҙы Фатимаға өйләнгән. Башҡортостанда ҡалған мосолман эшмәкәрҙәренә ярҙам иткән, әҙәбиәт, аҡса ебәргән.

1939 йылдың 18 июнендә Кобе ҡалаһында оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була. Ҡаланың мосолман зыяратында ерләнгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Юнусова А. Б. Великий имам Дальнего Востока // «Вестник Евразии» : Журнал. — 2001. — № 4 (15). — С. 83—117. — ISSN 1727-1770.
  • Развитие гуманитарной науки в регионах России: Материалы Международной научной конференции, посвященной 85-летию Федерального государственного бюджетного учреждения науки Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2017. — 386 с. — ISBN 978-5-91608-157-2.