Башкиров Фёдор Андреевич
Башкиров Федор Андреевич (15 март 1911 йыл — 17 февраль 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1944).
Башкиров Фёдор Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 (15) март 1911 |
Тыуған урыны | Касторенский район[d], Курск өлкәһе |
Вафат булған көнө | 17 февраль 1977 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1911 йылдың 15 мартында Рәсәй империяһы Лозовка ауылында (хәҙерге Курск өлкәһенең Касторенск районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте рус.
Урта белем алғандан һуң рабфактың өс курсын тамамлай. Артабан ташсы булып эшләй.
1936 йылда СССР Граждан Һауа Флотының Батай пилоттар мәктәбен тамамлай, ГҺФ-ның Аҙау-Ҡара диңгеҙ идаралығында осоусы булып хеҙмәт итә.
Ҡыҙыл армия сафында 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1941 йылдың октябренән. 1943 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1944 йылдың февраль айы башына Көнбайыш фронттың 1-се һауа армияһы 233-штурмлаусы авиация дивизияһы 62-сы штурм авиация полкының штурмлаусы авиация полкы эскадрильяһының командиры капитан Федор Башкиров «Ил-2» штурмовик-самолетында 87 уңышлы хәрби осош яһай, аэродромда — 6 һәм һауа алыштарында — 2 дошман самолетын, 10 танк, 40 автомашина, 20-нән ашыу ялан һәм зенит артиллерия орудиеһын һәм ике йөҙгә яҡын гитлерсыны юҡ итә.
Капитан Башкиров Белоруссияла Оршанск-Витебск йүнәлешендә ҡаһарманлығын күрһәтә. 1944 йылдың йәйендә, Белоруссия стратегик һөжүм операцияһы барышында, Ф. А. Башкиров Могилев, Минск һәм Гродно белорус ҡалалары эргәһендә һуғышта ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Башкиров Совет армияһында 1946 йылға тиклем хеҙмәтен дауам итә. Артабан майор дәрәжәһендә отставкаға китә һәм Дондағы Ростовта йәшәй.
1977 йылдың 17 февралендә вафат була. Дондағы Ростовта ерләнә.
Маҡҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 1 июлдәге Указына ярашлы командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Башкиров Федор Андреевич «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3858-се) тапшырыла.
- Ленин ордены, ике Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Башкиров Фёдор Андреевич . «Герои страны» сайты.
- ВВС России — Кто есть кто
- Батайск, календарь знаменательных дат на 2006 год(недоступная ссылка)
- ГЕРОИ СОВЕТСКОГО СОЮЗА, ПРОЖИВАВШИЕ НА ДОНУ ДО ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ 2019 йыл 14 февраль архивланған.