Тайсуған
Тайсуған — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Әлмәт районындағы ауылы. Тайсуған ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Тайсуған татар. Тайсуган | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
1306 человек (2008) |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 |
Почта индексы |
423441 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Дала Зәйе йылғаһы буйында, Әлмәт ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәТайсуған (Тайсуйған) — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Микул улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, 2 мәсет, мәҙрәсә, мәктәп теркәлгән. Тайсуған мәҙрәсәһендә билдәле дин әһелдәре, шул иҫәптән Батырша белем алған[1][3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районына составына инә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1834 йылда ауылда ир затлы 309 йән башҡорт; 1859 йылда — 402 башҡорт, 508 типтәр; 1901 йылда — 848 башҡорт, 1020 типтәр йәшәй[2][3].
1859 | 1889 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1163 | 1450 | 1775 | 2008 | 2282 | 2258 | 1909 | 1514 | 1558 | 1506 | 1249 | 1014 | 1170 | 1306 |
Инраструктура
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 История башкирских родов. Юрми. Том 21 /С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, А. Г. Салихов, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 148, 152. — 716 с.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 576—577. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.