Батанов Николай Яковлевич

Батанов Николай Яковлевич (16 сентябрь 1916 йыл — 13 март 1983 йыл) — партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан КПСС-тың Боҙаяҙ район комитетының икенсе, 1952 йылдан — Хәйбулла һәм 1962 йылдан — Ҡырмыҫҡалы район комитеттарының беренсе секретары. 1972—1979 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының партия комиссияһы рәйесе. РСФСР-ҙың 5-се, Башҡорт АССР-ының 4—9-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Николай Яковлевич Батанов
Тыуған көнө

16 сентябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Берёзовка ауылы (хәҙер Ырымбур өлкәһе Әсекәй районы Баландино ауылы

Вафат булған көнө

13 март 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (66 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1957
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Яковлевич Батанов 1916 йылдың 16 сентябрендә Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Берёзовка ауылында (хәҙер — Ырымбур өлкәһе Әсекәй районы Баландино ауылы)[1][2] тыуған.

Белеме үҙгәртергә

1936 йылда Чкалов (хәҙер Ырымбур) уҡытыусылар институтын тамамлаған.

Хәрби хеҙмәттә үҙгәртергә

1938 йылдың сентябренән 1946 йылдың сентябренә тиклем Алыҫ Көнсығышта Совет Армияһында хеҙмәт итә, Япония милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1931 йылдан башлап — Боғорослан районы Кривая Лука ауылы мәктәбендә уҡытыусы. 1936−1938 йылдарҙа Дәүләкән район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы (хәҙер Ауырғазы районы) Болотин ауылы ете йыллыҡ мәктәбендә директор булып эшләй.

Административ карьераһы үҙгәртергә

1946 йылдың ноябрендә ВКП(б)-ның Боҙаяҙ район комитетының икенсе секретары, 1952 йылдың июлендә — КПСС-тың Хәйбулла район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1962 йылдың декабрендә Ҡырмыҫҡалы колхоз-совхоз производство идаралығының партия комитеты секретары, ә 1965 йылда — КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1972 йылдың ғинуарынан 1979 йылдың ғинуарына тиклем КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында парткомиссия рәйесе булып эшләй[3].

РСФСР-ҙың бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1959—1963), Башҡорт АССР-ының дүртенсе, бишенсе, алтынсы, етенсе, һигеҙенсе, туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советының депутаты (1955—1980) итеп һайлана[1].

Эшмәкәрлеген баһалау үҙгәртергә

Николай Батанов сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүгә ҙур өлөш индерә. 1952—1956 йылдарҙа уның етәкселеге аҫтында Хәйбулла районында 77 мең гектар сиҙәм ер күтәрелә, өс яңы сиҙәм совхозы ойошторола, иген әҙерләү 2,6 тапҡырға арта.

1956 йылда райондың колхоз һәм совхоздары 133 521 гектар майҙандың һәр гектарынан 15,1 центнер иген йыйып ала, был планға ҡарата 105 процент тәшкил итә, дәүләткә бөтәһе 1015 мең центнер ашлыҡ тапшыра, был район һуңғы өс йыл эсендә тапшырғандан 384 мең центнерға күберәк була.

Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәндәге, 1956 йылда уңыш йыйыу һәм иген етештереүҙә айырым ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 11 ғинуарындағы указы менән Николай Батановҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1983 йылдың 13 мартында вафат була.

Маҡтаудлы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6</nowiki>.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 95 с. ISBN 5-295-02294-3. Могила Героя Социалистического Труда Батанова Н. Я. Затон, Южное кладбище.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 И.Каримова
  2. Баландино, село Асекеевского района Оренбургской области. Наши предки (6 март 2016). Дата обращения: 2 сентябрь 2016.
  3. Мы гордимся ими - Хайбуллинский район - 450 лет в составе России. Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года. 2013 йыл 9 апрель архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә