Арсенюк Александр Николаевич
Арсенюк Александр Николаевич (2 август 1910 йыл — 27 март 1906 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы снайперы, Советтар Союзы Геройы (1944), гвардия ҡыҙылармеецы[1].
Арсенюк Александр Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 2 август 1910 |
Тыуған урыны | Михайловка[d], Украина |
Вафат булған көнө | 27 март 1996 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Николаевич Арсенюк хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе Ананьев районы Михайловка ауылында 1910 йылдың 20 июлендә (2 августа) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса украин. 1945 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Тулы булмаған урта белемле. Монтажсы булып эшләгән.
Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың июнь айында саҡырыла һәм хәрәкәт итеүсе армияға ебәрелә. Үҙәк фронтағы 61-се армия составындағы 16-сы гвардия Чернигов дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы снайперы ҡыҙылармеец Александр Арсенюк 1943 йылдың 27 сентябрендә беренселәрҙән булып Днепр йылғаһының уң ярына сыға. Дошман биләгән ярҙа автомат һәм кинжал менән ҡоралланған ҡурҡыу белмәҫ гвардеец дошман траншеяһына бәреп инә һәм гитлер офицерын үлтерә, әсирлеккә обер-ефрейтор ала һәм уны полк штабына еткерә («тел» менән бергә һул ярға сыға). Әсир дошман урынлашҡан урыны һәм нығытмалары тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә.
Гвардия ҡыҙылармеецы Арсенюк Днепрҙың уң яҡ ярына ҡабаттан сыға һәм һәм немец тылына сая сабауылдарын дауам итә. Белоруссиялағы Гомель өлкәһе Брагин районындағы Нивки ауылы өсөн барған алышта ҡыйыу яугир ҡаты яралана.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Арсенюк Александр Николаевич «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3007-се һанлы) [2].
Һуғыштан һуң өлкән сержант Арсенюк А. Н. демобилизациялана. Запастағы өлкән сержант. 1952 йылда ул Етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәҙәренең квалификацияһын күтәреү институты тамамлай. Мәскәү — герой-ҡалала йәшәй. 1996 йылдың 27 мартында вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында (3-сө участка) ерләнә.
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3007-се һанлы, 15.01.1944).
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан Һуғышы ордены
- Миҙалдар
Хәтер
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Надгробный памятник |
- А. Н. Арсенюктың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Должность и воинское звание на дату представления к званию Героя Советского Союза.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Арсенюк Александр Николаевич . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2011)