Анна-Эстер Тумаркин (Тумаркина Анна Павловна, нем. Anna Ester Tumarkin; 16 февраль 1875 йыл — 7 август 1951 йыл, Гюмлиген, Берн кантоны, Швейцария) — Швейцария философы, философия тарихсыһы, Рәсәй сығышлы психолог; Европала беренсе ҡатын-ҡыҙ философия профессоры (1909).

Анна Тумаркин
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Швейцария
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Хана-Эстер Палтиэловна Тумаркина
Тыуған көнө 16 февраль 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1]
Тыуған урыны Дубровно[d], Горецкий уезд[d], Могилёвская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 август 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2] (76 йәш)
Вафат булған урыны Мури-Берн[d], Берн[d], Швейцария
Үлем сәбәбе elephantiasis[d]
Туған тел Немец теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө профессор, психолог, суфражистка, фәлсәфәсе
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә
Эш урыны Бернский университет[d]
Уҡыу йорто Бернский университет[d]
Ғилми дәрәжә фән докторы[d][1] һәм хабилитация[d]
Әүҙемлек урыны Берн[1]
 Анна Тумаркин Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Анна Тумаркин бай йәһүд ғаиләһендә Рәсәй империяһының Могилев губернаһы Горецкий өйәҙе Дубровно ҡалаһында (хәҙер Белоруссияның Витебский өлкәһе Дубровенский районы үҙәге) тыуа[3]. Уның атаһы — Бессарабия сауҙагәре һәм һуңынан дворян[4] Палтиэл (Павел) Моисеевич Тумаркин (үлгән 1906)[5] — күмәртәләп аяҡ кейеме һатыу менән шөғөлләнгән, иврит телендә публицистика яҙған һәм рус теленән иврит теленә тәржемәсе (Полтиэл Иосеф Тумаркин исеме аҫтында ) булған. Үҙ заманынындағы америка әҙәбиәтен иврит теленә тәржемәләүсе беренсе кеше була (рус теле аша[6]). Уның тәржемәһе араһында — О. Сининдың «Шенат хаАлпаим : хаАтака ме-ат хаПрофессор Беллами» (1898). Палтиел Тумаркин һәм уның ҡатыны София Герценштейн сығышы менән Дубровнонан, әммә уларҙың ҡыҙы Хана-Эстер (буласаҡ Анна-Эстер) бала саҡтан уҡ Кишинёвта үҫә. Бында ул ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын һәм уҡытыусылар курсын тамамлай[7].

Анна Тумаркин Берлин университетында Дильтея Вильгельм етәкселеге аҫтында уҡый башлай[8]. 1892 йылдан алып Швейцарияла йәшәй. Бында уның өлкән ағаһы ла уҡыған була. Анна Тумаркин Берн университетының философия бүлегенә уҡырға инә һәм 1895 йылда Гердер һәм Кант философия хеҙмәттәрен сағыштырма анализлау буйынса диссертацияһын уңышлы яҡлай. Уның диссертацияһы ғилми етәксеһе Людвиг Штейн мөхәррирләүе аҫтында «Бернский курс философии» беренсе китабында баҫылып сыға.

1898 йылда Анна Тумаркин Берн университетының приват-доцент (Privatdozentin) даими урынын ала һәм шулай итеп ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселәрҙән булып Европала һәм Швейцарияла философия уҡытыусыһы була. 1906 йылда ул титуляр профессор(Honorarprofessorin), 1909 йылда — экстраординар профессор (Extraordinaria Professorin) дәрәжәһен ала. Берн университетында 1943 йылға тиклем философия тарихынан һәм эстетиканан уҡыта. 1921 йылдан алып табип Ида Гоф (1880—1952) менән бергә Hallwylstrasse № 44 йортонда фатир тора. Ида Гоф менән бергә румын Бессарабияһындағы туғандарына ҡунаҡҡа ҡайта (1925, 1937 йыл). Бер нисә йылдан һуң Тумаркиндарҙың күпселеге депортациялана һәм үлтерелә.

Анна Тумаркин — философия буйынса байтаҡ монография хеҙмәттәре, теоретик психология, эстетика һәм культурология, Спиноза, Гердер һәм Кант хеҙмәттәрен тарихи анализлау, шул иҫәптән «Гердер һәм Кант» (1896) һәм башҡа бик күп хезмәттәрҙең авторы.

16 февраль 2000 йыл — Тумаркиндың тыуған көнөндә — Берн университетының иҫке корпусына терәлеп торған урамдарҙың береһенә уның хөрмәтенә урамға Tumarkinweg исеме бирелә. Берн университетында ғалим-философ иҫтәлегенә ANNA ғилми программаһы ойошторола.

  • Ағаһы — Лазарь Павлович Тумаркин (6 ноябрь, 1865 йыл, Кишинёв Бессарабия губернаһы — 1939 йылдан һуң) — Мәскәү университетын тамалаған табип һәм йәмәғәт эшмәкәре, Кишиневтағы «Тумаркин» һыу менән дауалау санаторийына (Пушкин урамы, № 21) нигеҙ һалыусы ,[9] ҡала шарап эшләүселәр союзының вице-рәйесе.
  • Өлкән апаһы, Санкт-Петербург консерваторияһы табибы Вера Павловна Тумаркинаның (18671899) улы — күренекле совет зоологы, СССР ФА-һы академигы Юрий Александрович Орлов (1893—1966).[10] Икенсе туғаны — поручик Леонид Вигдорович (Викторович) Тумаркин (1891—1920)Ялта ҡалаһында 1920 йылдың 7 декабрендә атып үлтерелә.
  • Анны Тумаркинаның туғаны (өлкән ағаһы Моисейҙың ейәнсәре) — америка тарихсыһы Нина Тумаркин (хәҙер Нина Павловна Тумаркина, род. 1945), профессор и декан исторического отделения колледжа Уэлсли Гарвардского университеты Уэлсли колледжының тарих бүлеге деканы, профессор, Рәсәй һәм Советтар Союзы тарихы буйынса күп хеҙмәттәр авторы (Basic Books, 1994, русский перевод). Икенсе туғаны (шулай уҡ Моисей Тумаркиндың ейәнсәре) — Елена Александровна Френкли — Израилдең «Неот кедумим» библия ландшафты ҡурсаулығы директоры (англ)[11].
  • Шулай уҡ социолог Гурвич Элиас менән туғанлыҡта тора.

А. Тумаркин китаптары

үҙгәртергә
  • Herder und Kant (Гердер и Кант). A. Siebert: Берн, 1896.
  • Zur Charakteristik Justinus Kerners. Stilke: Берлин, 1898.
  • Das Associationsprinzip in der Geschichte der Aesthetik (Ассоциативный принцип в истории эстетики). Берлин, 1899.
  • Kants Spiel der Kräfte (Игра способностей у Канта). Henry Kündig: Женева, 1905.
  • Bericht über die deutsche ästhetische Literatur aus den Jahren 1900—1905 (Обзор немецкой эстетической литературы за году 1900—1905). Georg Reimer: Берлин, 1905.
  • Zur transcendentalen Methode der Kantischen Ästhetik (К трансцендентальному методу кантовой эстетики). Reuther & Reichard: Берлин, 1906.
  • Ästhetisches Ideal und ethische Norm (Эстетический идеал и этическая норма). F. Enke: Штутгарт, 1907.
  • Baruch Spinoza: acht Vorlesungen gehalten an der Universität Bern. Quelle & Meyer: Лейпциг, 1908.
  • Das kritische Problem in den vorkritischen Werken Kants. C. Winter: Гейдельберг, 1908.
  • Erich Becher: Der Begriff des Attributes bei Spinoza in seiner Entwickelung und seinen Beziehungen zu den Begriffen der Substanz und des Modus. E. Anton: Берн, 1909.
  • Kants Lehre vom Ding an sich. Georg Reimer: Берлин, 1909.
  • Bericht über die deutsche ästhetische Literatur aus den Jahren 1905—1909. Georg Reimer: Берлин, 1910.
  • Wilhelm Dilthey. L. Simion Nf.: Берлин, 1912.
  • Zu Spinozas Attributenlehre. Georg Reimer: Берлин, 1916.
  • Dichtung und Weltanschauung (Поэзия и мировоззрение). J. C. B. Mohr: Тюбинген, 1919.
  • Die romantische l’eltanschauung (Романтическое мировоззрение). P. Haupt: Берн, 1920.
  • Wie ist Psychologie als Wissenschaft möglich (Каким образом возможна психология как наука). Reuther & Reichard: Берлин, 1921.
  • Prolegomena zu einer wissenschaftlichen Psychologie (Пролегемоны к научной психологии). F. Meiner: Лейпциг, 1923.
  • Die Idealität der ästhetischen Gefühle. R. Voigtländer: Лейпциг, 1925.
  • Die Einheit des Platonischen «Phädrus». B. G. Teubner: Берлин, 1925.
  • Der Unsterblichkeitsgedanke in Platos «Phädon». J. D. Sauerländer: Франкфурт-на-Майне, 1926.
  • Das Apollinische und das Dionysische in der griechischen Philosophie (Аполлониево и Дионисиево в древнегреческой философии). B. G. Teubner: Лейпциг, 1927.
  • Eindrücke der Hellasreise 1927. Orell Füssli: Лейпциг, 1928.
  • Verzeichis der Publiktionen von Schweizerfrauen. Bern-Bümpliz, Buch- und Kunstdruckerei Benteli A.-G.: Берн, 1928.
  • Ein Blick in das Geistesleben der Schweizer Frauen einst und jetzt. F. Pochon-Jent: Берн, 1928.
  • Die Methoden der psychologischen Forschung (Методы психологического исследования). B.G. Teubner: Лейпциг, 1929.
  • Die Überwindung der Mimesislehre in der Kunsttheorie des XVIII Jahrhunderts. Verlag von J.C.B. Mohr (P. Siebeck): Тюбинген, 1930.
  • Der ästhetiker Johann Georg Sulzer (Эстетик Иоганн Георг Зульцер). Verlag Huber & Aktiengesellschaft: Фрауэнфельд, 1933.
  • Ein Versuch Diltheys Leben aus ihm selbst zu verstehen. Helbing & Lichtenhahn: Базель, 1934.
  • Wesen und Werden der schweizerischen Philosophie: Allgemeine Richtung der Philosophie der Schweiz, Philosophisches Denken in der Geschichte, Naturrecht, Erziehungslehre (Сущность и становление швейцарской философии). Verlag Huber & Aktiengesellschaft: Фрауэнфельд, 1948.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #11743843X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Anna Tumarkin // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=27412 (нем.)
  3. Некоторые источники упоминают местом её рождения Кишинёв — вероятно, ошибочно (напр., тут).
  4. Lilia Zabolotnaia. Destinul unei familii. Câteva crâmpeie din istoria dinastiei Tumarkin. Tyragetia, 2002, 11 (стр. 193: о даровании личного дворянства купцу П. М. Тумаркину).
  5. В списках выборщиков в Государственную Думу за 1906 и 1907 годы имя записано как «Полтиел Моисеев Тумаркин»; отчество сыновей Моисея (Мовши) и Лазаря попеременно «Полтиелев» и «Павлов».
  6. S. Ilan Troen. The Discovery of America in the Israeli University: Historical, Cultural, and Methodological Perspectives. Journal of American History, 81(1): 164—182, 1994.
  7. В мире закрытых дверей 2019 йыл 28 март архивланған.
  8. Anna Tumarkin, «Wilhelm Dilthey». Archiv für Geschichte der Philosophie 25:143—153, 1912.
  9. Улица Пушкина, дом 11
  10. Воспоминания Ю. А. Орлова
  11. Её отец, Александр Яковлевич Френкли, с 1946 года был многолетним ведущим и впоследствии главным редактором русского отдела радио «Голос Америки», автор воспоминаний о жизни русской эмиграции в Париже конца 1920-х годов, опубликованных его женой — Натальей Александровной Френкли-Тумаркиной.

Һылтанмалар

үҙгәртергә