Шартлаусы матдәләр

Шартлаусы матдә (ВВ, взрывчатка) — ҡайһы бер шарттарҙа тышҡы тәьҫир аҫтында күп итеп йылы һәм газ хәлендәге матдә бүлеп сығарып, тиҙ генә үҙенән-үҙе тарала торған химик үҙгәрешкә (шартлауға) һәләтле конденсирлы химик матдә, йәиһә химик матдәләр ҡатнашмаһы[2][3][4][5][6][7]. Химик составына һәм тышҡы шарттарға бәйле шартлаусы матдәләр әкрен янған саҡта (дефлаграцион яныу), йәиһә тиҙ шартлау яныу (детонация) режимында реакция продукттарына әйләнә алалар . Шуның өсөн ғәҙәттә детонацияламай, билдәле бер тиҙлек менән яныусы бәрә торған дарылар һәм пиротехник составтар шартлаусы матдәләргә индерелә[4][7]. Шартлаусы матдәләр энергетик конденсирлы системаларға инә[8].

Шартлаусы матдәләр
Рәсем
 Шартлаусы матдәләр Викимилектә
Пиктограмма для обозначения взрывчатых веществ по системе маркировки СГС[1]

Ҡыҫҡаса тарихи белешмә

үҙгәртергә

Кешеләр бик борондан шартлаусы матдәләр менән ҡыҙыҡһынған. Хәҙерге заман шартаусы матдәләрен тарихы "грек уты"на бәйле («греческий огонь»); уны 667 йылда грек Каллиник уйлап сығарған тип иҫәпләнә. Был матдәне Европа һәм Азия халыҡтары бер аҙ ваҡыт ҡулланған; тик һуңыраҡ уның составы онотолған (уны көкөрт, ыҫмала, тоҙ һәм яндырылаған эзбиздән торған тип иҫәпләйҙәр). Уға һыу һипкәндә, ул тағы ла нығыраҡ яна торған булған.

682 йылда Ҡытайҙа әлеге төтөнлө дарыға оҡшаш матдәләр уйлап сығарыла, уның составына селитра, көкөрт һәм утын онтағы инә[5]; башта ул пиротехникала, һуңыраҡ һуғышта ҡулланыла башлай.

Европала шартлатҡыстар XIII быуаттан башлап документтарҙа осрай башлай[5] (1250 йыл тирәһе), тарихсылар тәғәйен генә итеп уйлап сығарыусыны атай алмай (йә Бертольд Шварц, йә Роджер Бэкон, йә иһә Италияның Болонья ҡалаһында (1216 йылда).

Сыңғыҙхан ҡытай оҫталарын ғәскәрендә йөрөтөп, был шартлатҡыстар менән ҡалаларҙың стеналарын емерттергән. Тикшеренеүселәр башта дары шартлатҡыс итеп, һуңынан ғына атыу ҡоралында ҡулланыла башлаған тип иҫәпләй. XIV быуат башынан шартлатҡыстар йәҙрә атыу өсөн артиллерияла ҡулланыла башлай[5]; 1382 йылда Мәскәү халҡы стена артиллерияһынан Туҡтамыш хан ғәскәренә ҡаршы атҡан. Рәсәйҙә дарылы мылтыҡтар тәү тапҡыр 1389 йылда Мәскәүҙе һаҡлағанда ҡулланылған. Ҡайһы бер илдәрҙә тау һырттары аша туннелдәр эшләү өсөн шартлатҡыс матдәләр ҡулланыла, артиллерия гранаталары эшләп сығара башлайҙар[5].

 
Подрыв в гаванской бухте американского крейсера «Мэн»

Бер нисә быуат буйы төтөнлө дары ғына ҡулланылған. Эҙләнеүҙәр булған, мәҫәлән, М. В. Ломоносов («Диссертация о рождении и природе селитры» (1749) тигән эш яҙа. Франция химиктары А. Л. Лавуазье һәм К. Л. Бертолле хлоратлы дары формулаһын эшләй («бертоллет тоҙо» менән). Барыбер шартлатҡыс матдә эшләүҙә дары төп урында ҡала бирә[3].

XVIII быуат аҙағында бик зыянлы «гремучее серебро» эшләнә. 1788 йылда артиллерия снарядтары эшләүҙә ҡулланыла торған пикриновая кислота алына. Англия ғалимы Э. Говард «гремучая ртуть» аса (1799 ).

1847 йыл - Италия химигы Асканьо Собреро нитроглицерин синтезлай, уны А. Нобель ары эшкәртеп, хәүфһеҙерәк динамит ала.

1884 йылда француз инженеры Поль Вьель төтөнһөҙ дары рецебы уйлап сығара[5]. Ошо уҡ быуат аҙағында тротил (1863), гексоген (1897) һәм башҡа шартлатҡыс матдәләр ҡулланыла башлай[5][9], уларҙы рус инженеры Д. И. Андриевский (1865) һәм швед А. Нобель (1867) гремучертутный капсюль-детонатор уйлап сығарғас ҡына ҡуллана башлайҙар[5].

Баштараҡ А. Нобель уйлап сығарған шартлатҡыс матдәләр киң файҙаланылған (гурдинамиты, пластичные динамиты и порошкообразные нитроглицериновые смесевые взрывчатые составы)[5]. Аммиаклы-селитралы шартлатҡыс матдәләр И. Норбин һәм И. Ольсен (Швеция) тарафынан 1867 йылда уҡ алынған, уларҙы Беренсе донъя һуғышы йылдарында ғына сәнәғәт етештерә башлай[5]. Улар хәүфһеҙерәк булғанға күрә, XX йылдың 30 йылдарынан башлап, сәнәғәттә күпләп етештерелә[5]. Советтар Союзында Бөйөк Ватан һуғышынан һуң сәнәғәт башлыса уларҙы етештереүгә күсә[5]. Сит илдәрҙә динамиттан аммиак-селитралы шартлатҡыстарға XX быуаттың 50-се йылдарында күсәләр[5].

XX быуаттың 70-се йылдарынан башлап, ябай гранулаланған һәм составында һыу булған аммиак-селитралы рецептар, нитроҡушылмалар ҡулланыла[5]. Индивидуаль шартлатҡыс матдәләр (тротил) шашка эшләгәндә ҡулланыла. Уларҙы оҙаҡ ваҡыт һыу торған шахталарҙа оҙак зарядлау өсөн таҙа килеш (гранулотол) һәм төрөлө һыуға бирешмәй торған ҡатнашмаларҙа (гранула һәм суспензия рәүшендәге) ҡулланалар[5]. Тәрәнгә быраулаусы нефть скважиналарында атып тишеү (прострелочный) эштәрендә октоген һәм гексоген ҡулланыла[5].

Терминология

үҙгәртергә

Был өлкәлә терминдар төрлөсә, бының сәбәптәре — шартлаусы матдәләрҙең химияһы һәм технологияһының ҡатмарлы һәм төрлө булыуы, донъялағы сәйәси һәм хәрби ҡапма-ҡаршылыҡтар, был өлкәләге һәр төрлө мәғлүмәтте йәшерергә тырышыу. Әлеге ваҡытта Берләшкән милләттәр ойошмаһы 2011 йылда ҡабул иткән редакцияла (Согласованная на глобальном уровне система классификации и маркировки химических веществ- СГС) классификация түбәндәге билдәләмәләр бирә[10]:

2.1.1.1 Шартлаусы матдә (йәки ҡатнашма) — ҡаты йәки шыйыҡ матдә (йәки матдәләр ҡатнашмаһы), ул үҙ-үҙенән химик реакция булдырып, юғары температуралағы газдар бүлеп сығара, ул газдың баҫымы һәм тиҙлеге яҡын-тирәләге әйберҙәрҙе емерә. Пиротехник матдәләр ҙә, газ бүлеп сығармаған хәлдә лә, ошо ҡатегорияға инә.

Пиротехник матдә (йәки ҡатнашма) —детонацияһыҙ үҙ-үҙен дауам иттереүсе экзотермик химик реакциялар һөҙөмтәһендә йылылыҡ, ут, тауыш һәм төтөн, йәки уларҙың комбинацияһы эффектын булдырыу өсөн тәғәйенләнгән матдә, йәки ҡатнашма .

Шартлаусы матдәләр — индивидуаль шартлатҡыс матдәләр, шулай уҡ флегматизаторҙар, металл өҫтәлмәләр һәм башҡа компоненттарҙан торған бер йәки бер нисә индивидуаль шартлаусы матдәләр. Шартлаусы матдәләрҙең шартлаусыға әйләнеү өсөн ошо шарттар кәрәк:

  • химик әйләнеүҙең юғары тиҙлеге;
  • йылылыҡ бүленеп сығыуы (процесс экзотермиклығы);
  • шарлау булғанда газдар һәм парҙың да бүленеп сығыуы;
  • реакция үҙенән -үҙе барыу мөмкинлеге.

Рәсәйҙә техноген ғәҙәттән тыш хәлдәр стандартлаштырыуы сиктәрендә шартлау хәүефе булған матдәләргә ут ялҡыны тәьҫирендә, йәки һелкетеүгә, йә иһә ышҡыуға динитробензолдан һиҙгерерәк матдәләрҙе индерәләр[11].

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Согласованная на глобальном уровне система классификации и маркировки химических веществ. Приложение 1. Установление элементов маркировки. Дата обращения: 1 март 2013. Архивировано 23 март 2013 года.
  2. Взрывчатые вещества // Краткая химическая энциклопедия. — Москва: Советская энциклопедия, 1961. — Т. 1. — Стб. Ҡалып:-..
  3. 3,0 3,1 Взрывчатые вещества // Военная энциклопедия / П. С. Грачёв. — Москва: Военное издательство, 1994. — Т. 2. — С. 89-90. — ISBN 5-203-00299-1.
  4. 4,0 4,1 Взрывчатые вещества // Большая советская энциклопедия / А. М. Прохоров. — 3-е издание. — Москва: Большая советская энциклопедия, 1971. — Т. 05. — С. [16] (стб. 35-40). — 640 с.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 5,15 Взрывчатые вещества // Горная энциклопедия / Гл. ред. Е. А. Козловский. — Советская энциклопедия, 1984. — Т. 1. — С. 378. — 560 с.
  6. ТР ТС 028/2012 О безопасности взрывчатых веществ и изделий на их основе. Статья 2. Определения
  7. 7,0 7,1 Взрывчатые вещества // Энергетические конденсированные системы. Краткий энциклопедический словарь / Под ред. Б. П. Жукова. — 2-е изд., испр.. — Москва: Янус-К, 2000. — С. 80. — 596 с. — ISBN 5-8037-0031-2.
  8. Взрывчатые вещества // Большая российская энциклопедия. — 2005. — Т. 5. — С. 246—247. — ISBN 5-85270-334-6.
  9. Беляков А. А., Матюшенков А. Н. 2: Боеприпасы // Оружиеведение. — Челябинск: Челябинский юридический институт МВД России, 2004. — 200 с.
  10. Согласованная на глобальном уровне система классификации и маркировки химических веществ. Часть 2. Физические опасности. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 7 апрель 2013 года.
  11. ГОСТ 22.0.05-97 Безопасность в чрезвычайных ситуациях. Техногенные чрезвычайные ситуации. Термины и определения п. 3.3.12

Өҫтәлмә әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Андреев К. К., Беляев А. Ф. Теория взрывчатых веществ. — М., 1960.
  • Андреев К. К. Термическое разложение и горение взрывчатых веществ. — 2-е изд. — М., 1966.
  • Беляев А. Ф. Горение, детонация и работа взрыва конденсированных систем. — М.: Наука, 1968.
  • Косточко А. В., Казбан Б. М. Пороха, ракетные твёрдые топлива и их свойства. Учебное пособие. — Москва: ИНФРА-М, 2014. — 400 с. — (Высшее образование). — ISBN 978-5-16-005297-7.
  • Орлова Е. Ю. Химия и технология бризантных взрывчатых веществ. — 3-е изд. — Л., 1981.
  • Поздняков З. Г., Росси Б. Д. Справочник по промышленным взрывчатым веществам и средствам взрывания. — М.: «Недра», 1977. — 253 c.
  • 1. Взрывчатые вещества для снаряжения инженерных боеприпасов // Инженерные боеприпасы. Руководство по материальной части и применению. Книга 1. — Москва: Военное издательство Минобороны СССР, 1976. — С. 6.
  • Взрывчатые вещества // Советская военная энциклопедия. — Москва: Военное издательство Минобороны СССР, 1979. — Т. 2. — С. 130.
  • Fedoroff, Basil T. et al Enciclopedia of Explosives and Related Items, vol.1—7. — Dover, New Jersey: Picatinny Arsenal, 1960—1975.

Һылтанмалар

үҙгәртергә