Сарысаз-Тәкермән

(Һарыһаҙ Тәкермән битенән йүнәлтелде)

Сарысаз Тәкермән[2] (Тәкермән, Һарыһаҙ Тәкермән[3]; татар. Сарысаз Тәкермән, рус. Сарысаз-Такерман) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Сарысаз-Тәкермән
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Старо-Имянское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423373
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Сарысаз йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[5].

1766 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1744 йылда) Сарысаз-Тәкермән ауылы башҡорттары Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Айыт ауылына (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы) нигеҙ һала[6].

1848 йылда ауылда тимерлек; XX быуат башында — 2 мәсет, мәктәп, 3 хужалыҡ магазины, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән[5].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[4].

1795 йылда ауылда 72 башҡорт, 156 яһаҡлы татар һәм 18 типтәр; 1834 йылда — 208 башҡорт һәм 20 типтәр; 1859 йылда — 193 ир затлы башҡорт һәм 15 ир затлы типтәр; 1870 йылда — 472 башҡорт һәм 355 татар; 1912 йылда — 556 аҫаба башҡорт һәм 415 дәүләт крәҫтиәне (татарҙар) иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][5])
17951834187018971920192619381949195819701979198920022008
2462288371010923787627435349384297203250235

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 399. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Сарысаз-Тәкермән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 211-214. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. Әсфәндиәров Ә. З. Сарысаз-Тәкермән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.