Айытбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Айытбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Этимология
үҙгәртергәАйытбай (Айтбай) ғәрәп теленән үҙләштерелгән исем, башҡортса — айыт + бай (ир-ат исемдәре ялғауы); байрам көндө тыуған тигәнде аңлата[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҒүмәров Айытбай Әхмәт улы (26 ноябрь 1942 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, медицина фәндәре докторы, профессор (1987), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1991).
Фамилияла
үҙгәртергәАйытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт мәркәз шураһы һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы.
Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улы (рус. Аитбаев Хабутдин Хабрахманович; 1910-5.08.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 294-се кавалерия полкының 4-се эскадроны кавалерисы. Ҡыҙылармеец.
Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы (рус. Аитбаев Вали Мухаметович; 1908 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемётсы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙылармеец. Рядовой.
Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы (1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Атаһының исемендә
үҙгәртергәНәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (7 февраль 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-фольклорсы. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1999 йылдан — төп, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Топонимикала
үҙгәртергәАйтбай мәсете (ҡаҙ. Айтбай мешіті) — Ҡыҙылурҙа ҡалаһында боронғо мәсет. Ҡаҙағстан Республикаһының республика әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |