Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы
Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы (1922 йыл - ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2].
Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1922 |
Тыуған урыны | Мораҙым |
Вафат булған урыны | Байназар, Бөрйән районы |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАйытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында[1][3], икенсе сығанаҡтар буйынса Мораҙым ауылында[1][2] тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә[2]. Башҡорт атлы дивизияһы составында Воронеж, Белград, Трайборн, Сумы ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылда һуғышта алған яраларынан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм демобилизациялана. Ҡатыны Өмөямал менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Таһир, Рәфис һәм Рәмзиә. Ветеран Байназар аулында йәшәп, шунда вафат булып ҡала.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[1][3]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Не забыты их имена... (памяти воинов Великой Отечественной войны, призванных Бурзянским РВК, посвящается). Руководитель проекта Ахмедьянов Д.А. Редакционная коллегия: Вагапов А.Н., Давлетбердин С.Х.,Сагитов З.Г., Ишкильдин А.И. 2013 год. ББК 63.3(2)622.78
Һылтанмалар
үҙгәртергә- АЕТБАЕВ М. М.
- АЕТБАЕВ МУХАМЕТ МУРТАЗОВИЧ 2021 йыл 6 июнь архивланған.
- ВОИНЫ-КАВАЛЕРИСТЫ 112-ОЙ БАШКИРСКОЙ КАВАЛЕРИЙСКОЙ ДИВИЗИИ, ПРИЗВАННЫЕ БУРЗЯНСКИМ РВК 2021 йыл 3 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 АЕТБАЕВ М. М.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 ВОИНЫ-КАВАЛЕРИСТЫ 112-ОЙ БАШКИРСКОЙ КАВАЛЕРИЙСКОЙ ДИВИЗИИ, ПРИЗВАННЫЕ БУРЗЯНСКИМ РВК 2021 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 АЕТБАЕВ МУХАМЕТ МУРТАЗОВИЧ 2021 йыл 6 июнь архивланған.