Абдрахманов Барый Абдрахман улы

Абдрахманов Барый Абдрахман улы (28 декабрь 1916 йыл1 апрель 1996 йыл) — дәүләт һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың ХХII съезы делегаты.

Абдрахманов Барый Абдрахман улы
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары
 
Тыуған: 28 декабрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Белорет районы Татлы ауылы
Үлгән: 1 апрель 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (79 йәш)
Партия: КПСС
Белеме: КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
 
Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1966 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944 «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Барый Абдрахман улы Абдрахманов 1916 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы ауылында (хәҙерге Татлы/Белорецк-15 ҡасабаһы: Көньяҡ-көнбайыш микрорайон 54°03′ с. ш. 57°49′ в. д.HGЯO)тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, орден һәм миҙалдарға лайыҡ булған.

Хеҙмәт юлын урман ҡырҡыусы булып башлап, уҡытыусы һөнәре ала, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә. Шуға ла уны райондың комсомол комитетына эшкә саҡыралар. Һуғыштан һуң республиканың төрлө райондарында яуаплы вазифалар башҡара. Улы Зөфәр йәшләй вафат булып ҡала, ә Илдус Барый улы — Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы.

 
Барый Абдрахмановты 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләү ҡағыҙы

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Абдрахманов Барый Абдрахман улы хаҡлы ялға сыҡҡансы күп йылдар партия һәм дәүләт хеҙмәтендә яуаплы вазифалар биләгән. Уның Саҡмағош районында эшләгән сағын райондың хеҙмәт ветераны Зәки Вәли улы Кәримов бик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Тыныс холоҡло, ҡыҙып бармаҫ, әммә төплө яуаптары менән кешене урынына ҡуя белгән талапсан, эшмәкәр кеше ине, тигән хәтирәләре И. Б. Абдрахмановтың «Химик Абдрахманов лирикаһы» тигән китапҡа ингән. Уның яҡын туғаны, һөнәре буйынса хәрби хеҙмәткәр Әхмәтов Фәрит Ғәфәр улы хәтирәләре лә уның бик юғары шәхес икәнен күрһәтә:

Һуғыш алдынан ул ВЛКСМ-дың Белорет райкомының беренсе секретары итеп һайлана. Һуғыштың тәүге көндәренән ул фронтҡа һорай башлай. Тик уны башта Силәбе танк училищеһына ебәрәләр. Уны тамамлағас, ауыр танкыларҙа командир була, Төньяҡ-Көнбайыш һәм Украина фронттарында взводҡа етәкселек итә. МС-122 танкылары ротаһында комадир була. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн уға Ҡыҙыл Йондоҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары һәм бик күп миҙалдар бирелә…Һуғыштан һуңғы хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, «Почёт Билдәһе» ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.[1]

Барый Абдрахманов СССР Юғары Советына депутат итеп һайлана һәм 1962—1966 йылдарҙа Милләттәр советында эшмәкәрлек алып бара , 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының секретары булып эшләй.

Салауат районы исеме һаҡланып ҡалыуы

үҙгәртергә

1951 йылдан Барый Абдрахманов Салауат районында КПСС район комитетының беренсе секретары булып эшләй башлай. Шул осорҙа Салауат Юлаев был районда түгел, ә Нуриман районының Тәкәй ауылында тыуған тигән фараздар ишетелә башлай. Бәхәстәр ҡуйыра башлағас, мәсьәләне КПСС Өлкә Комитетында ҡарарға хәл итәләр. Был ултырышҡа Салауат районынан Салауаттың биографияһын да, төбәк тарихын да яҡшы белгән, восстание үткән ерҙәрҙең картаһын төшөргән ифрат мәғлүмәтле Хәйрулла Дилмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов менән бара Барый Абдрахман улы. Нуримандан иһә алтмыштан ашыу кеше килгән була.

Иң элек һүҙҙе тарих буйынса фән докторҙары, кандидаттары ала, Нуриман районы вәкилдәре ала. Улар Салауат Юлаев Нуриман районында тыуған тип иҫбатларға тотона. Сығыштар оҙаҡҡа киткәс, Барый Абдрахмановтың үтенесе буйынса һүҙ Хәйрулла Ҡолмөхәмәтовҡа бирелә. Ул әҙерләгән карталарын элеп ҡуйып, сәғәт ярымдан ашыу һөйләй. Һүҙен туҡтатҡас та әле нуримандар һорауҙар бирә торғас, йәнә бер сәғәт ваҡыт үтеп китә. Сығыш инандырырлыҡ була. Өлкә Комитет башҡаса бындай бәхәстәр ҡуҙғатмаҫҡа тигән ҡарар сығара. Шул рәүешле башҡорт ҡаһарманының тыуған ауылы тулыһынса иҫбатлана һәм райондың исеме һаҡланып ҡала[2]

1952 йылдың 7 октябрендә район үҙәге Малаяҙҙа Салауат Юлаевҡа 200 йәш тулыу айҡанлы ҡаһармандың бюсы ҡуйыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

2021 йылдың февралендә Межгорье ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Барый Абдрахман улы Абдрахманов исеме бирелде[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Абдрахманов И. Лирика химика Абдрахманова. — Уфа: Гилем, 2012. − 41—52 б.
  • Ахметов Фарит. Наши погоны. — Уфа: Китап, 2009. — 57—63 б.

Һылтанмалар

үҙгәртергә