Ғөшөр
Ғөшөр (унынсы өлөш) — Исламда күп мәғәнәгә эйә төшөнсә, ундан бер өлөш һалым йәки йыйым, төшөмдөң ундан бере.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғөшөр- мосолмандарҙа ярлылар файҙаһына алына торған саҙаҡа. Ул үҫтерелгән йәшелсә -емештән, умарталыҡ тотҡан кешенең балынан алына. Ул бөтә уңыштың ундан бер өлөшөн тәшкил итергә тейеш. Бирелгән хәйерҙең күләме биреүсенең үҙенең ихтыярында, ни тиклем күберәк бирһәң, шул хәтле сауабы күберәк була. Бында ҡул менән һыу ташып һибеп үҫтерелгән йәшелсә инмәй. Ғөшөрҙөң зәкәттән айырмаһы шунда: ғөшөр алынған уңыштан бирелһә, фытыр саҙаҡаһы ғаилә иҫәбенән, йәғни йән башынан бүленгән хәйер. Ғөшөр Ислам дине тотҡан илдәрҙә дәүләт ҡаҙнаһына бирелә, ә Рәсәйҙә элек һәм хәҙерге заманда ярлыларға таратыла, руханиҙарға, мәҙрәсәлә уҡыған шәкерттәргә бирелә.
Ғөшөр түләү мотлаҡлығы Ҡөрьәндә, Сөннәттә раҫланған һәм ислам ғөләмәләре тарафынан да фәтеүә сығарылған (иджмә)[1]:
Ул — терәүҙәрҙә һәм терәүһеҙ үҫә торған баҡсаларҙы бар ҡылды, һәм төрлө емешле хөрмә ағастарын һәм төрлө орлоҡло игендәрҙе, һәм зәйтүнде, һәм анарҙы — оҡшаш һәм оҡшаш түгелдәрен. Улар емеш биргәс, емештәрен ашағыҙ, һәм урған саҡта тейешлеһен түләгеҙ, тик исраф ҡылмағыҙ. Ысынлап та, Ул исраф ҡылыусыларҙы яратмай! |
Саҙаҡа биреү тураһында: сиктән сыҡмағыҙ, йәғни ҡулығыҙҙағы нәмәнең һәммәһен бер юлы биреп бөтөрөп, үҙегеҙ аптырап ҡалмағыҙ. Шулай уҡ - һаранлыҡта сиктән сыҡмағыҙ, тип әйтеү ҙә. Аллаһы Тәғәлә белеүсерәк.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Перейти к:1 2 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 248
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большаков О. Г. Ушр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 247-248.
- Али-заде, А. А. Ушр (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.