Әҡсән (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Әҡсән — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәӘҡсән ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Бик яҡшы, бик матур, һәйбәт; күркәм кеше тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәМөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (17 октябрь 1895 йыл — 14 ноябрь 1938 йыл) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. 1925—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы[1] (1935—1938). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы (17 декабрь 1928 йыл — 27 декабрь 2000 йыл) — нефтсе. 1952—1987 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында быраулаусы, мастер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (1998).
Хәлилов Әҡсән Насретдин улы (14 август 1959 йыл) — педагог, шағир. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы.
Зөбәйҙуллин Әҡсән Ғимран улы (1915 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙыларармеецы.
Яҡшымбәтов Әҡсән Хәсән улы (18 октябрь 1928 йыл — 6 ноябрь 2018 йыл) — Сибай руднигының элекке быраулаусыһы, бригадиры, газ һәм электр менән эретеп йәбештереүсеһе. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |