Хәлилов Әҡсән Насретдин улы

Хәлилов Әҡсән Насретдин улы (14 август 1959 йыл) — педагог, шағир. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы . 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы.

Әҡсән Хәлилов
Хәлилов Әҡсән Насретдин улы
Тыуған көнө:

14 август 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы 1-се Кинйәбыҙ ауылы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, педагог

Наградалары:

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.

Биографияһы үҙгәртергә

Әҡсән Насретдин улы Хәлилов 1959 йылдың 14 авгусында Көйөргәҙе районы 1-се Кинйәабыҙ ауылында тыуған. Башланғыс мәктәптән һуң Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә (бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) белем ала, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһында уҡытыусы, мәктәп директоры, Стәрлетамаҡ ҡалаһында сыҡҡан «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәрирре булып эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы В. И. Ленин исемендәге лицей—интернатта директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2013 йылдан Стәрлетамаҡ В. И. Ленин исемендәге 2 -се һанлы лицей-интернатта педагог-тәрбиәсе. 2018 йылдан алып Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы рәйесе. Биш китап авторы.

Китаптары үҙгәртергә

  • «Хөкөмдар»,1993 йыл, Өфө
  • «Һағауыл», 2004 йыл, Өфө
  • «Өмөтдар», 2017 йыл, Өфө
  • Күҙлекле өкө" (Балалар өсөн) 2008 йыл, Өфө
  • «Ҡуласала» 2001 йыл, Стәрлетамаҡ

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Һылтанмалар үҙгәртергә