Яҡшымбәтов Әҡсән Хәсән улы

Яҡшымбәтов Әҡсән Хәсән улы (18 октябрь 1928 йыл — 6 ноябрь 2018 йыл) — Сибай руднигының элекке быраулаусыһы, бригадиры, газ һәм электр менән эретеп йәбештереүсеһе. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.

Әҡсән Хәсән улы Яҡшымбәтов
Тыуған көнө

18 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны[1]2-се Моҡас ауылы

Вафат булған көнө

6 ноябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны

Сибай

Биографияһы үҙгәртергә

Әҡсән Хәсән улы Яҡшымбәтов 1928 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) 2-се Моҡас ауылында тыуған. Башланғыс мәктәп белемен алғас, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, колхозда эшләй башлай. Әсәһе иртә үлеп ҡала, атаһы фронтҡа китә. Ғаиләлә унан башҡа биш бала ҡала. 1949—1952 йылдарҙа Ҡытайҙың Порт-Артур ҡалаһында хеҙмәт итеп ҡайта. 1953 йылда Сибай карьерына быраулау станогына машинист булып урынлаша. Ул етәкләгән бригада яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәтә. Аҙаҡ газоэлектросващик булып эшләй.

1965—1968 йылдарҙа Үҙәк металлургия сәнәғәтенең эшселәре профсоюзы, металлургия сәнәғәте эшселәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы була.

Әҡсән Хәсән улына шефлыҡ алған мәктәптәге эшмәкәрлеге өсөн Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы тапшырыла. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәте өсөн Бөйөк Еңеүҙең 30, 40, 50, 60, 70 йыллығына арналған миҙалдар менән бүләкләнә.

Ҡатыны Сәғилә Мөхәмәт ҡыҙы менән алты бала үҫтерәләр.

2018 йылдың 6 ноябрендә Сибай ҡалаһында вафат була, Баймаҡ районының 1-се Моҡас ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.
  • Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрылығының Почёт грамотаһы.
  • Бөйөк Еңеүҙең 30, 40, 50, 60 һәм 70 йыллығына арналған миҙалдар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Янтилин С. Коммунисты и новая техника // Сибайский рабочий : газета. — 1968. — № 48. — С. 2.
  • Данилов В. Вахта скалопроходчиков // Сибайский рабочий : газета. — 1969. — № 19. — С. 1.
  • Хамитов Х. Ҡалаға нигеҙ һалған комбинат (ISO 086) // Ватандаш : журнал. — 1998. — № 8. — С. 29.
  • Иҙрисова Г. Яугирҙәрҙе онотмайыҡ (ISO 086) // Атайсал : газета. — 2015. — № 73—74. — С. 5.
  • Хамитов Х. Слово о горняках Сибая. — Сибай: ГУП «Сибайская городская типография» РБ, 2005. — С. 48.

Һылтанмалар үҙгәртергә