Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы
Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы (13 ноябрь 1925 йыл — 15 апрель 2001 йыл) — партия, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы. 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем — журналистика кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының (1977) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1981) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Вафат көнө | |||||
Вафат урыны | |||||
Ил | |||||
Альма-матер |
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
Филология фәндәре докторы, 1975 | ||||
Ғилми исеме |
профессор | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Биографияһы
үҙгәртергә- Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы 1925 йылдың 13 ноябрендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Бәләкәй Өстүбә ауылында[1] тыуа.
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
- 1951 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
- 1954 йылдан алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре.
- 1957 йылдан БАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары.
- 1958 йылдан башлап КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетының бүлек мөдире.
- 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй: 1989 йылға тиклем проректор, 1992 йылға тиклем журналистика кафедраһы мөдире.
- 2001 йылдың 15 апрелендә Өфөлә вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒәйнуллин Миҙхәт Фазлый улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт драматургияһы һәм театр сәнғәте үҫеше тарихына арналған. Публицистика жанрында эшләй. Профессор Ғайса Хөсәйенов менән авторҙашлыҡта «Башҡорт совет яҙыусылары» (1967), «Писатели советской Башкирии» (1969) биобиблиографик белешмәләре, «Башҡорт драматургияһы антологияһы» йыйынтығы (1984), «Драматургия С. Мифтахова») («С. Мифтахов драматургияһы»)(1959), «Ысынбарлыҡ, Конфликт. Характер»(1974) һәм «Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары» (1985) монографиялары авторы булараҡ, М. Ф. Ғәйнуллин — башҡорт әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалим. Ул шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре автор-төҙөүселәренең береһе. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХеҙмәттәре
үҙгәртергә- Драматургия С. Мифтахова. — Уфа, 1959.
- Башҡорт совет яҙыусылары (авторҙаш). — Өфө, 1967.
- Писатели советской Башкирии (авторҙаш). — Уфа, 1969.
- Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер. — Өфө, 1974.
- Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары. — Өфө, 1985.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Бүздәк районы, Бәләкәй Өстүбә ауылы.
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.