Бәхтизин Әхтәм Мөсәлим улы

(Әхтәм Бәхтизин битенән йүнәлтелде)

Бәхтизин Әхтәм Мөсәлим улы (21 ғинуар 1897 йыл[1]15 август 1943 йыл) — беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—1922 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларҙы юҡ итеүҙә, Хәсән күле буйындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Уҡсылар дивизияһы командиры (1943), полковник (1939). 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Георгий тәреләре, ике Ҡыҙыл Байраҡ (1918, 1940) һәм 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары кавалеры.

Әхтәм Мөсәлим улы Бәхтизин
Тыуған ваҡыты

21 ғинуар 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Үрге Аташ ауылы

Үлгән ваҡыты

15 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (46 йәш)

Вафат урыны

Брянск өлкәһе Карачев ҡалаһы,

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хәрби звание

полковник

Часть

323 сд

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы,
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Рәсәй империяһы бүләктәре:

1 дәрәжәләге Георгий тәреһе
1 дәрәжәләге Георгий тәреһе
2 дәрәжәләге Георгий тәреһе
2 дәрәжәләге Георгий тәреһе
3 дәрәжәләге Георгий тәреһе
3 дәрәжәләге Георгий тәреһе
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхтәм Мөсәлим улы Бәхтизин 1897 йылдың[1] 21 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы) Үрге Аташ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт[2].

15 йәшенә ҡәҙәр тыуған ауылында йәшәй: ҡышын мәҙрәсәлә белем ала, йәйҙәрен атаһы менән бергә көтөү көтә. 1910—1915 йылдарҙа Себер һәм Урал заводтарында, шахтала эшләй[3].

Беренсе донъя һуғышы осоронда, 1915 йылдан 1917 йылға тиклем рус армияһында Көнбайыш фронтта лейб-гвардия Семёновск һәм 304-се пехота полкында хеҙмәт итә. Өлкән унтер‑офицер званиеһын ала, 1-се, 2-се, 3-сө һәм 4-се дәрәжәләге Георгий тәреһе ордены менән бүләкләнә[4].

1917 йылдың ноябрендә 16-сы уҡсылар дивизияһының хәрби-революцион штабында хеҙмәт итә. Пулемёт командаһы начальнигы итеп тәғәйенләнә, Псков һәм Нарва янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1918 йылдың апрелендә яралана, Өфө хәрби-инструкторҙар мәктәбенә уҡырға керә. Аҙаҡ тыуған ауылына ҡайта, Ҡыҙылдар дружинаһын ойоштора һәм тиҙҙән Чеверев отрядына ҡушыла[3]. 1918—1922 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия составында Көнсығыш, Көньяҡ һәм Төркөстан фронттарының 247-се, 203-сө, 18-се һ.б. уҡсылар полкында, ә 1923 йылдан Өфөнөң 100-сө уҡсылар полкында хеҙмәт итә[4]. Ижевск һәм Екатеринбург ҡалалары өсөн алыштарҙа, 1921—1922 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларҙың ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә ҡатнаша. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1926 йылдан — ВКП(б) ағзаһы[2].

1927—1930 йылдарҙа һәм 1931—1933 йылдарҙа Ҡазанда Татар республикаһы советтары үҙәк башҡарма комитеты исемендәге Берләшкән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә уҡыта. 1930 йылда Мәскәүҙәге «Выстрел» РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу-тактика курстарын тамамлай[4].

1933 йылдан Алыҫ Көнсығышта Благовещен нығытылған районының 107-се айырым уҡсылар батальоны командиры булып хеҙмәт итә. 1938 йылғы Хәсән күле буйында совет-япон ҡораллы бәрелештәрендә ҡатнаша, 169-сы уҡсылар полкы командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 1939 йылдың авгусынан Ҡазандағы 284-се уҡсылар полкы командиры вазифаһын үтәй. 1939 йылдың декабренән 1940 йылдың авгусына ҡәҙәр Төньяҡ-Көнбайыш фронттың (1940 йылдың мартынан Карелия айырым хәрби округының) 9-сы армияһы 163-сө уҡсылар дивизия 662-се уҡсылар полкы командиры булып совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1940 йылда Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[4].

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, башта 1941 йылдың июненән Баш главнокомандование ставкаһы эргәһендәге контроль төркөмөндә хеҙмәт итә. Аҙаҡ 1943 йылдың уртаһынан — Көнбайыш, ә шул уҡ йылдың июленән Брянск фронттарының 11-се армияһы 323-сө уҡсылар дивизияһы командиры була. 1943 йылда 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

1943 йылдың сентябренә полковник Бәхтизин етәкселегендә 323-сө уҡсылар дивизияһы Брянск ҡалаһын азат итергә әҙерләнә. 1943 йылдың 15 авгусында дивизия командиры полковник Әхтәм Мөсәлим улы Бәхтизин батырҙарса һәләк була[3]. Карачев ҡалаһы зыяратында ерләнә.

 
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены бүләкләү ҡағыҙы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡатыны — Фатима Саях ҡыҙы. Ҡыҙы — Луиза, улдары — Владилен һәм Герц.

  • Үрге Аташ ауылында (скульпторы З. Р. Басиров) һәм Карачев ҡалаһында уға — һәйкәлдәр, Карачев ҡалаһының М. Горький исемендәге мәктәп бинаһына уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ҡазан ҡалаһы Совет районы урамдарының береһенә уның исеме бирелгән[6].
  • М. Ғиләжевтың В. Ҡазыханов һүҙҙәренә яҙылған «Бәхтизин» йыры бағышланған. В. Исхаҡов үҙенең башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан «Яланғас ҡылыстар» (рус. «Бахтизин») романын уға арнай[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1895 йылда
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Наградной лист к ордену «Отечественной войны I степени» // «Халыҡ хәтере» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1775, л. 33)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Узиков Ю. А. Бәхтизин тигән комдив булған (башҡ.). «БАШвестЪ» (17 август 2005). Дата обращения: 5 май 2016. 2017 йыл 26 апрель архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Исхаҡова В. В. Бәхтизин Әхтәм Мөсәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Трофимова С. Часть первая. Луиза // Женщины на грани… (рус.) // Брянская тема : журнал. — 2013. — № 9 (71).
  6. Ахтям Бахтизин: легенда и душевный человек. Телерадиокомпания «Казань» (17 май 2013). Дата обращения: 5 май 2016. 2014 йыл 4 апрель архивланған.
  • Исхаҡов В. Ҡындан hурылды ҡылыстар. — Өфө, 1968.
  • Исхаков В. Бахтизин. — Уфа, 1982. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә