Әхмәт әт-Тижәни
Мәүләнә Әхмәт ибн Мөхәммәт әт-Тижәни әл-Мәғриби (ғәр. أحمد التجاني;рус. Ахмад ат-Тиджани; Ғәин Мәди, хәҙ. Алжир — 1815, Фәс, хәҙ. Марокко) — суфый шәйехе, тижәниә тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы.
Әхмәт әт-Тижәни | |
ғәр. أبو العباس أحمد التيجاني | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Тыуған көнө | 1737 или 1738 |
Тыуған урыны | Аин Мади[d], Лагуат[d], Алжир |
Вафат булған көнө | сентябрь 1815[2] |
Вафат булған урыны | Фәс (ҡала), Марокко |
Һөнәр төрө | дин белгесе, Мөршид |
Эшмәкәрлек төрө | суфыйлыҡ |
Уҡыусылар | Sidi Tahar al-Tlemcenî[d] |
Мәзһәб | Мәлики мәҙһәб |
Әхмәт әт-Тижәни Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәт әт-Тижәни 1737 йылда Алжирҙың көньяғында тыуған. Ул тижән ҡәбиләһенең бай булмаған бербер ғаиләһенән сыҡҡан. 15 йәшкә тиклем етем ҡалған. Дини фәндәрҙе өйрәнгән, суфый тәриҡәттәре менән бәйле булған[3].
1781—1782 йылдарҙа ул үҙенең дәғүәтен Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән бойондороҡһоҙ тәриҡәтен булдырырға рөхсәт — «нәсихәт» алғанын раҫлауҙан башлай. Әбү Смәғүн оазисында төпләнеп, әт-Тижәни әүҙем дәғүәт алып бара башлай[3]. 1789 йылда ул үҙенең эйәрсендәре менән бергә Фәскә күсеп килә, унда вафатына тиклем йәшәй. Унда урындағы халыҡтың һәм башҡа суфый берләшмәләренең дошмани мөнәсәбәтенә дусар була, әммә нығынып китә ала, зәүиә төҙөй. Унан тәриҡәттең йоғонтоһо Мәғрибтең башҡа төбәктәренә лә тарала. Тижәни вариҫы итеп Али әт-Тәмәсиниҙе тәғәйенләй, әммә күп йыллыҡ көрәштән һуң етәкселекте әт-Тижәниҙең ике улы үҙ ҡулына ала[4].
Тәғлимәте
үҙгәртергәӘхмәт әт-Тижәни шәкерттәренә башҡа шәйехтәргә ант (бәйғәт) биреүҙе, уларҙың бәрәкәте һәм шәфәғәте менән файҙаланыуҙы тыйған. Алмашҡа ул уларға ҡиәмәт көнөндә ҡотолоу һәм үҙенең ҡурсыуын вәғәҙә итә[3]
Әхмәт әт-Тижәни уларҙан заһитлыҡ һәм айырымланыу талап итмәй, тыныс зекер индерә, башҡа суфый шәйехтәре һәм тәриҡәттәренең "изге урындары"на зыярат ҡылыуҙы тейешһеҙ тип һанай. Тижәни ҡараштарында башҡа суфый аҡыл эйәләренең (Ибн әл-Ғәрәби һ.б.) көслө йоғонтоһо һиҙелә. Ул үҙен "юғары ҡотоб " һәм «Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәтеме» (хәтем әл-виләйә әл-Мөхәммәҙиә) тип иғлан итә. Әхмәт әт-Тижәни үҙен абсолют хатаһыҙ тип иғлан итеп ортодоксаль сөнни ислам күҙлегенән рөхсәт ителмәгән ғәмәл ҡыла [3]. Ул рухи күсәгилешлек сылбыры — силсиләнән баш тарта , үҙенең үәрде — тәғлимәте һәм доғалары туранан-тура Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән алынған тип белдерә. Тәриҡәт ағзалары үҙҙәрен һайланмыш тип һанай һәм үҙҙәрен башҡа мосолмандарҙан өҫтөн ҡуя, был шулай уҡ исламдың башҡа йүнәлештәре вәкилдәре яғынан ҡаты тәнҡит тыуҙыра[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- ↑ Aḥmad Tijānī // LIBRIS — Национальная библиотека Швеции.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Али-заде, 2007
- ↑ 4,0 4,1 Колодин А.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Тиджаниты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Колодин, Александр ат-Тиджания . Культура веры. Путеводитель сомневающихся. Дата обращения: 11 ғинуар 2014.