Әхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы
Әхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы (10 март 1908 — ?) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты, капитан[1][2][3].
Әхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 10 март 1908 (116 йәш) |
Тыуған урыны | Үрге Сәрҙек, Татар-Олҡан ауыл Советы, Туймазы районы |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] һәм Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы 1908 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Үрге Сәрҙек ауылында тыуған[1][2][3].
Ҡыҙыл Армияға 1932 йылдың 1 декабрендә Өфө ҡалаһының Өфө район хәрби комиссариаты (икенсе мәғлүмәт буйынса Архангель район хәрби комиссариаты) тарафынан саҡырыла. Хеҙмәт иткән частәре: Түбәнге-Илим район хәрби комиссариаты, Иркутск өлкәһе, БАССР Дәүләт хәүефһеҙлеге Министрлығы[1][2]. Бөйөк Ватан һуғышында 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы штаб начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[3].
1943 йылдың 31 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре 19.09.1943-28.09.1943; подразделениеның 1943 йылдың 31 октябрендәге 22/н һанлы бойороғо)[1].
СССР Юғары Советы Президиумы 1945 йылдың 19 ғинуарында «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләй (бүләкләүҙәр картотекаһы, шкаф 6, 3-сө йәшник)[1]. Әхмәтшин Кәшфулмәғән Әхмәтзакир улы шулай уҡ орденами Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.11.1954), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.11.1947), «1941 — 1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (09.05.1945) менән бүләкләнә[1][2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1947),
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954)
- «1941 — 1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (09.05.1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Память народа. Ахметшин Кашфулмаган Ахметзакирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Кашфулмаган Ахметзакирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Ахметшин Кашфулмаган 2021 йыл 24 июнь архивланған.