Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатыИшембай ҡалаһының муниципаль бюджет дѳйѳм белем биреү учреждениеһы. Ҡаланың иң абруйлы мәғариф учреждениеларының береһе. Беренсе тапҡыр тулы булмаған урта башҡорт мәктәбе 1935 йылда иҫкә алына. 1937 йылдан башлап, 3-сө башҡорт урта мәктәбе, 1961 йылдан — 2-се интернат-мәктәп. 1992—2012 йылдарҙа — Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты. Зәки Вәлиди исемендәге гимназияла даими рәүештә «Вәлиди уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙа[1] «Мѳғжизәле шашка» ярышында бер нисә тапҡыр еңеүсе була. Башҡорт гимназияһында шашка буйынса олимпия резервының Ишембай мәктәбе филиалы эшләй. Гимназияны тамамлаусылар араһында донъяның иң көслө шашка уйынсылары бар.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернаты
Нигеҙләнгән

1937

Директор

Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин

Тип

гимназия-интернат

Адресы

453200, Рәсәй флагы, Башҡортостан, Ишембай ҡалаһы, Совет урамы, 72

Сайт

http://brgi.ucoz.ru/

Языки

Башҡорт теле, урыҫ теле, Инглиз теле, Ғәрәп теле

Башкирская республиканская гимназия-интернат № 2 им. Ахметзаки Валиди

Әлеге ваҡытта Әхмәтзәки Вәлиди исемен йөрөткән 2-се Башҡорт гимназия-интернатының тарихы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 30 километр алыҫлыҡта ятҡан Ишембай, Бурансы ауылдары янындағы 702-се,703-сө вышкаларҙан нефть атыла башлауы менән бәйле. Нефть промыслалары янында нефтселәрҙең ҡасабалары барлыҡҡа килә. Нефть промыслаларына иң яҡын мәктәптәр Иҫке Ишембай, Көҫәпҡол, Бурансы ауылдарында була. 1932 йылдың йәйендә, 29 июлдә, әлеге Блохин урамында башланғыс мәктәп асыла. 5-7 класс уҡыусыларын көн дә Стәрлетамаҡ ҡалаһына йөк машинаһында йөрөтәләр.

1935 йылдың 25 февралендә Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлеге мөдире Урманов яҙған 160-се бойороҡҡа ярашлы рус мәктәбендә 1-сенән 7-се класҡа тиклем берәр комплект башҡорт һәм татар кластары булдырыла. 1934-35 уҡыу йылы аҙағына мәктәптә 14 башҡорт һәми татар класы була. Башҡорт мәктәбен асыу тураһындағы документ һаҡланмаған.

 
Ишембай ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәбе (хәҙерге 2-се БГИ)

Стәрлетамаҡ район мәғариф бүлегенең 1936 йылғы документтарында башҡорт мәктәбе иҫкә алына. «Башкирская вышка» гәзитендә (1936 йыл 24 апрель, № 55) журналист Старостин : «Тулы булмаған урта башҡорт мәктәбенең уҡыусылары хәрби уҡыуҙы һәм ялды һәйбәт итеп ойошторған»,- тип яҙған. Тимәк, 1935 йылдың 1 сентябрендә башҡорт мәктәбе асылған. Башҡорт мәктәбе Геология урамында әлеге НГДУ «Ишембайнефть» булған урында, рус мәктәбенә ҡаршы бинала булған. Рус мәктәбендә уҡыған Бикбулатов Дуглас Насир улы иҫләүенсә, уның әсәһе, Бикбулатова Зәкиә Зариф ҡыҙы (Смаҡайҙа ла уҡытҡан) юл аша ғына башҡорт мәктәбендә эшләгән. 1937 йылдың башына уҡыусылар һаны бик ныҡ артҡан, ҡасаба етәкселәре яңы мәктәп төҙөүҙе ҡайғырта башлай. Иҫке Ишембай (Левый берег)балалары айырым мәктәптә уҡыған. Ишембай район мәғариф бүлегенең 1937 йылдың 14 июлендәге 1-се һанлы приказына ярашлы ҡасабала яңы мәктәптәр асыла (1, 2, 3, 4, 6, 7, 8, 9, 13, Аллағыуат мәктәбе).

1937 йылдың 17 майында Стәрлетамаҡ төҙөлөш контораһы эшселәре мәктәп бинаһын төҙөй башлай. Был Ишембай ҡасабаһындағы иң тәүге үҙ ҡаҙанлығы аша үҙәк йылытыу системаһы булған, һыу үткәрелгән, вентиляциялы, электр лампалары менән яҡтылыған беренсе кирбес бина була.

Эшселәр икешәр смена эшләп, мәктәпте 1937 йылдың 3 ноябренә өлгөртәләр. Әҙер кластарҙа уҡыу 4 сентябрҙә үк башлана. Мәктәп 3-сө һанлы урта мәктәп булып йөрөй. Уның директоры итеп Арыҫланов Ибраһим Ғариф улы тәғәйенләнә. 1937 йылдың декабрендә уны был вазифала Мусин Вахит Мөхәмәт улы алмаштыра һәм 1940 йылға хәтле эшләй. 1940 йылдың 19 октябрендә (104-се бойороҡ) Буранғолов Фәхрей Таһир улы мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. 1940 йылдың башында Ишембайҙа инде 17 мәктәп була, башҡорт мәктәбе латин алфавитынан кириллицаға күсә.

Тәүге уҡытыусылары

үҙгәртергә

Арыҫланов Ибраһим Ғариф улы — математика уҡытыусыһы; һуғыш ветераны

Мөслимов — математика; 1941 йылда һуғышҡа китә

Ғиләжев К. Л. — тарих;1941 йылда һуғышҡа китә

Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы — тарих. Һуғыш ветераны

Хисмәтуллина Р. Г. - башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Башкирёва Полина Трофимовна — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Сәфәров - физика уҡытыусыһы,һуғыш ветераны;

Ғәлимов А. Н.- математика,

Ураҙбаева Сәрүәр Талип ҡыҙы - биология уҡытыусыһы;

Хәлитов Хәмит Исмәғил улы - физика, математика.

Ҡарамышева Мәрғизә Салауат ҡыҙы- немец теле;

Туктамышев Мөхәммәт Фәхретдин улы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Һуғыш ветераны

Ҡарамышев Лотфулла Абдулла улы -башҡорт теле һәм әҙәбиәте;һуғыш инвалиды

Арыҫланова Шафиға Имаметдин ҡыҙы- математика;

Сәйфетдинов Ғариф Хәлиулла улы- физкультура, военрук.Һуғыш ветераны

1941 йылдың 20 июнендә сығарылыш кисәһе була,ә 22 июндә һуғыш башлана. 11 уҡытыусы, юғары класс егеттәре һуғышҡа китә.

 
1941 йылғы сығарылыш уҡыусылары. Һулдан өсөнсө Хисмәтуллин Ғ.Ғ., директор Буранғолов Фәхрей Таһир улы, уңдан икенсе Дәүләтшина Гөлсирә

Уҡытыусылар Ғиләжев, Сәфәров, Росляков, Кожуров, Платонов, Улумбеков, завуч Мөхәмәтйәнов, элекке мәктәп директоры Мусин Вәхит Мөхәмәт улы һуғышта вафат була. Һуғыш ваҡытында бик күп балалар, кейем, аҙыҡ, транспорт булмау сәбәпле уҡыуҙы ташлай.

Фронтҡа киткәнсе, 1942 февраленән мартҡа хәтле Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы, март- июнь айҙарында Туҡтамышев Мөхәммәт Фәхретдин улы директор булып эшләй.Нагаева Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы директор вазифаһын ҙур тырышлыҡ һалып,1949 йылға тиклем башҡара . 1942 йылда 10 кластан һуғышҡа киткән егетттәрҙең береһе лә кире әйләнеп ҡайтмай.

Мәктәптә дәрестәр Геология урамындағы ике ҡатлы ағас бинала бара,ә Совет урамындағы кирбес бинала 2606- сы һанлы эвакогоспиталь була. 1944 −1946 йылдарҙа был бинала әсиргә төшкән немец һалдаттары өсөн 5920-сы айырым госпиталь була.Әсирҙәр араһында итальяндар, чехтар, венгрҙар, поляктар, румындар, Австрия немецтары ла була.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан уҡытыусылар һәм уҡыусылар

үҙгәртергә

Һуғышта вафат булған уҡытыусылар:

  • Ғиләжев,
  • Сәфәров,
  • Росляков,
  • Кожуров,
  • Платонов,
  • Улумбеков,
  • завуч Мөхәмәтйәнов,
  • элекке мәктәп директоры Мусин Вәхит Мөхәмәт улы

Һуғыштан Еңеү менән ҡайтҡан уҡытыусылар:

  • Арыҫланов Ибраһим Ғариф улы, математика
  • Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы, тарих
  • Сәйфетдинов Ғариф Хәлиулла улы, физкультура
  • Ҡарамышев Лотфулла Абдулла улы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Һуғышта вафат булған уҡыусылар:

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

1949 йылдан мәктәп директоры булып, Мәҡсүтов Ләбиб Абдулла, завуч булып Үтәғолов Мансур Хәбиб улы эшләй.

1952 йылда биология уҡытыусыһы Хаҡбирҙин Хөсәйен Ғаббас улы етәкселегендә уҡыусылар 1954 йылда Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашалар.

1955 йылда Мөхөтдинов Рәшит Ғирфан улы директор, Кәримова Сәлисә Сафа ҡыҙы (Мостай Кәримдең бер туған һеңлеһе) уҡыу- уҡытыу бүлеге мөдире (завуч) итеп тәғәйенләнә.1957-58 уҡыу йылында мәктәп төп фәндәрҙе башҡорт телендә уҡытыуға күсә .

1958 йылда директор булып Хисмәтуллин Ғабдрахман Ғәбит улы эшләй башлай, 1959 йылда мәктәптә спортзал төҙөлә.1961 йылдың июлендә БАССР Министрҙар советы ҡарары менән мәктәп интернат-мәктәпкә әйләнә, 400 урынлыҡ дөйөм ятаҡ, 1964 йылда мәктәпкә төкәтеп, өс этажлы яңы бина төҙөлә. 1960- 1961 уҡыу йылынан 1964 йылға тиклем 11 класс уҡытыу системаһы, ә 1964 йылдан яңынан 10 класс системаһы индерелә.

Мәктәп уҡытыу- тәрбиә эштәре буйынса иң алдынғылар рәтендә була. Хәрби патриотик тәрбиә эшен мәктәптең башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен уҡытыусылар Шәрәфетдинов Нариман Абдулла улы (1970 башы- 1976)(рухы алдында уҡыусылары баш эйә), Богданов Рауил Хәбиб улы ()юғары кимәлдә алып бара.

1969- 1980 йылдарҙа директор вазифаһында сығышы менән Баймаҡ районынан булған Ҡәйепов Ғәниулла Шәрифулла улы (1929-2017) эшләй. Был йылдарҙа мәктәптә республиканың төрлө райондарынан йыйылған балалар менән бер рәттән ҡала һәм яҡын тирәләге ауыл балалары уҡый.

1992 йылда Юрматы башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы, мәктәп директоры М.Өмөтбаев тырышлығы менән мәктәп 2-се һанлы Башҡорт республика гимназия-интернаты статусын ала, 1993 йылда гимназияға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.

1994 йылда директор Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы тәҡдиме менән шашка түңәрәге эшләй башлай.2-се һанлы интернат-мәктәп шашка уйынсылары даны бөтә донъяға билдәле (Тамара Танһыҡҡужина, Олеся Абдуллина, Айнур Шәйбәков, Алия Әминева,Руфина Әйүпова һәм башҡалар).

1998 йылда 2-се БРГИ Бөтә Рәсәй « Матур мәктәп — 21 быуат мәктәбе» конкурсында икенсе урын яулай.

2004—2005 йылдарҙа мәктәпкә һәм ятаҡҡа тулы реконструкция яһала, Бульвар урамы яғында яңы бина төҙөлә. Гимназияла 300 урынлыҡ ике ятаҡ, 30 уҡыу кабинеты, тамаша залы, ике спортзал, ашхана бар.

2012 йылда ҡаланың 8 мәктәбен ҡушыу сәбәпле, мәктәптән республика гимназияһы статусы алына. 1-5 класс уҡыусылары Стаханов урамындағы 99-сы һанлы бинала уҡый башлай (элеккеге 10 -сы урта мәктәп).

Мәктәпте 4 меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған. Гимназия-интернат 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты менән бүләкләнгән. Уҡытыусылар араһында Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты менән бүләкләнеүселәр бар (Аҙнабаева Г. Ш.- башҡорт теле; Әйүпов Р. Р.- башҡорт теле, Мәҡсүтова Ф. С. — башҡорт теле, Ғүмәрова З. М.- география, Йосопова С. Г.- рус теле һәм әҙәбиәте һ.б.)

Мәктәптә музей булдырылған. Бында Әхмәтзәки Вәлиди эшмәкәрлеген, мәктәп тарихын яҡтыртҡан материалдарҙы күрергә була.

Мәктәп музейы 1993 йылда асыла. 2006 йылда мәктәп музейы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған Республика музейҙар конкурсында «Тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау» номинацияһында еңеп сығып, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Дипломына лайыҡ була [2].

Билдәле уҡытыусылар

үҙгәртергә

Билдәле уҡыусылар

үҙгәртергә
  • Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы — 1978 йылда тыуған, 1996 йылғы сығарылыш,ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса донъя чемпионы , әлеге ваҡытта Өфөлә «Башнефть» командаһы өсөн уйнай.
  • Мифтахов Риф Фәйзрахман улы −1939 йылда тыуған, 1958 йылғы сығарылыш, илдәле шағир, популяр йырҙар авторы (мәҫәлән, «Сейәлэр»). 20 быуат күренекле башҡорт шағиры Рәшита Назаровтың шиғырҙарын халыҡҡа еткереү, нәшер өсөн күп көс һалған. Башҡорт АССр-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1990).
  • Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы — 1957 йыл сығарылышы, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһы Педагогия фәндәре академияһының элекке ағзаһы, милли мәктәптәр өсөн рус теле дәреслектәре авторы, һүҙлектәр төҙөүсе, шағирә.
  • Бәширова Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы(Ғәлиева)- 1945 йылда Смаҡай ҡасабаһында тыуған. 1964 йылда мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған. Шағирә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстана Президентының милли мәсьәләләр буйынса элекке кәңәшсеһе.
  • Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы - 1995 йылдан 2005 йылғаса Башҡортостан Республикаһының премьер министрының урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1960 йылда Бөрйән районы Яңы Усман ауылында тыуған ,1976 йыл сығарылышы.
  • Ғәлимов Баязит Сабирйән улы- 1942 йылда Кинйәбулат ауылында тыуған, Башҡорт дәүләт университетының элекке проректоры, философия фәндәре докторы, РАЕН-дың ағза- корреспонденты, БДУ-ның баш ғилми секретары,1959 йыл сығарылышы.
  • Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы- (1941—2007)Мәктәпте 1959-се йылда алтын миҙал менән тамамлаған, тарих фәндәре докторы,БДУ профессоры, этнография, башҡорт ырыуҙары тарихы буйынса китаптар авторы
  • Ҡорбанғәлиева Суфия Шәрәфулла ҡыҙы- 13.02.1949, 1966  йыл сығарылышы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы,БАДТ артискаһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры.
  • Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы — (1947йылда Стәрлетамаҡ районы Латип ауылында тыуған), эстрада йырсыһы,Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистҡаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артискаһы(1995), күренекле йырсы Илфаҡ Смаҡовтың тормош иптәше, 1966 йылғы сығарылыш.
  • Дауытов Вилләр Йомағол улы -(1933—2007) билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1953 йылғы сығарылыш. Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министры (1980-86). БАССР журналистар союзы рәйесе (1976—1980)
  • Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы- күренекле опера йырсыһы, Башҡорт АСССР-ын халыҡ (1975) һәм атҡаҙанған (1964)артисы
  • Нагаева Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы — Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Ишембай сәнғәт мәктәбе директоры, Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре
  • Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы- НГДУ "Ишембайнефть" начальнигы урынбаҫары, йәмәғәт эшмәкәре, "СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличныгы". Ишембай ҡалаһы һәм районы Почетлы гражданы.
  • Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы (1933-2003)- КПСС-тың Сибай ҡала комитетының беренсе секретары ( 1980-се йылдар), Бәләбәй ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе (1965-1980), инженер-нефтсе. Подполковник. "Почет билдәһе" ордены кавалеры.СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы. Ишембай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе.Ишембай ҡалаһы һәм районы Почетлы гражданы.
  • Хисамова Тәнзилә Динислам ҡыҙы — Башҡорт дәүләт академия драма театры артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ () һәм атҡаҙанған актрисаһы, шағирә
  • Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы -партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Ҡоролотайы депутаты, 2006 йылда башҡорт халыҡ батыры Ҡаһым түрәгә һәйкәл булдырыуҙа башлап йөрөүселәрҙең береһе
  • Ҡотлогилдин Наил Закир улы — 1987—1994 йылдарҙа — НПЗ директоры, 1994 −1996- ЯСАЙ «Салауаторгсинтез» баш инженеры, 1997 г.-1998 , 1999 й.- ЯСАЙ « Салауаторгсинтез» генераль директоры, «Башнефтехим» ЯСАЙ Президенты, 1998—2002 й.-ЯСАЙ"Салаватнефтеоргсинтез" диреторһар советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, мәктәпкә күп төрлө матди ярҙам күрһәтеүсе,Ишембай-Салауат ҡалалары төҙөлгәндә юҡҡа сыҡҡан башҡорт ауылдарына ҡуйылған «Юрматы ере» һәйкәлен булдырыуҙы хәстәрләүсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры
  • Юлдашбаева Римма Мөхтәр ҡыҙы(Мусина) — Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры
  • Дәүләтшина Гөлсирә Булат ҡыҙы- НГДУ« Ишембайнефть» идаралығының элекке баш табибы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, 1941 йылғы сығарылыш
  • Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәт улы,СССР дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы-Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы- Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Бикҡужина Нурия Минияр ҡыҙы — профессор БДУ профессоры, педагогия фәндәре докторы ;
  • Таһиров Шамил Һибәт улы — медицина фәндәре кандидаты ; БДМУ доценты
  • Илебаев Радик -техник фәндәр кандидаты, Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводының производство цехы етәксеһе
  • Рима Ниғмәтуллина — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Ишембай халыҡ театры режиссеры;
  • Зәкиә Фәйзуллина — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре;
  • Мәүлиҙә Закирова — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре
  • Рима Шәһитова- Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры,

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Резяпов, Н. Станет город шашечной Меккой: уфимские гости в гостях у БРГИ № 2 / Н. Резяпов // Восход.- 2012.- 27 янв.- С.2.
  • Грешнякова, Т. В проекте — передать ишимбайский опыт: Т. Тансыккужина в составе делегации посетила БРГИ № 2 в связи с новым проектом по развитию шашечного спорта / Т. Грешнякова // Подметки +.- 2012.- 25 янв.- С.2.
  • Нигматуллина, Н. С новой школой: новый корпус Башкирской гимназии-интерната открылся в здании бывшей школы № 10 / Н. Нигматуллина // Подметки +.- 2012.- 5 сент.- С.4.
  • Резяпов, Н. Индусам в Ишимбае — по душе: Индийские студенты Оксфордского университета — гости БРГИ / Н. Резяпов // Восход .- 2010 .- 10.июня.-С.1.
  • Пенкина, Е. Познавая край любимый: БРГИ № 2 / Е. Пенкина // Восход. — 2010. — 11 марта. — С.3
  • Максутова, Ф. Гимназисты встречают знаменитых гостей: БРГИ № 2 посетили известные поэты, писатели, ученые / Ф. Максутова // Подметки. — 2010.

Һылтанмалар

үҙгәртергә