Бәширова Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы

Татарстанда йәшәгән башҡорт шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Бәширова Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы (14 октябрь 1945 йыл) — башҡорт шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе (2002). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005).

Фирҙәүес Бәширова
Бәширова Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (75 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай, Смаҡай
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, йәмғиәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Силәбе дәүләт педагогия университеты

БиографияһыҮҙгәртергә

Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәширова 1945 йылдың 14 октябрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Смаҡай ауылында (хәҙер Ишембай ҡалаһының бер биҫтәһе) тыуған[2].

1964 йылда Ишембайҙың 2-се интернат-мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Хеҙмәт юлын 1968 йылда Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Бажыҡ ауылында физика уҡытыусыһы булып башлай. Артабан Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһындағы машиналар эшләү техникумында уҡыта. 1971 йылда Силәбе дәүләт педагогия институтында диплом яҡлай.

Кейәүгә сығып, Татарстанға күсеп барғас, "КамАЗ"да инженер, Яр Саллы ҡалаһының Автозавод район Советы башҡарма комитетында экономист була. Күп йылдар Татарстан Республикаһы Президенты аппаратында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса референт, республиканың төбәк һәм милли сәйәсәт министрлығында төп белгес вазифаларын башҡара.

Йәмәғәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Фирҙәүес Бәширова Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, күрше төбәктә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалауға, унда йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында халҡыбыҙҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға һәм артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Әҙәби ижадыҮҙгәртергә

Фирҙәүес Бәширова мәктәптә уҡыған йылдарында шиғырҙар яҙа башлай[3]. Тәүге шиғырҙары девушек" (Казань, 1984) коллектив йыйынтарында нәшер ителә. «Һаташыу» һәм «Мин ҡайтмам» поэмалары, «Йөрәгем һеҙҙең өсөн тибә» (Ҡаҙан, 1987), «Йылы һүҙ көтәм» (Ҡаҙан, 1994) һәм «Үҙ яҙҙарыма ҡайтам» (Өфө, 1996) шиғырҙар йыйынтыҡтары, шулай уҡ Смаҡай тарихы тураһында — «Беҙ — Смаҡай ейәндәре» исемле китабы һәм башҡа әҫәрҙәре билдәле[3][4].

Башҡорт һәм татар телдәрендә яҙа. Ҡайһы бер әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәреҮҙгәртергә

Әҙип ваҡытлы матбуғаттаҮҙгәртергә

  • Рәшит Шәкүр. Тура ҡарап заман күҙҙәренә. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 20 ноябрь[6].
  • Романов В. Живой родник творчества Фирдаус Башировой (К юбилею известной поэтессы и общественного деятеля) — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 октябрь[2](рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены
  • «КАМАЗ»-ды төҙөү ударнигы
  • Татарстан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • «Ҡазан ҡалаһының 1000 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы

Өҫтәмә мәғлүмәтҮҙгәртергә

  • Ире Бәширов Йәдкәр Әхәт улы (11.06.1942), сығышы менән Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Аллабирҙе ауылынан, хужалыҡ эшмәкәре, рәссам һәм ғалим-социолог, башҡорт халҡының тарихына арналған фәнни-популяр китаптар авторы[7][8] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2020)[9].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Башинформ / под ред. А. В. Валиев — 1991.
  2. 2,0 2,1 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 октябрь (рус.)
  3. 3,0 3,1 Фирдаус Баширова  (рус.). Издательство «КИТАП». Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 июнь 2015. 9 июнь 2015 тикшерелгән. 2015 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
  4. Три века смакая  (рус.). Газета "Восход". Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2015. 9 июнь 2015 тикшерелгән.
  5. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 10 октябрь 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
  6. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 20 ноябрь 2017 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
  7. Сайт «Лайвлиб». Ядкар Баширов — об авторе
  8. О родном крае с любовью рассказал в своей книге наш земляк Ядкар Баширов 2015 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
  9. Ядгар Баширов: «У моего народа – богатая история, глубокие корни». ИА «Башинформ», 23 августа 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 август 2021)

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 август 2021)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 август 2021)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә