Дәүләтшина Гөлсирә Булат ҡыҙы
Был мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Дәүләтшина Гөлсирә Булат ҡыҙы (24 октябрь 1924 йыл — 2016 йыл) — табип. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1969). «Почёт Билдәһе» ордены (1961) кавалеры, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1954). Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы (1999)[1].
Гөлсирә Булат ҡыҙы Дәүләтшина | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Вафат көнө | |||||
Ил | |||||
Ғилми даирәһе |
терапевт | ||||
Эшләгән урыны |
Ишембай ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау бүлеге | ||||
Альма-матер | |||||
Ниндәй өлкәлә танылған |
табип | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Биографияһы
үҙгәртергәГөлсирә Булат ҡыҙы Дәүләтшина 1924 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Дәүләтҡол ауылында тыуған.
1941 йылда Ишембай 3-сө урта мәктәбен (хәҙер Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) тамамлаған. 1941 йылдың 22 июнендә, мәктәптә сығарылыш кисәһе булырға тейеш көндө, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мәктәп директоры уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың күбеһенең яуға китерен аңлап «Кисәне үткәрергә!» тип ҡарар итә. Гөлсирә Дәүләтшинаның 15 класташ егетенең алтыһы һуғыштан ҡайтмай. Уҡырға теләге көслө булһа ла, Гөлсирәгә уҡыуын кисектереп тороға тура килә.
1948 йылда ул Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, Ишембайға табип булып ҡайта, ҡала дауаханаһы амбулаторияһы мөдире вазифаһында эш башлай.
1950—1960 йылдарҙа ул Ишембай нефть эшкәртеү заводы здравпункты мөдире,
1960—1962 йылдарҙа НГДУ «Ишембайнефть» идаралығы медсанчасы баш табибы урынбаҫары,
1962—1983 йылдарҙа НГДУ «Ишембайнефть» идаралығы медсанчасы баш табибы,
1983—1986 йылдарҙа баш табиптың поликлиника эштәре буйынса урынбаҫары,
1986—2008 йылдарҙа Ишембай үҙәк район дауаханаһының физиотерапевты булып эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://ishimbaimr.bashkortostan.ru/about/honorary/193382(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия,Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, стр.179.